Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм -ҡәлғәм
25 Декабрь 2018, 13:16

Бѳтәһе лә ғаиләнән башлана

Белорет медицина колледжында Ғаилә йылын йомғаҡлауға арналған тамаша ошо тәрән мәғәнәле исем аҫтында үтте. Сараның тәүге өлөшөндә “Минең студент ғаиләм донъяһы” конкурсы уҙғарылды. Унда Гөлзирә Татлыҡужина, Олеся Иманғолова һәм Рәлиә Баһаутдинова үҙҙәренең ғаиләләре, яратҡан шөғөлдәре, буш ваҡыттарында нимәләр менән шөғөлләнеүҙәре тураһында һөйләне, видеояҙма күрһәтте.

Жюри ағзалары Мөхәмәт Түлебаев, Зилә Абзалова, Инера Камалетдинова, Рәсимә Сәлихова һәм Нуриман Хәйруллин конкурста балалары менән бергә ҡатнашҡан Гөлзирә Татлыҡужина (һүрәттә) һәм Рәлиә Баһаутдинова - I, Олеся Иманғолова II урынға лайыҡ тип баһаланы. Унан һуң “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр конкурсы үтте. Унда Нурзил Шаһивәлиев, Айлина Ханова, Айбулат Лотфуллин, Илһам Әйүпов, Рүзидә Юлдашбаева һәм Гөлкәй Абдрахманова ҡатнашты. Жюри ағзалары бер тауыштан Илһам Әйүповты еңеүсе тип иғлан итте.
Сараның икенсе өлөшөндә оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Данлыҡлы ҡурайсы Мөхәмәт Түлебаев ҡурай уйнау серҙәренә төшөндөрҙө, Зилә Абзалова ябай йөндән мөғжизә тыуҙырырға өйрәтте, Әлфиә Килдебаева - ҡумыҙ уйнау, Ольга Әхмәтова ҡыҫтыбый бешереү оҫталығы менән уртаҡлашты, Рәсимә Сәлихова ижад емештәре менән бүлеште, Илнур Шәмсетдинов менән Нуриман Хәйруллин - уҡ атырға, Инера Камалетдинова матур итеп яулыҡ ябынырға өйрәтте.
Сара һуңында алып барыусылар Ғаилә йылын ябыҡ, ә Театр йылын асыҡ тип иғлан итте. Байрам студенттар башҡарыуындағы матур йыр менән тамамланды.
Читайте нас: