Мәҙәниәт идаралығы методисы Гөлшат Динислам ҡыҙы әле алдына ҡуйылған маҡсаттарын ситкә ҡуйып, өйҙә бәләкәй Асияны тәрбиәләү менән мәшғүл. Ул декрет ялында. Кескәй Асиянан тыш ғаиләлә шаян, тиктормаҫ 4 йәшлек Әмилә үҫә. Гөлшат тормош иптәше Венер Фәнил улы менән ҡурсаҡтай ике ҡыҙҙы илебеҙгә лайыҡлы алмаш итеп үҫтереүҙә көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәй. “Әсә менән бала бер бөтөн, улар айырылғыһыҙ. Был бөтөнлөк балалар үҫкән һайын тағы ла нығына бара. Балаларҙы бер һүҙҙән, бер ҡараштан аңлап, бәхет-шатлыҡта үҫтерергә тырышабыҙ. Әсәнең балаһына булған һөйөүен, мөнәсәбәтен үҙең әсәй булғас ҡына аңлайһың икән ул. Мин әлеге көндә бәхетле ҡатын һәм әсәй. Ике яҡтан да яҡын туғандарым барлығына шатланыпҡыуанып, тормош йәментәмен тойоп йәшәйем. Иң мөһиме - балаларым һаусәләмәт булһын”, - ти йәш әсә.