Зөлхизә айының туғыҙында “Тәлбиә” доғаһын ҡабатлай-ҡабатлай пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, Минанан сығып, Ғәрәфәткә ҡарай юл тота һәм өммәтен хаж ғибәҙәтен үтәү алымдары менән таныштырыу-ҙы дауам итеп, дөйәһенә атлана ла “Хушлашыу хөтбәһе” менән үҙенең сәхәбәләренә, өммәтенә мөрәжәғәт итә:
“Эй, кешеләр! - ти ул. - Был көндәр изгеләрҙән булған кеүек, был ай ҙа изге, һеҙҙең кеүек был ҡалағыҙ (Мәккәлә) бәхетле бер ҡала булған кеүек, һеҙҙең тормошоғоҙ, мал-мөлкәтегеҙ, намыҫығыҙ, дәрәжәгеҙ, бәҫегеҙ ҙә изге, уларға ҡул күтәрергә тырышыу - хәрәм!”
Иртәгә үк һеҙ Раббығыҙ ҡаршыһына баҫып, эшләп йөрөгән эштәрегеҙ, ҡылған ғәмәлдәрегеҙ өсөн яуап бирәсәкһегеҙ! Минән һуң үҙегеҙҙең элекке хаталарҙы ҡабатлап һәм яңылыш юлға баҫып, бер-берегеҙҙең башын киҫеп йөрөмәгеҙ! Аң булығыҙ, һеҙҙән алдараҡ Ахирәткә күсеп, мин һеҙҙе Кәүсәр һыуы эргәһендә ҡаршы алып һәм һеҙҙең башҡа өммәттәргә ҡарағанда бик күп булыуығыҙға һөйөнөп торормон! Гонаһтарға барып, минең йөҙөмә ҡыҙыллыҡ килтермәгеҙ!