Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм -ҡәлғәм
8 Август 2019, 18:01

Уйҙар уртаҡ булғас...

Рысыҡай ауылында булып үткән “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамында Ләйсән һәм Фәнзил Ғимрановтар йорто йәштәр араһында “Иң матур йорт” исеменә лайыҡ булды. Ситтән ҡайтҡан ауылдаштар урам буйлап үткәндә уларҙың йорт эргәһендә оҙаҡ ҡына туҡталып торҙо. ”Һоҡланғыс”, ”Йәш кенә булһа ла, оҫтаның-оҫтаһы”, ”Талант”, ”Иншалла, ошондай матурлыҡта оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер итегеҙ”. ”Кәртәһен, өй эсен дә күреп сығайыҡ” тип, йүгереп инеп китеүселәр ҙә булды.

Йәш хужаның нигеҙ һалып, өй күтәреп, кәртә-ҡура йүнәтеп, дәртләнеп эшләгәнен күҙәтеп йөрөһәм дә, күҙ алдымда ҡалҡып сыҡҡан хан һарайылай өйҙө әллә нисәмә тап-ҡыр ҡарап сыҡҡан кеше булһам да, ауылдаштар артынан эйәрҙем. Матурлыҡҡа нисек һөйөнмәйһең, нисек һоҡланмайһың! Күҙ генә тейә күрмәһен!
Фәнзил менән Ләйсән ошондай маҡтауҙарға, һоҡҡа өйрәнеп бөткәндәр. Һорауҙарға тыйнаҡ ҡына яуап биреп, күҙ ҡыҙҙырғыс сынъяһау әйберҙәрен күрһәттеләр ауылдаштарына.
Әллә ҡайҙан күренеп торған ике ҡатлы күркәм йортто, эргәлә ял итеү урыны - беседканы Фәнзил үҙенең проекты буйынса төҙөгән. Ғаиләм - ҡәлғәм, тиҙәр. Үҙ ҡәлғәһен булдырғанда әле өйләнмәгән йәш егет ниндәй матур хыялдар менән янған. Һәр нәмәлә зауыҡлыҡ, үҙенә генә хас оҫталыҡ сағыла.
- Сос, тырыш та, сәмсел дә, талантлы ла егет менән нисек таныштың? - Фәнзил өйҙә юҡлыҡтан файҙаланып, һорауҙарымды Ләйсәнгә биреп ҡалам.
- Танышыуыбыҙға тиҙҙән биш йыл була, - тип йылмая Ләйсән. - Тыуған көнөмдә әхирәтем менән ҡалаға дискотекаға барғайныҡ. Һылыу, күҙҙәре ут сәсеп торған егеткә күҙ һалыусылар, әлбиттә, күп булғандыр, ә ул миңә иғтибар итте. Шунан башланды.Тыуған көндәрен билдәләүселәргә кафе шампан шарабы бүләк итә икән. Шуны иҫтәлеккә әлегәсә һаҡлайбыҙ.
Мәҡәләнең тулы вариантын "Урал" гәзитендә уҡығыҙ.
Читайте нас: