Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм -ҡәлғәм
17 Ғинуар 2020, 17:30

Исемдәрең матур - кемдәр ҡушҡан?..

Юстиция эштәре буйынса Башҡортостан Республикаһының Дәүләт комитеты 2019 йылда тыуған балаларға ҡушылған популяр һәм һирәк исемдәрҙе атаны.

Шулай итеп, иң киң таралған малай исемдәре: Артем, Артур, Арыҫлан, Асҡар, Иван, Тимур, Эмир, Әмир, Максим, Кирилл, Мирон, Таһир, Самир, Рамазан, Даниэль, Роман, Матвей, Тимофей һәм Семен.
Һирәк ҡушылған исемдәр тип түбәндәгеләр аталған: Адам, Аллим, Альтаир, Анил, Арат, Архан, Асман, Билол, Гамлет, Ғаффар, Гор, Давир, Дәлғәт, Далер, Дастан, Демир, Демьян, Джабраил, Дияр, Клим, Лукьян, Мамур, Мират, Мѳхәмәтйософ, Нил, Нурлан, Нурмат, Онур, Ранэль, Ролан, Рэм, Сайҙаш, Саньяр, Тунар, Улан, Харитон, Элиф, Эльмар, Эмран, Эрвий, Элёр, Эмирик, Ямих.
Киң таралған ҡыҙҙар исеме: Алина, Әминә, Амелия, Арина, Анастасия, Дарина, Дарья, Самира, София, Софья, Ксения, Риана, Милана, Ева, Александра, Анна, Камилла, Полина, Карина, Виктория, Вероника, Мәҙинә, Элина.
Ҡыҙҙарға ҡушылған һирәк исемдәр: Айна, Айлина, Айтина, Ариэлла, Афина, Виана, Гвиневра, Данна, Девика, Евангелина, Ивета, Изотелла, Инель, Лагерта, Лея, Лилита, Луна, Мирра, Мила, Миряна, Миллианна, Мия, Мишель, Наида, Наоми, Паулина, Райана, Рия, Тарья, Севинч, Уралия, Фредерика, Хәтижә.
Ике исем йѳрѳткән балалар ҙа юҡ түгел Артур-Эбука, Омер-Хәлис, Амиели-Фату, Әмир-Арыҫлан.
#детибашкириисчастье #башҡортостанбалалары
Читайте нас: