Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм -ҡәлғәм
13 Ғинуар 2020, 12:05

Оло күстең баллы донъяһы

Йәйғорҙоң ете төҫөндәй ете ғүмер, ете мөғжизә, ете ғәзиз йән… Етеһе лә берҙәй яҡын, берҙәй ҡәҙерле һәм ҡабатланмаҫ… Булмыштарында әле үк тимер ныҡлығы, тәүәккәллек, саялыҡ ярылып ятҡан биш уллы, наҙлы гөлдәй иркә генә ике ҡыҙлы Гөлназ һәм Фәнис Әхмәтйәновтарҙың умарта күселәй гөжләп торған баллы-татлы донъяларын байҡап, бер ни тиклем күңел сөңгөлдәрен айҡап, иманлы, сәләмәт рухлы, бәхетле вә матур ғаиләгә тәл булыуыма һөйөнөп бөтә алманым… Эйе, ылыҫ еҫе аңҡып торған өр-яңы ҙур йорт - 9 кешене тормоштоң ығызығыһынан, ел-дауылдарынан һаҡлап торған ышаныслы ҡәлғәгә, ә бер-береһенә ҡарата кисергән мөхәббәт, ихтирам тойғолары ныҡлы ҡалҡанға әйләнгән был йәш ғаиләлә…

Һуңғы йылдарҙа илебеҙҙә хөкөм һөргән иҡтисади көрсөк, эшһеҙлек, матди йәһәттән тотороҡһоҙлоҡ шарттарында таң ҡалырлыҡ донъялар өйгән, ишле балалар тәрбиәләгән, ниндәйҙер кинәнестәрҙән ваз кисеп, сабыйҙары өсөн йәнен фиҙа ҡылған парҙар, һис шикһеҙ, оло баһаға лайыҡ. Ете бәләкәсте наҙ-һөйөүгә сорнап, бәпләп кенә үҫтергән, дәртләнеп тормош көткән Гөлназ һәм Фәнис Әхмәтйәновтар ҙа, ана, Инйәр ауылы халҡы өсөн үҙе бер ғорурлыҡ бит! Эшһөйәр, итәғәтле ғаилә башлығын да, алтын ҡуллы, һәләк һөйкөмлө хужабикәне лә ауылдаштары яратып, хөрмәт итеп тора.
Икеһе лә Инйәрҙеке улар… Ни ғилләлер, күпме ғүмер бер ауылда йәшәп тә, мәле етмәйенсә яҙмыш осраштырмай йәштәрҙе. Кейәүгә сығып, бәхеткә тейенә алмаған, шул арҡала кескәй генә улы менән тәүге иренән китергә мәжбүр булған Гөлназ тормошоноң иң ҡатмарлы сағында тап итә Фәнисте. Ир-атҡа ҡарата ышанысы, ихтирамы бер ни тиклем кәмегән, ҡабаттан кем менәндер ҡауыша алыуына өмөтө һүнгән, бар күңелен тик улына ғына һалған йәш ҡатын егеттең үҙенә ҡарата булған иғтибарына башта илтифат бирмәй. Шулай ҙа Фәнистең сабырлығы, инсафлығы, егәрлелеге, ә иң мөһиме - улы Артурға ҡарата яҡшы мөнәсәбәте Гөлназдың йөрәген емшетә. Бер ғауым дуҫлашып йөрөгәндән һуң, йәштәр ғаилә ҡорорға ҡарар ҡыла…
“Һай, ғүмер тигәндәре, кисә генә өйләнешкән һымаҡ инек, ни аралалыр 14 йыл да уҙған, имеш! Артурыбыҙ, ана, мәктәпте тамамлап, Белорет металлургия колледжында II курста уҡып йөрөй. Ҡыҙыбыҙ Алинаға - 13, Ғәзизебеҙгә - 11, Рәмисебеҙгә - 9, Әкрәмебеҙгә - 6, игеҙәктәребеҙ Самира менән Арыҫланға 3-әр йәш тә булып киткән!” - эргәһендә сыр-сыу килгән кинйәкәйҙәрен тупылдатып яратып, әсә кеше бәхетле йылмая.
Шөкөр, һынауҙарҙы ашатлап, ҡатынҡыҙ бәхетен уның бар тулылығында татыны Гөлназ. 13 йыл дауамында өйҙә балалар тәрбиәләп, күптән түгел генә Асы шифаханаһында эш башлаған һылыу ҡатын тормошонан, хәләл ефетенән үтә ҡәнәғәт. “Бәғзе берәүҙәр зарланған кеүек, декрет ялында үҙеңде тотошлай ғәзиз балаларыңа, һөйөклө иреңә арнауҙың бер ҡыйынлығын да тойманым. Сабыйҙарым бәләкәйерәк саҡта ҡәйнәм Венера Зәйнәғәли ҡыҙы менән ҡайным Юнс Минихан улы Әхмәтйәновтар, әсәйем Таңһылыу Нуритдин ҡыҙы Мырҙағәлина хәлдәренән килгәнсе ярҙам итте, балаларҙы ҡарашты. Һөйгәнемдең ғаиләм тип өҙөлөп тороуы, шулай уҡ яратҡан шөғөлдәрем булыуы, әүҙем тормош алып барыуыбыҙ ҙа күңелһеҙләнергә ирек бирмәгәндер”, - ти Гөлназ әңгәмә барышында.
Эйе, йәп-йәш сырайлы, һомғол буйлы әсәй кешенең килмәгән ере юҡ шул. Аш-һыуға оҫталығы, ғаилә ағзаларына иҫ китмәле матур кейемдәр, төрлө конкурс-ярыштарҙа сығыш яһау өсөн һоҡланғыс костюмдар тегеүе, йөмлә ерҙе сәскә-гөлгә күмеүе хайран ҡалырлыҡ! Йорттары эстән дә, тыштан да ялтырап ята - һәр ҡайҙа ла бөхтәлек, зауыҡлыҡ! Ғәжәп ҡылып, шунсама ҙур ғаилә йәшәгән йортто ҡурсаҡ өйөләй матур, таҙа итеп нисек тоторға мөмкин һуң, тип ҡыҙыҡһынам.: “Таҙалыҡ, бөхтәлек йәһәтенән беҙҙә ҡанундар ҡаты. Балаларҙың һәр ҡайһыһы үҙ нәүбәтен ҡабул итеп, көн оҙоно тәртип өсөн яуап бирә. Кисен дежурлыҡты береһе икенсеһенә тапшырып ҡуя”, - тип шаян йылмайыша Әхмәтйәновтар. Ысынлап та, бушты-бушҡа ауҙарып, ҡулды кеҫәгә тығып йөрөүселәр юҡ бында. Кәртә тулы мал-тыуар, ҡош-ҡорт; йәй-көҙ айҙарында баҡсала емеш-еләге, йәшелсәһе емерелеп уңа. Игеҙәктәрҙән башҡалары, уҡыуҙан тыш, төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнергә, йәмәғәт эштәрендә ҡатнашырға өлгөрә. Тотош ғаилә менән спорт ярыштарында, район кимәлендә үткән фестивалдәрҙә, конкурстарҙа ла призлы урындар яулай улар. Һөнәре буйынса тимер юлында машинист булып эшләгән Фәнис Юнс улы ла бер саранан да ситтә ҡалмай - һәр башланғысты хуплап, ҡатынына, бәләкәстәренә ярҙам итеп кенә тора. “Әсәйем менән атайымдың бер бөртөк улы булдым. Үҙемде белер-белгәндән яңғыҙлыҡтан ғазап сиктем. Һине аңлар, кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙыр, терәктаянысың булыр бер туған ағай-апайҙарға, ҡусты-һеңлеләргә мохтаж инем… Шөкөр, кескәй малайҙың теләктәре асманға ашҡан, күрәһең - бөгөнгө көндә минән дә бай, минән дә бәхетлерәк Хоҙай бәндәһе юҡ!” - ти оло йөрәкле, киң күңелле атай кеше ғорурлыҡ менән.
Шулай, Аллаһы Тәғәләнең әҙәм балаһын яңғыҙлыҡ өсөн яралтмағанын, йәненә яҡын кешеләргә мөхәббәт, шатлыҡ өләшкән хәлдә генә үҙе лә бәхеткә тейенәсәген Әхмәтйәновтарҙың барыһы ла яҡшы аңлай. Бәлки, шуғалыр ҙа, ҡорған нигеҙҙәре - ырыҫлы, донъя малы - бәрәкәтле, тормоштары тулы ҡанлы вә сәғәҙәтле был ғаиләнең...
#детибашкириисчастье#башҡортостанбалалары
Читайте нас: