Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм -ҡәлғәм
4 Декабрь 2018, 12:46

Үҙе бер бүләк булды

Ҡаланың Ауыр тормош хәлендә ҡалған ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙам итеү бүлеге “Мин - әсә” исемле фотоконкурс уҙғарҙы.

Унда ҡатнашыусылар балалары менән төшкән фотоһүрәтте “Бәйләнештә” селтәрендә төркөмдөң альбомына һалырға һәм уны үҙ сәхифәләренә күсереп ҡуйырға тейеш ине.
Конкурсҡа йомғаҡ “Ғаилә” көнсығыш район-ара үҙәгендә уҙҙы. Унда ҡатнашҡан ун бер ғаилә араһынан иң күп йөрәктәр (лайктар) йыйып, Диана РЫБАКОВА (һулдан уңға) I урынға лайыҡ булды. Унан бер аҙға ғына ҡалышҡан Гөлшат ҒӘЛИУЛЛИНА - II һәм Юлиә ГАЗИНА III урынды яуланы. Ҡалған ҡатнашыусылар төрлө номинацияларҙа еңеүсе тип билдәләнде. Һәр кемгә Дипломдар, ҡиммәтле бүләктәр, сертификаттар тапшырылды.
Сараның икенсе өлөшөндә балалар әсәйҙәренә үҙ ҡулдары менән Үҙе бер бүләк булды эшләгән фоторамаларҙы бүләк итеп ҡыуандырҙы.
Конкурсты ойоштороусылар бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән “Альфа” страховкалау компанияһына, “Мультяшки” уйын комплексына, “Елисейка” һәм “Ути-пути” магазиндары етәкселәренә рәхмәт белдерҙе.
Конкурсты йомғаҡлау барышында ҡатнашыусылар “In Hype” бейеү коллективының сығыштарын һәм Анастасия Романовскаяның оҫталыҡ дәресен ҡарап кинәнде.
Читайте нас: