Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм -ҡәлғәм
5 Ноябрь 2019, 21:30

Биш балаһы - биш бәхете

Яңыраҡ Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев ҡулынан “Әсәлек даны” миҙалы алып ҡыуанған Дилбәр Мансурованың йөҙөндә биш балаһының биш бәхете балҡый.

Бала донъяны ғәзиз кешеһе - әсәһе аша танып белә. Өй йылыһы, ғәмһеҙ бала саҡ, яҡлаусы, көс биреүсе, ҡурсалаусы - ошо ҡыҫҡа ғына “әсәй” һүҙе аҫтында ла бит әллә күпме төшөнсәләр ята. Асы ауылында йәшәгән Дилбәр Низам ҡыҙы ла һәр балаһына оло һөйөү һәм хәстәр менән баға. Бөгөн иһә Мансуровтар - балалар үҫтергән, бәхетле һәм матур парҙарҙың береһе. Хужабикә бына тиҫтә йылдар инде “Асы” шифаханаһында ял итеүселәрҙе тәмле аштары менән ҡыуандырһа, ғаилә башлығы ла ошо уҡ ойошмала оператор булып эшләй. Мөхәббәтле ғаиләлә Гөлшан, Радим, Морат, Әминә һәм Данияр ҙа атай-әсәй үрнәгендә уңған, тәртипле, алсаҡ булып буй еткерә. Ишле ғаиләләр бер-береһен тәрбиәләй, тиҙәр. Ысынлап та шулайҙыр. Өлкәндәре бәләкәй һеңле-ҡустыларына терәк-таяныс була белә. Ана бит, 3 йәшлек кенә Данияр ҙа каникулға ҡайтҡан Морат ағаһынан бер тотам ҡалмай, уға үҙенсә ярҙамлаша. Ә биш йәшлек Әминә күберәген әсәй янында. Әйткәндәй, өлкәндәре бөгөн дипломлы белгестәр ҙә инде. Гөлшан Ҡазан ҡалаһында уңышлы ғына хеҙмәт юлын башлаған, Радим иһә Өфө художество-сәнәғәт колледжын тамамлағандан һуң, ваҡытлыса “Асы” шифаханаһында эшләп йөрөй. Егет Тыуған ил алдындағы бурысын үтәүгә саҡырыу көтә. Морат та өлкән апай-ағайынан ҡалышмай. Ул Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге гимназия-интернатының VIII класс уҡыусыһы. Өфөләге республика әһәмиәтендәге музыкаль белем биреү усағында башҡа ҡоралдарҙан тыш, торба кеүек музыкаль ҡоралды ла үҙ иткән үҫмер. Тыуған ояларынан бербер артлы осоп сығып торған ғәзиздәренә алмашҡа Әминә менән Данияр ҙа үҫеп килә. Тәтелдәк Әминә әле балалар баҡсаһына ғына йөрөй. Шуҡлығы менән айырылып торған кинйәләре лә, апайы кеүек, балалар баҡсаһына йөрөүҙе түҙемһеҙләнеп көтә. Йорттарын да бына тигән итеп хәстәрләгән Мансуровтар. Ғаилә башлығы Марс Ишмөхәмәт улының тырышлығы һөҙөмтәһе булып балҡып ултырған йорт һәр саҡ бөхтәлеге, тирә-яғында тәртип булдырылыуы менән айырылып тора. Ә йорттағы тыныслыҡ һәм именлек булдырыу өсөн нескә иңдәре менән тау аҡтарырҙай Дилбәр кеүек әсәйҙәр булғанда, донъя ла йәмле, аштар ҙа тәмле. Мансуровтарҙың йорттары янында таштан ике ҡатлыһы ла ҡалҡып сыҡҡан. “Балаларҙың һәр береһенең уңайлы айырым бүлмәһе буласаҡ. Алла бирһә, бер нисә йылдан төҙөп бөтөрбөҙ тип уйлайбыҙ”, - тиҙәр йорт хужалары. Уларҙың туғандары, яҡындары ярҙамында һарайҙай йорттарын төҙөп бөтөрөнә шик юҡ. Киләсәктә ишле ғаилә тағы ла ишәйеп, балалар, ейәндәр тауышы иркен, яҡты йортто тағы ла балҡытып, ҡалҡытып ебәрер әле. Ғаилә башлығы оҫта мейес сығарыусы ла. Ташсы һөнәренә эйә булған Марс Ишмөхәмәт улы төп эшенән тыш, заказ буйынса мейес сығара. Үҫмер сағында уҡ үҙләштергән шөғөл ишле ғаиләгә аҙмы-күпме табыш килтергән килем сығанағы ла. Төҙөк донъя, киләсәктә терәк булырҙай улҡыҙҙар, кәртә тулы ҡошҡорт, емеш-йәшелсәле баҡса - Мансуровтарҙың ғаилә нигеҙе. Үҙе ишле, 8 балалы, ғаиләлә тәрбиәләнеп үҫкән Дилбәр Низам ҡыҙының һәм Марс Ишмөхәмәт улының нигеҙе ныҡлы һәм ырыҫлы. Эйе, күңел йылыһын ҡушып башҡарған эш - һәр ваҡыт уңышлы, тәрбиәләп үҫтергән гөл-сәскәләр ҙә сағыуыраҡ булған кеүек, балаларын да һөйөү, наҙ менән уратып үҫтерергә тырыша Асы ауылында йәшәгән Мансуровтар.
Читайте нас: