Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм -ҡәлғәм
11 Ғинуар 2019, 12:21

Булмыштары менән педагогтар

Сермән мәктәбендә уҡытыусылар династияһы, бѳтә ғаилә менән бергәләп эшләүселәр элек-электән килә. Шуларҙың береһе Әлфиә Суфиян ҡыҙы менән Рәис Суфиян улы Ялалетдиновтар. Улар ѳс балалы ғаиләлә тәрбиәләнеп үҫә. Иң ѳлкәндәре Рәсүл Суфиян улы ғына электрик һѳнәрен һайлаған. Ә Рәис менән Әлфиә педагог булыуҙы үҙ итә. Рәис Суфиян улы педучилищены, һеңлеһе Әлфиә БДУ-ның биология факультетын тамамлай һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы үҙҙәренең һѳнәренә тоғро ҡалып, Сермән урта мәктәбендә уҡыусыларға белем бирә.

Рәис Суфиян улы педучилищены тамамлағас, армияла хеҙмәт итеп, унан кесе лейтенант званиеһы менән ҡайта һәм тәүҙә Үҙән балалар йортонда тәрбиәсе, унан ошо ауылда рус теле уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын дауам итә. Артабан ул Сермән мәктәбенә эшкә ҡайтып, тарих, Башҡортостан мәҙәниәте тарихы фәндәренән белем бирә. Ул шулай уҡ физкультура, хәрби патриотик тәрбиә биреү дәрестәрен дә уҡыта. 25 йыл буйы Сермән мәктәбенең профком рәйесе була. Ошо осорҙа уҡытыусылар ѳсѳн бик күп эштәр башҡара ул. Уларға ашлыҡ алып килеү, мебель ҡайтарыу, ял йорттарына юлламалар алыу ѳсѳн дә тырышырға тура килә уға. Рәис Суфиян улы оҙаҡ йылдар хеҙмәт һәм ял лагеры начальнигы булып та эшләй. Яҙғыһын балалар менән посадкаға сығыуҙы ла, уларҙы турслеттарға, республиканың билдәле урындарына походтарға йѳрѳтѳүҙе лә ул ойоштора. Элек бер класта балалар һаны 30- ға барып етә торғайны, үҙ-ара бик дуҫ, татыу булдылар, улар менән эшләүе лә күңелле ине. Үҙем класс етәксеһе булып, оло тормош юлына сығарған уҡыусылар әле лә килеп, хәл белешеп тора, тип хәтерләй үткәндәрен хаҡлы ялдағы педагог.
Рәис Суфиян улы тормош иптәше Лидия Дениславовна менән 46 йыл бергә йәшәп, ике ҡыҙға ғүмер бирә. Урманда еләк йыйып йѳрѳгәндәрендә осрата йәш егет ҡыҙҙы һәм шунда уҡ ул минеке буласаҡ тип, күңеленә һалып ҡуя. Был теләге Хоҙайҙың «амин», тигән сағына тура килгәнмелер инде, бѳгѳн улар бынамын тигән ике ейәнгә ѳләсәй, олатай.
Әлфиә Суфиян ҡыҙы Кималова иһә университет тамамлағас, бер йыл Олойылға мәктәбендә эшләп ала. Һуңынан, 1976 йылдан 2012 йылға тиклем, 60 йәше тулғансы, Сермән мәктәбендә биология фәненән балаларға белем бирә. Буласаҡ тормош иптәше Нәғим Далғат улын Кәртәле ауылына ҡунаҡҡа барғанда осрата. Ул ваҡытта Нәғим ағай Белорет заводында эшләп, Свердловск ҡалаһында ауыл хужалығы буйынса ситтән тороп уҡып та йѳрѳгән була. Тәү күреүҙән бер-береһен оҡшатҡан йәштәр үҙ кѳстәре менән туй үткәрә. Хәҙер инде Айгиз менән Фәнгиз исемле улдары үҙҙәре ғаилә ҡороп, Ѳфѳлә йәшәй. Атайәсәйҙәренә ѳс ейән менән бер ейәнсәр бүләк иткән. Улдарының икеһе лә юғары белем алған. Айгиз Авиация институтында иҡтисадсы һѳнәрен ала. Фәнгиз БДУның башҡорт-инглиз бүлеген тамамлай. Был ваҡытта ул параллель рәүештә юрист дипломы ла алырға ѳлгѳрә. Әлфиә Суфиян ҡыҙы үҙе эшләгән ваҡытта балалар һанының күп булыуын, уҡытыусыларҙың татыу эшләүен, тѳрлѳ байрамдар үткәреү, бүләктәр алыу ѳсѳн йәйгеһен уҡыусылар менән бергәләп йәшелсәемеш үҫтереп аҡса эшләүҙәрен, күләгәле урындарҙа ла гѳрләтеп сәскәләр үҫтереүҙәрен һағынып иҫкә ала. Әлфиә Суфиян ҡыҙының уҡыусылары республика кимәлендә үткән тѳрлѳ конкурс, олимпиадаларҙа ла күп тапҡыр еңеүсе урындар яулай. Бѳгѳн ҡасандыр ул уҡытҡан Салауат Искәндәров, Рѳстәм Ильясов әлеге ваҡытта БДУ-ла уҡыта, биология фәндәре кандидаты, Света биология факультетында фән кандидаты. Лаура Тимербаева, Айгиз Ғарипов, Айтуған Ғарипов та ғорурлыҡ менән телгә алырлыҡ шәхестәр булып үҫә.
Бѳгѳн Рәис Ялалетдинов менән Әлфиә Кималованың әсәйҙәре Шәмсиямал Мосауир ҡыҙы үҙаллы донъя кѳтә. 94 йәшен тултырыуға ҡарамаҫтан, ҡарын да таҙарта, аш-һыуын да әҙерләй. 39 йәшендә генә тол ҡалып - донъя ауырлығы күргән ҡатын бѳгѳн ысын мәғәнәһендә бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең игелеген күреп, уларҙың шатлыҡҡыуаныстарына һѳйѳнѳп йәшәй.
Читайте нас: