Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм -ҡәлғәм
4 Июль 2019, 19:56

Улын күр ҙә - атаһын, ҡыҙын күр ҙә - әсәһен бел

Беҙҙең Матбуған йортонда урынлашҡан “Аверс” йәмғиәтендә программист булып эшләгән Альберт Юрьевичтың көн дә иртән “Һаумыһығыҙ!” тип иҫәнләшеүе, ә кисен “Һау булығыҙ!” тип һаубуллашыуы бер үк ваҡытта ғәжәпләнеү ҙә, һоҡланыу ҙа, ҡыҙыҡһыныу ҙа уятты. Мотлаҡ ошондай әҙәпле, итәғәтле ул тәрбиәләгән атай-әсәй менән танышыу теләге уянды. Сәбәбе лә табылды: 8 июль - Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө. Һәм бына беҙ Ғәлиә Мөхәмәд ҡыҙы һәм Юрий Павлович БАЛАКОВтар менән әңгәмәләшәбеҙ.

Әлбиттә, иң тәүҙә уларҙың осрашыу, танышыу тарихы ҡыҙыҡһындыра. Ысын интеллигент булараҡ, йорт хужаһы әңгәмә дилбегәһен хужабикәгә тапшыра, ә үҙе ара-тирә йөпләп, төҙәтмә индереп кенә ултыра.
- Мин үҙем Сибайҙан, ә тормош иптәшем Украинаның Днепропетровск ҡалаһынан. 1971 йылда Магнитогорск тау институтын тамамлап, йүнәлтмә буйынса Белорет металлургия комбинатына экономист булып эшкә килдем. Шул уҡ йылда Днепропетровск химик-технологик институтын тамамлаған Юрий комбинатҡа инженер-химик булып эшкә килә. Ул саҡтарҙа йәш белгестәрҙе колхоздарға ярҙамға ебәрә торғайнылар. Беҙҙе Ҡағы фермаһына ебәрҙеләр. Бына шунда таныштыҡ инде. 1972 йылдың сентябрендә Украинала туй яһаныҡ. Беҙгә комбинат дөйөм ятаҡтан бүлмә бирҙе, ә 1974 йылда фатир асҡысы тапшырҙы. Альберт улыбыҙ дөйөм ятаҡта тыуҙы. Шул тиклем Белоретты ярата, ҡайҙалыр күсеп китеп йәшәүҙе күҙ алдына ла килтермәй. Ә бына кесе улыбыҙ Дима Мәскәүҙә йәшәй һәм эшләй. Икеһе лә программистар улар. Әйткәндәй, беҙҙең ғаиләне интернациональ ғаилә тиһәң дә була. Альберттың ҡатыны башҡорт, Диманыҡы еврей милләтенән.
► Ә бына ошо милләттәр айырмаһынан күп кенә низағтар, аңлашылмаусанлыҡтар килеп сыға. Һеҙ быға нисек ҡарайһығыҙ?
- Юҡ-юҡ, бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡтар булманы. Мине ҡайны-ҡәйнәм үҙ ҡыҙҙары кеүек ҡабул итһә, минекеләр ҙә Юраны хөрмәт итеп кенә торҙолар. Үҙебеҙ ҙә килендәрҙән, бигерәк тә Резеда киленебеҙҙән уңдыҡ: үҙе уңған, үҙе тырыш, хәстәрлекле, ярҙамсыл, ихлас һәм итәғәтле. Килен тип түгел, ҡыҙыбыҙ тип кенә өндәшәбеҙ.
Олатай-өләсәй булараҡ та бәхетлебеҙ. Ейәнсәребеҙ Азалия компьютер мәктәбендә белем ала. Инглиз теле буйынса республика олимпиадаһын да еңеү яуланы. Пуля менән атыу буйынса 2-се өлкәндәр разрядына эйә.
► Оҙаҡ йылдар бер-береңә тоғро ҡалып, һөйөү утын һүндермәйсә оҙаҡ йәшәү сере менән дә уртаҡлашығыҙ инде…
- Уның сере ябай - тормош иптәшемдән уңдым. Ул шул тиклем һәйбәт, аҡыллы, интеллигентлы ғаиләлә тыуып үҫкән. Характерҙарыбыҙ буйынса беҙ икебеҙ ике төрлө, әммә бер-беребеҙҙе тулыландырып йәшәйбеҙ. Ғаилә ул - дөрләгән усаҡ, йылылыҡ, ҡалҡан, таяныс һәм ышаныс. Ғаиләһеҙ кеше - һыуһыҙ үҫкән ағас. Ата-әсәһе Юраны ысын интеллигент итеп тәрбиәләгән. Мин дә һәйбәт ғөрөф-ғәҙәттәре булған, бер-береһе өсөн өҙөлөп торған матур ғаиләлә үҫтем. Мине лә кескәйҙән хеҙмәт яратырға, кешелекле һәм кеселекле булырға өйрәттеләр. Беҙ бергә эшләнек, бергә ял иттек, бергәләп балалар үҫтерҙек. Иң мөһиме - ғаиләлә бала саҡтан уҡ тәрбиә культураһы булырға тейеш. Бер-береңә һөйөү, ихтирам, изгелек, үҙ-ара аңлашыу булғанда ғына тәрбиәле бала үҫтерергә була. Бала тыуғандан алып үҙенә йә ыңғай, йә кире сифаттарҙы һеңдерә бара.
► Һеҙҙең ғаилә традициялары бармы?
- Әлбиттә. Беҙ һәр саҡ тыуған көндәрҙе, байрамдарҙы бергәләп үткәрәбеҙ. Тәбиғәт ҡосағына сығырға яратабыҙ. Әйткәндәй, беҙҙең бик яҡшы, ышаныслы дуҫтарыбыҙ ҙа бар. Ә туғандар, дуҫтар менән йәшәү ҙә еңелерәк, йәмлерәк. Улар һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер.
► Йәш ғаиләләргә ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?
- Бер-береңә ҡарата һөйөү, ихтирам, түҙемлек кенә ғаиләне нығыта. Ошоларһыҙ ғаилә булыуы ла мөмкин түгел. Ғаиләне һаҡлау - ул ҙур сәнғәт, ауыр хеҙмәт.
Сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған ғаиләлә матди ҡиммәттәргә ҡарағанда рухи ҡиммәттәргә өҫтөнлөк бирелеүе әллә ҡайҙан күренеп тора. Үҙҙәре йәшәгән подъезд майҙансығының гөл-сәскәләргә күмелеүе лә был фатирҙа матур, бай күңелле, изге йөрәкле кешеләр йәшәүен аңлата. Ошондай ғаиләләр менән танышҡандан һуң күңел ниндәйҙер әйтеп бирә алмаҫлыҡ рәхәтлек кисерә, изгелеккә һәм матурлыҡҡа талпына.
Читайте нас: