Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм -ҡәлғәм
8 Август 2019, 17:07

Тормош ҡайҙа ла дауам итә

Районыбыҙҙың төпкөл ауылдарының көнитмеше, йәшәйеше, тырыш, егәрле халҡы, күркәм ғаиләләре, уларҙы борсоған мәсьәләләр һәм ҡыуандырған ваҡиғалар менән танышырға теләп, өс - Ишембай, Бөрйән һәм Ғафури райондары сигендә урынлашҡан Егәҙе ауыл хакимиәте биләмәһенә юлландыҡ.

Статистика мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн Баҡый ауылында - 112, Ботайҙа - 104, Егәҙелә - 776, Өмөтбайҙа - 36 һәм Хәйбуллала 29 кеше йәшәй. Ауыл хакимиәтендә йәмғеһе 365 хужалыҡ теркәлгән. 677 баш эре мал, шул иҫәптән 237 баш һыйыр, 103 ат, 351 һарыҡ һәм кәзә, 110 ҡош-ҡорт иҫәпләнә. Техникаға килгәндә, 26 трактор һәм 9 йөк автомобиле бар. Егәҙе урта мәктәбендә Ботай һәм Егәҙе ауылдарынан бѳтәһе 67 бала уҙған уҡыу йылын тамамлаһа (Ботайҙан - 14, Егәҙенән 53 бала), Ѳмѳтбайҙан - 1 һәм Баҡыйҙан 13 уҡыусы ҡала лицей-интернатында уҡыған.Егәҙелә “Белорет” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте икмәк бешереп һатыу менән шөғөлләнә һәм улар иҫәбендә өс магазин бар. Шәхси эшҡыуарҙар Рима Абдрахман ҡыҙы Бирғәлина, Рәйлә Динислам ҡыҙы Шаһивәлиева, Альбира Рәхмәт ҡыҙы Шәйәхмәтова, Радик Зәки улы Яныбаевтарҙың Егәҙе һәм Ботай ауылдарында магазиндары эшләй, улар ауыл халҡын аҙыҡ-түлек һәм көндәлек кәрәк-яраҡтар менән тәьмин итә.
Ике крәҫтиән-фермер хужалығы бар: Баҡый ауылында Рим Йәмних улы Аллаяров туризм һәм ҡортсолоҡ, Өмөтбайҙа Радик Зәки улы Яныбаев күпләп эре мөгөҙлө мал үрсетеү һәм йылҡысылыҡ, “Туя” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (етәксеһе Рауил Ғәбдинур улы Вәлиев) ағас бысып эшкәртеү, йылҡысылыҡ менән шөғөлләнә, 40-лап умарта тота һәм “Ҡарағай” туристик базаһын етәкләй. Шулай уҡ Егәҙелә Фидаил Раул улы Ғилманов ауыл халҡын утын менән тәьмин итә, Сырышҡы ауылы урынында Юрий Александрович Копытов күпләп умарта тота, шулай уҡ туризм йүнәлешендә лә эшләй.
Проблемалар ҙа етәрлек: ауыл хакимиәтенә ҡараған бер генә ауылда ла кәрәҙле телефон бәйләнеше юҡлығы уларҙың үҫешенә һәм йәшәйешенә кире йоғонто яһай. Бөтә төр операторҙарға ла бер-бер артлы хаттар яҙыуҙың һөҙөмтәһе юҡ әлегә. Юғары технологиялар үҫешкән заманда бөтә нәмә Интернетҡа бәйле, уның булмауы бал, ит һатыу менән көн күргән халыҡҡа, күпләп мал тотҡан крәҫтиән-фермер хужалыҡтарына продукцияларын эшкәртеп һатыу өсөн тулы мөмкинлек бирмәй.Иң зарлыһы булып, әлбиттә, юлдар мәсьәләһе тора. Олойылғанан алып, Егәҙегә еткәнсе соҡор-саҡырлы юлды грейдер менән тигеҙләһәләр ҙә, ҡыуаныр инек, ти халыҡ. Бындай юлдарҙан йөрөүе бик ҡыйынға төшә, машиналарға ла зыян килә. Баҡыйға илткән юл торошо бигерәк тә күңелде ҡыра. Быйыл уның иң насар участкаһын ремонтлау өсөн смета төҙөлһә лә, финанс булмауы сәбәпле, эштәр туҡтап тора. Шулай уҡ Өмөтбайға илткән ике - Егәҙе һәм Тары йылғалары, Ботай ауылындағы Еҙем йылғаһы аша заманында ағас ташыу-
сылар тарафынан ғына һалынған күперҙәр авария хәлендә һәм күптән инде ремонт көтә. Был күперҙәр аша юл ремонтлау һәм йөк машиналарының үтә алырына ышаныс юҡ.
Ауыл хакимиәтенә ҡараған бөтә ауылдар ҙа 100 процент яҡтылыҡ менән тәьмин ителгәнлеге, Егәҙелә һыу үткәргестәрҙең яҡшы торошта булыуы - ыңғай күренештәрҙең береһе.
Әйткәндәй, бында халыҡ һәр нәмәне өҫтән көтөп кенә ятмай, үҙе тырыша. Мәҫәлән, Егәҙелә балалар баҡсаһына йөрөгән кескәйҙәрҙең ата-әсәләре баҡса янында уйын майҙансығын эшләп ҡуйған. Сағыу буяулы кәртә эсендә матур беседка, ике карусель һәм бәүелсәк ҡуйылған.
Халыҡтың нимә менән көнитмешенә килгәндә иһә, Егәҙелә күпселек ир-егеттәр ғаиләһен аҫрау өсөн ситкә китеп эшләй. Күпләп мал тотоусылар әҙ, ғәҙәттә, бер хужалыҡта 1-2 баш мал көтөлә. Шулай уҡ йәшелсә-емеш үҫтереп, үҙ көсөнә таянып йәшәргә тырышалар.
Йәштәрҙең тыуған төйәгендә төпләнеүе бик һирәк кенә күҙәтелә, һуңғы йылдарҙа 35 йәшкә тиклем ни бары биш кенә йәш ғаилә ауылда төпләнгән. Заманса йәшәү шарттары булмауы, эш юҡлығы быға сәбәпсе булып тора. Ауыл халҡын, бөгөнгө йәшәйешенән тыш, уның киләсәге лә борсой. Ә йәштәр, балалар булмаған урында тормош аҡрынлап һүнә барыуы билдәле.
Мәҡәләнең тулы вариантын "Урал" гәзитендә уҡығыҙ.
Читайте нас: