Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм -ҡәлғәм
15 Ғинуар 2020, 11:10

Милләттең киләсәге - кѳслѳ ғаилә

Һәр ил вә милләт үҙенең тулы, татыу, сәләмәт тормош алып барған, рухи йәһәттән камил ғаиләләре менән ҡөҙрәтле. Юҡҡамы ни, алтын аҡыллы ата-бабаларыбыҙ «Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр» тимәгән бит. Тимәк, халҡыбыҙҙың быуаттар артылып килгән тәрбиә алымдарына, әхлаҡи нормаларына таянған, тарихы, башҡортлоғо менән ғорурланған, үҙ милләт кешеләрен ихлас яратҡан көслө ғаиләлә тамыр нығытыусы сабый киләсәктә атайсалының, халҡының һөйөклө улы йә ҡыҙы буласаҡ.

Шөкөр, ниндәй генә ауыр заманаларҙы, һынауҙарҙы кисермәһен, башҡорт ғаиләһе бер ваҡытта ла үҙ йөҙөн, күркен, рухи ҡиммәттәрен юғалтманы. Милләтебеҙҙең бәҫен күтәрер маҡсатлы, ихтыярлы, һынмаҫ рухлы шәп ғаиләләр бөгөн дә бихисап. Гәзитебеҙҙең был һанында таныштырасаҡ төйәктәштәребеҙ Эльза һәм Илдус Ғәниевтар ҙа тап шундайҙарҙан.
...Салауат районы Күҫәләр ауылы егете Илдус менән Белорет һылыуы Эльзаның тәү тапҡыр осрашыу, танышыу урыны - баш ҡалабыҙҙағы Салауат Юлаев һәйкәле. Сатнатып башҡортса һөйләшкән тотанаҡлы, инсафлы, сағыу матурҡай Илдустың күңелен шундуҡ яулай. Үҙенән күҙен алмаған ыҫпай, итәғәтле егет тә Белорет сибәркәйен әсир ҡыла...
Белемдәре буйынса, Илдус - сит телдәр белгесе, Эльза иһә табип-неонатолог. Студент саҡтарында өйләнешеп, ҡулдарына диплом алғас, йәштәр Дыуан районының Мәсәғүт ауылында төпләнә. Илдус «Янғантау» шифаханаһында - администратор, Эльза урындағы бала табыу йортонда үҙ йүнәлеше буйынса эшкә урынлаша. 2018 йылдың аҙағында, бер ҡалыпҡа һалынған тормоштарын, бөтөн уңайлыҡтары булған яңы, иркен фатирҙарын ҡалдырып, Ғәниевтар Белоретҡа күсенеп, ҡала үҙәгендә үҙҙәренең шәхси магазинын асыуға өлгәшә. «Эшҡыуарлыҡ - байтаҡтан башта йөрөгән уй ине. Балалар тыуып, ғаиләбеҙ бермә-бер ишәйгәс, дәүләт эшендә генә йөрөп, ниндәйҙер уңышҡа ирешеү, бәләкәстәребеҙгә лайыҡлы киләсәк хәстәрләй алыуыбыҙ икеләндерә башланы. Ҡатыным менән кәңәшләшеп, бер фекергә килдек тә, тормошобоҙҙа ҡырҡа боролош эшләнек», - ти ғаилә башлығы ихлас йылмайып. Бөгөнгө көндә уларҙың көнкүреш Милләттең киләсәге - кѳслѳ ғаилә кәрәк-яраҡтары, кейем-һалым менән һатыу итеү нөктәһе бар. «Изге маҡсаттар ғәмәлгә ашмай ҡалмаһын тиһәгеҙ, юлығыҙҙа ни ҡәҙәр күберәк тотҡарлыҡтар, ауырлыҡтар осрай, һеҙ шул тиклем сәмләнеп алға барырға тейешһегеҙ. Әлбиттә, беҙҙең дә төрлө мәлдәр булып китә, әммә төшөнкөлөккә бирелеп, ҡул ҡаушарып ултырыуҙан фәтүә юҡ. Һәр уңышһыҙлыҡты тәжрибә кеүек ҡабул ҡылабыҙ», - ти Ғәниевтар ышаныслы итеп.
Ғаиләлә бер-бер артлы өс сабый ауаз һалған. Олоҡастары Йәлил балалар баҡсаһына йөрөй, наҙлыҡайҙары Әминә әсәһенә кескәй Сыңғыҙҙы ҡараша. Милли рух солғанышында тәрбиәләнгән сабыйҙарҙың үҙ-ара башҡортса тәтелдәп тороуы, бәләкәс булыуҙарына ҡарамаҫтан, бер-береһенә, ололарға ҡарата ихтирамлы булыуы хайран ҡалдырҙы. «Балаларҙы ваҡыт тарафынан һыналған халыҡ педагогикаһына нигеҙләнеп тәрбиәләү милләтебеҙҙең иртәгәһенә өмөт, ышаныс уята. Ата-бабаларыбыҙҙың йәш быуынды тәрбиәләүгә айырыуса диҡҡәт итеүе һис юҡтан түгел бит.
Ғөмүмән, үҙ халҡын, телен яратыу, хөрмәтләү, илһөйәрлек кеүек гүзәл сифаттар аңға әсә ҡарынында уҡ һалына. Сабыйҙарыбыҙ иң элек туған телен камил үҙләштерергә, башҡорттоң бай тарихын, был ерҙәргә аҫаба хоҡуғын белеп үҫергә тейеш. Ҡала мөхитендә милли рухлы шәхес тәрбиәләү нисек кенә ауыр тойолмаһын, был һәр кемебеҙҙең ҡулынан килә торған эш. Өйҙә тик башҡорт телендә генә аралашабыҙ, руссалап һүҙ ҡуша ҡалһаҡ, Йәлил улыбыҙ үҙе үк беҙҙе шелтәләп тора. Башҡортса аудиояҙмалар тыңлау, китаптар уҡыу, йәнһүрәт-тапшырыуҙар ҡарау ҙа үҙенекен итә. Әлбиттә, туған теле менән бер рәттән, балаға башҡа телдәрҙе лә белеү фарыз. Күптәрҙә шундай хата фекер йәшәп килә, йәнәһе, киләсәктә юғары вазифалар биләйем, уңышлы, хәлле кеше булайым, тиһәң, рус телен генә камил белеү ҙә етә, имеш. Ә бит ғалимдар иҫбатлауынса, телдәрҙе ни тиклем күберәк үҙләштерәһең, баштағы нейрондар ҙа шул тиклем яҡшыраҡ үҫешә; баш мейеһендә яңы нейрон-бәйләнештәр, күҙәнәктәр барлыҡҡа килә, иҫ яҡшыра, мейе ҡартаймай», - тип телгә, тәрбиәгә ҡағылышлы фекерҙәре менән бүлеште йәштәр.
Ғүмер ахырынаса үҙ өҫтөңдә бер туҡтауһыҙ эшләү, камиллашыу, ғилем алыу, яңы шөғөлдәр үҙләштереү иң фарыз ғәмәлдәрҙән һанала. Эльза һәм Илдус Ғәниевтар ҙа быны бик яҡшы төшөнә торғандарҙыр. Уңышлылыҡ, эшҡыуарлыҡ серҙәренә өйрәткән, аң кимәлен үҫтергән төрлө китаптар уҡыһындармы, тренинг, семинарҙарҙа ҡатнашһындармы - бушты-бушҡа ауҙарған мәғәнәһеҙ көндәр юҡ был ғаиләлә. Илдус һәр кесаҙна һайын башҡорт эшҡыуарҙарының Өфөләге йыйылыштарына йөрөй, табышлы кәсеп серҙәренә төшөндөргән төрлө проект-семинарҙарҙа ҡатнаша. Эльзаның да декрет ялы файҙалы үтә. Ҡул эштәренә маһирлығы, егәрле, тилбер булыуы ғаилә бюджетына өҫтәмә килем дә килтерә. Ул яһаған хуш еҫле һабындар үҙе бер мөғжизәле матурлыҡ! Йылмайған һайын бит остары уйылып торған һөйкөмлө йәш ҡатындың күңел һалып эшләгән һаҡал, селтәрҙәре лә күҙ яуын алырлыҡ. Янында өйөрөлгән остоҡ ҡына ҡыҙы иһә, кескәй генә булыуына ҡарамаҫтан, әсәһенә ярҙам итергә маташа - ебен, тәңкә-мәрйендәрен алып бирә...
...Әле өләсәй менән олатай ҡосағында, әле әсәй менән атай янында наҙланған Йәлил менән Әминәнең, әсәһенең йөрәк тибешен тыңлап, ирендәрен супылдатып, ҡулда иҙрәп йоҡлап ятҡан кескәй Сыңғыҙҙың бәхетенә ҡыуанып, яҡындарының, атай-әсәйҙәренең терәк-таянысын, ныҡлы арҡаһын тойоп, бер-береһе өсөн йәнен фиҙа ҡылып, маҡсаттарға табан ҡыйыу юл ярған Эльза менән Илдус Ғәниевтарҙың тулы ҡанлы матур йәшәйештәренә таң ҡалып, татыу, берҙәм ғаиләләрҙең ил, милләт ҡото булыуына йәнә бер ҡат инанаһың.
#детибашкириисчастье#башҡортостанбалалары
Читайте нас: