Гөлсөм Дияр ҡыҙы һәм Ғәни Шаһивәли улы икеһе лә Сермәндә тыуып, ауыл мәктәбендә белем алып, 1973 йылдың октябрендә никах уҡытып, тимерҙе лә ҡыҙыуында һуғып, 5 ноябрҙә гөрләтеп туй ҙа үткәреп ебәрәләр.
Танышып китеү тарихын һорағанда ла, улар бер-береһенә мөхәббәтле ҡараштары менән бағып, шунан Ғәни ағай шуҡ йылмайып: “Армиянан отпускыға ҡайтҡан мәл. Ауылымда тыуған көнөмдө үткәрергә булдым. Дуҫ-иштәремде лә саҡырҙым. Мәүлиҙә дуҫыма ла барҙым. Барып инһәм, әкиәттәге фәрештәләй бер һылыу ҡыҙ ултыра. Икеһен дә тыуған көнөмә саҡырҙым. Үҙем дә һиҙмәҫтән ҡыҙға, Мәүлиҙәнең әхирәтенә, тәү күреүҙән ғашиҡ булғанмын. Уныһын да отпускым тамамланып, армияға яңынан киткәс кенә аңланым. Хеҙмәтте тултырып ҡайтҡас, ҡыҙҙы яңынан күреү теләге уянды, иптәштәремдән ниңәлер һорарға баҙнат итмәйем. Урта ауыл клубына киноға барҙым. Залға барып инһәм, ни күҙем менән күрәйем, минең Гөлсөмөм ултыра. Шул күреүҙән, осрашыуҙан беҙ гел бергә. 2-3 ай эсендә өйләнешеп, туй үткәреп, матур итеп донъя ҡороп ебәрҙек”, - тип бәйән итә ул.
Задиндар ғаиләһе ике ҡыҙға, бер улға ғүмер бүләк иткән. Оло ҡыҙҙары Гөлфирәнең хәҙер инде үҙенең ике улы, бер ҡыҙы бар. Ул Өфө ҡалаһында йәшәй. Улдары Рәзиф тә өс бала атаһы. Хәләл ефете Дилә менән ауылда үҙ эшен асҡан. Балалары ла үҙҙәре кеүек тырыш. Мәктәптә лә тик “4” һәм “5” билдәләренә генә өлгәшә. Кинйәбикәләре - Әлмира ла ғаиләһе менән Сермәндә төпләнгән. Ошо ауылдың уңған егете Марат менән ғаилә ҡороп, үҙҙәре кеүек тырыш, уңған ике малайға ғүмер биреп, гөрләтеп донъя көтәләр. Ғаилә башлыҡтарының балалары кәртә тултырып мал тотоп, ҡош-ҡорт аҫрап, мул тормошта йәшәй.
Гөлсөм Дияр ҡыҙы менән Ғәни Шаһивәли улы ла ишле ғаиләлә тыуып үҫкәндәр.
- Атайым Шаһивәли Абдулвәли улы Задин Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ине, һуғыштан һуң МТС, РТС-ҡа нигеҙ һалған кеше. Хаҡлы ялға сыҡҡансы водитель, тракторист булып эшләгән. Әсәйем Гөлйемеш Ильяс ҡыҙы ла һуғыш йылдарында Үҙәндә тракторист һөнәрен үҙләштереп, һуғыш тамамланғансы ауылда эшләгән. “Райондан 30-лап ҡыҙ уҡыныҡ, шуларҙың 12-һе Сермән ҡыҙҙары булды”, - тип иҫләй торғайны әсәйем. Шулай тырыш булған беҙҙең атай-әсәйҙәр. Тағы ла бер ваҡиға иҫемдән сыҡмай. 1953 йыл. Мин әле бәләкәй, шул ваҡытта саҡ янып китмәгәнмен. Шул хәлдән һуң атайым мине Сермән дауаханаһына алып барып, Эрнст Мулдашевтың әсәһе, врач Валентина Кирсановна Махиняның ҡулына тапшырған. Ул мине балыҡ майы һөртөп кенә дауаланы. Бик яғымлы апай ине ул, - тип иҫләй Ғәни Шаһивәли улы. - Бала сағыбыҙ һуғыштан һуңғы йылдарға тура килгәс, бәләкәйҙән үк бесәнен дә әҙерләнек, 10-11 йәштән руль артына ултырҙыҡ. Шуға ла минең водитель стажым 51 йыл була инде. Мин гел тимер-томор араһында, 1969 йылда механик һөнәрен үҙләштерҙем. Ә Гөлсөмөм, исеменә ярашлы, гел гөл-сәскәләр үҫтерә. Ауыл хужалығы техникаһы берекмәһендә эшләгәндә, мәктәп директоры Флорид Әғләм улы Мөхәмәҙиев мине үҙенә саҡыртып алды ла, уҡыусыларҙы тракторист һөнәренә уҡытырға саҡырҙы. Мин риза булдым. 1981 йылдан 2011 йылға тиклем мәктәптә балаларға техника серҙәрен төшөндөрҙөм. Был дәрестәр бөтөрөлдө, 1995 йылдан алып Сермән урта мәктәбендә технология дәрестәрен алып барҙым. Шулай итеп ғүмер үткән дә киткән. ГАЗ машиналарын кәрәкмәгән тимер-томорҙан йыйып, 6-8 ғаилә берләшеп, ошо машиналарҙың кузовына тейәлеп, Ямантауға бесәнгә йөрөүҙәрҙе һағынып иҫләргә генә ҡала.
Гөлсөм апай ҙа ишле ғаиләлә тыуып үҫкән. 8 бала араһында иң өлкәне. Ул әле лә ҡусты-һеңлеләренә оло терәк.
- Мәктәпте тамамлағас, 1 йыл сым һуҙыусы һөнәренә уҡыным. Шунан Сермәндә ауыл хужалығы техникаһы берекмәһендә эш башланым. Сетка үрҙек. Ҡаҙанлыҡта ла эшләргә тура килде. 2000 йылға тиклем берекмәлә эшләһәм, хаҡлы ялға сығып, 60 йәшем тулғансы Сермән мәктәбе интернатында тәрбиәсе ярҙамсыһы булдым, - тип һүҙгә ҡушыла Гөлсөм Дияр ҡыҙы.
Задиндар әлеге көндә балалары, ейәндәре, туғандары, дуҫ-иштәре менән татыу ғүмер итә. Өй эсендә лә бөхтәлек, һәр нәмәнең үҙ урынында булыуы күңелгә ниндәйҙәр йылылыҡ бөркә. Тәҙрәләге гөлдәр ҙә йылмайып торған кеүек. Бына шулай йылы, ҡотло йортта ғүмер кисерә Задиндар ғаиләһе. Уларҙың матур ғүмер итеүҙәренә быйылғы Ғаилә йылында 45 йыл булып та киткән. Ғаилә башлығы әле лә хеҙмәт юлын дауам итә. Ғәни Шаһивәли улы Сермән йәштәренә, күрше ауыл уңғандарына, апай-еңгәләргә машина йөрөтөү серҙәрен өйрәтә. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен, медицина ярҙамы күрһәтеү, техник хеҙмәтләндереү, автомобиль төҙөлөшөн өйрәтеүгә лә 28 йыл булып киткән. Ул 500-гә яҡын В категориялы автоһәүәҫкәр әҙерләп сығарған. Намыҫлы хеҙмәте өсөн ветеран автомәктәптең әллә күпме Маҡтау ҡағыҙҙары, Дипломдар менән бүләкләнгән. Рәсәй автомәктәбенең 85 йыллығы айҡанлы, миҙал һәм Башҡортостан ДОСААФ-ының Маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән.