Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм -ҡәлғәм
7 Март 2019, 16:46

Ғаилә ағасын ҡатын-ҡыҙ биҙәй

Кеше тамырҙары менән үҙ еренә берегеп йәшәһә, уның тормошо ла матур бер моң кеүек. Тыуған еренә, төйәгенә, моңона булған һөйөү, тоғролоҡ - халҡыбыҙҙың иң матур сифаттарының береһе. Кеше ҡайҙа ғына йәшәһә лә, тыуған ере уны һәр ваҡыт үҙенә тартып, көтөп торғандай. Тыуып үҫкән ерҙән дә ғәзиз, яҡын төйәк юҡтыр. Унда ғына кеше үҙен көслө, рухлы итеп тоя, ышаныслы аҙымдар менән баҫып йөрөй, таҙа һауаһын һулай.

Оҙаҡ йылдар ҡала мөхитендә тәрбиәләнгән, шунда шәхес булараҡ нығынған йәштәр - Гүзәл һәм Русим Иҙрисовтар ҙа киләсәктә үҙҙәре генә түгел, балаларының да ҡанаттары нығыныр, белем алыр, буй еткерер төйәге итеп юҡҡа ғына Сермән ауылын һайламағандарҙыр. Русим Сермәндә тыуһа ла, юғары вазифа биләгән атаһы - Ғәлләм Йомадил улы яуаплы эшкә саҡырылыу сәбәпле, Иҙрисовтар ғаиләһе ҡалала төпләнә. Ҡала мөхитендә тәрбиәләнеп, шунда уҡып, буй еткергән Русим дә ҡасандыр тыуған яғы үҙенә тартып, шунда ҡайтып, төпләнеп, ғаилә ҡорормон, тип уйламағандыр ҙа әле... Гүзәл дә өләсәй-олатайҙары, атаһының тыуған төйәген тағы ла тулыландырып, быуындар бәйләнешен артабан да дауам итеп, Сермән ауылына берегермен тип башына ла килтермәгән, әлбиттә. Тормоштоң үҙ ҡанундары. Ә шулай ҙа йәштәр Сермәндә төпләнеп, шунда яратҡан эштәрен табып, береһенән-береһе матур, шуҡ, шаян ҡыҙҙар үҫтереп, гөрләтеп донъя көтә. Педагогия колледжының физик культура бүлеген - 2006 йылда, шул уҡ уҡыу йортоноң сит телдәр бүлеген 2011 йылда тамамлаған Русим менән Гүзәлдең маҡсаттары ла уртаҡ хәҙер. Улар - педагогтар, эштә лә, өйҙә лә бергә. Физкультура уҡытыусыһы Русим Ғәлләм улы малай-ҡыҙҙарҙы спорт һәм сәләмәт йәшәү рәүешен һөйөүсе итеп кенә түгел, район-ҡала, республика күләмендәге ярыштарҙа еңеүсе итеп тә тәрбиәләй. Төп эшмәкәрлеге - уҡыусыларҙы ысын волейболсылар итеп үҫтереү. Волейбол буйынса күп кенә ярыштарҙа ҡатнашҡандар ҙа инде Русим Иҙрисов тәрбиәләнеүселәре. Гүзәл Рәйес ҡыҙы, өләсәһе, әсәһе кеүек, икенсе йыл инде балаларға Пушкин, Лермонтов һабаҡтарын бирә. Әйткәндәй, былтыр йәш белгестәр ситтән тороп юғары уҡыу йортон да тамамлағандар. Русим Башҡорт дәүләт педагогия университетында һайлаған һөнәре буйынса белемен камиллаштырһа, Гүзәл рус теле факультетын бөткән.
Ауыл клубында осраҡлы ғына танышып, дуҫлыҡтары артабан һөйөүгә әүерелгән татыу йәш ғаиләлә сәскәләй матур ҡыҙҙар үҫә. Өс ҡыҙ - өс ҡылыҡ, өс шәхес. Етди, яуаплы Әмирә - Сермән мәктәбенең I класс уҡыусыһы, балалар баҡсаһына йөрөгән 6 йәшлек изгелекле, иғтибарлы, оялсан Ләйсән һәм 2 йәшлек кенә “батшабикә”, иркә, шул уҡ ваҡытта апайҙарына ҡарата яғымлы Сәминә йортто үҙҙәренең шат тауыштары менән яҡтыртып торғандай. “Ҡыҙҙарым булғанда, тамағым да туҡ, тәмле итеп бешереүселәре лә һәр ваҡыт булыр”, - тип мут йылмая ғаилә башлығы. Сермән балалар йорто ябылғас, класс етәксеһе булараҡ Русим Ғәлләм улы ике үҫмергә - Розалина менән Владикҡа ярҙам ҡулы һуҙыуҙы бурыс итеп һанаған. Кәләше менән кәңәшләшкәндән һуң, улар ошо ике баланы үҙ тәрбиәһенә ала. Бер йыл ғаиләлә йәшәгәндән һуң, Розалина менән Владик Өфөнөң махсус белем биреү йорттарына уҡырға инә. Улар хәҙер студенттар. Розалина Сермәнгә йыш ҡайтып, хәҙер инде туғанына әйләнгән кешеләренең хәл-әхүәлен белешеп тора, бәйләнеш өҙөлмәгән.
Иҙрисовтарҙы музыкаль ғаилә тиергә лә була. Гүзәлдең моңло, матур тауышын, йырҙарын конкурс-фестивалдәрҙә лә ишетергә мөмкин. Бәләкәйҙән йыр-моң яратып үҫә ул. “Әсәйем, атайым яғынан да туғандарым йыр-моңға әүәҫтәр. Шулай ҙа Шәғәлиндар техника менән мауыға. Уларға техника “ене” ҡағылған. Ә мин һәр ваҡыт йырларға яраттым. Мәктәптә уҡығанда, студент йылдарында төрлө сараларҙа ҡатнаша инем. Хәҙер иһә Русимде лә йырға ылыҡтыра башланым. Икәүләшеп сәхнәләрҙә сығыш яһайбыҙ”, - ти Гүзәл яратҡан шөғөлө тураһында.
Йәш ғаилә ҡура тултырып малын да тота. Йылҡылары, һыйыр малы ла бар. Быларҙың барыһына ла ғаилә башлығы өлгөрә. Әлбиттә, туғандарһыҙ ҙа булмай. Улар һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер. Атайәсәй ярҙамы менән алып бирелгән йорт та хәҙер күп балалы ғаилә өсөн кесерәйеп ҡалған. Уның ҡарауы, үҙ көстәре менән, бәләкәйе янына, таштан ҙур йорт һалына. Төҙөлөш оҙаҡҡа һуҙылыбыраҡ китһә лә, киләсәктә тамамлап сығыуҙарына, тир түгеп, үҙ көстәре менән һалған йорттарында татыу, матур, берҙәм ғаилә булып, балаларының шат тауыштарына сорналып йәшәүҙәренә ышана Иҙрисовтар. Үҙ ерен биҙәп, уны тағы ла нурландырған ғаилә артабан да тырышып донъя көтөрөнә, ғаилә ағасының емештәрен татырына беҙҙең дә иманыбыҙ камил.
Читайте нас: