Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм -ҡәлғәм
12 Февраль 2019, 17:20

Мөхәббәтле ғаилә - бәхетле ғаилә

Ир менән ҡатын араһындағы мөхәббәт ғаиләнең бәхетенә нигеҙ, тиҙәр. Ә инде бер-береңдең яратҡан шөғөлдәренә кәртә ҡуймау, ихтирам һәм ышаныс һаҡлау, тормоштағы төрлө хәлдәрҙе, проблемаларҙы һәм мәшәҡәттәрҙе бергәләп хәл итеү, балалар үҫтереү ошо кескәй дәүләттең татыу ҙа, берҙәм дә булыуына килтерә. Ошондай ғаиләләр районыбыҙҙа, республикабыҙҙа күберәк булһа, илебеҙ ҙә ҡеүәтлерәк һәм көслөрәк булыр.

Аҙналы ауылы ҡыҙы Венера менән Ҡаҙыш егете Рәфис Әғзәмовтарҙың мөхәббәт тарихы 1998 йылға барып тоташа. Улар Аҙналыла, киске уйындан һуң йәштәр менән төнгө усаҡ янында ял иткән ваҡытта, таныша. Бер-береһен бер күреүҙән үк оҡшатҡан пар өйләнешкәнгә ҡәҙәр дүрт йыл дауамында һѳйѳү тойғоларының ныҡлығын һынай. Һағынышып күрешеүҙәр былай ҙа сағыу хистәрен яңыртып ебәрә.
Үҙҙәренең бер йәндең ике яртыһы икәнен аңлаған йәштәр 2002 йылда яҙмыштарын бергә бәйләп, гөрләтеп донъя көтә башлай. Бер аҙҙан һөйөү емештәре булып улдары Артур тыуа. Унан Данил һәм Альберт исемле малайҙар мөхәббәтле ғаиләнең бәхетен тулыландыра.
Артурға хәҙер инде 16 йәш. Ҡаланың 21-се мәктәбендә IX класта уҡып йөрөү менән бер рәттән, 7 йыл ҡаланың каратэ федерацияһында шөғөлләнә, тау саңғыһы менән мауыға. 11 йәшлек уртансы улдары Данил ағаһы уҡыған белем усағында V класта уҡый, ағаһы кеүек тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә, туризм, инглиз теле менән ҡыҙыҡһына, шахмат уйнарға әүәҫ. Иң кеселәре Альберт әлегә балалар баҡсаһына йөрөй.
Рәфис Дәүләт улы “СтройМинерал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә бүлек начальнигы булып эшләй. Венера Сәлимйән ҡыҙы ҡаланың лицей-интернатында хореография дәрестәрен алып бара, “Сулпан” бейеү ансамбленә етәкселек итә. Көндәлек эш, донъя мәшәҡәттәре яуып тороуға ҡарамаҫтан, балаларына ғына түгел, бер-береһенә лә йылы һүҙ табырға, һөйөү менән бағырға, кәрәк саҡта дәртләндереп, ҡеүәтләргә лә ваҡыт таба Әғзәмовтар.
Сынъяһау итеп төҙөлгән ике ҡатлы йорт усағының нурын, ҡотон һаҡлап, һөйөү емештәре - балаларына лайыҡлы тәрбиә биреп, саф хистәрен һүрелтмәй, сайпылтмай ғына артабан да бәхетле йәшәргә яҙһын уларға!
Читайте нас: