Уларҙың өсәүһе мәктәп йәшендә: Димгә - 13, Вадимға - 10, Денисҡа 8 йәш булһа, балалар баҡсаһына йөрөгән Рәнис - 6 һәм биш малай араһында гөл-сәскәләй ҡыҙ бала - Диана 3 йәштә. Ә кескәй Робертҡа 9 ай ғына әле. Юлия Юрьевна менән Данил Тимерйән улының ғаилә ҡороуҙарына быйыл 15 йыл булған. Ҙур ғаилә өс йыл элек атай-әсәйҙәре эргәһенә үҙҙәренең йортон төҙөп ингән. Күпләп картуф, йәшелсә үҫтерәләр, мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Ауылда тотороҡло эш урындары әҙ, шулай ҙа ғаилә башлығы, төрлө эштәрҙә эшләп булһа ла, аҡса табырға тырыша.
- Балаларҙың уҡыуы яҡшы, спортҡа ла ҡыҙыҡһыныуҙары көслө. Денис йәнә лә бейеү түңәрәгендә шөғөлләнә. Тыуған көн байрамдарын үткәрергә, ғаиләбеҙ менән тәбиғәт ҡосағында ял итергә яратабыҙ.
Малайҙар атайҙары менән балыҡҡа ла йөрөй. Бергә-бергә шулай гөж килеп йәшәйбеҙ. Иң мөһиме - балалар сәләмәт булһын. Уларҙан да ҡиммәтерәк нимә бар был донъяла, - ти Юлия.
Эйе, бала бағыу - илаһи мәл, тиҙәр. Бар булмышын әсәй булыуға бағышлаған ҡатын-ҡыҙға, илебеҙ байлығын тулыландырыусыларға ғаилә эсендә генә түгел, дәүләттән дә иғтибар күберәк булыуын теләге килә.