Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм -ҡәлғәм
14 Февраль 2020, 14:10

Сабыйҙарыбыҙ сәләмәт һәм бәхетле булһын

Тәпәй баҫа башлағандан алып баланы ян-яҡтан үҫтереү, һәләттәрен асыу – замана атай-әсәйҙәрен маҙаһыҙлаған мѳһим мәсьәләләрҙең береһе, буғай. Мѳмкин тиклем иртәрәк хәреф танытыу, сит телдәрҙе ѳйрәтеү, ижади һәләттәрен асыу, профессиональ спортҡа ылыҡтырыу, бер секциянан икенсеһенә йүгереү... Ошо “камил шәхес тәрбиәләү”ҙең, даими кѳсѳргәнештең балаһының психикаһына, сәләмәтлегенә кире йоғонто яһауын күптәр уйлап та ҡарамай. Ѳҫтәүенә, һәр тѳрлѳ “текә” шѳғѳлдәр ғаилә бюджетын да етерлек бүҫкәртә.

Белгестәр иҫәпләүенсә, балаға күп тигәндә ѳс тѳрлѳ ѳҫтәмә түңәрәк тә етә. Шунан артығы иң әүҙем тиктормаҫты ла йонсотасаҡ. Был түңәрәктәрҙең бер кѳнгә тап килмәүен дә иҫәпкә алыу мѳһим. Мәҫәлән, бәғзе бер студиялар бала менән бер кѳндә бер нисә дисциплина менән шѳғѳлләнә. Бының ише түңәрәктәр, ғәҙәттә, мәктәпте хәтерләтә.
Ниндәй шѳғѳлдәргә ѳҫтѳнлѳк бирергә һуң?
3-4 йәшлек сабыйҙарға һүрәт тѳшѳрѳү, әүәләү, бейеү кеүек координацияны һәм ваҡ моториканы үҫтереүсе шѳғѳлдәр файҙалы булыр. Ҙурыраҡтар иһә тѳрлѳ эмоциялар, мимика менән эшләргә ѳйрәтеүсе театр студияларына йѳрѳй ала. 4-5 йәшлектәргә йәнә “тере мѳйѳшлѳ” түңәрәктәр ҙә оҡшаясаҡ. Унда улар дүр аяҡлы һәм ҡанатлы дуҫтар табыуы ла ихтимал.
5-6 йәштә аҡыл ҡеүәһен һәм логиканы үҫтереүсе түңәрәктәргә ѳҫтѳнлѳк биреү дѳрѳҫ булыр. Был йәһәттән шахмат, сатраш (шашки) түңәрәктәре ҡулай.
Артыҡ кѳсѳргәнеш талап итмәгән, хәлде алмаған спорт секциялары иһә баланың физик үҫешенә ыңғай йоғонто яһаясаҡ. Әлбиттә, ябай спорт секцияһы менән профессиональ спорт араһында ҙур айырма. Беренсеһе, ғәҙәттә, күберәк уйын формаһында ойошторолһа, икенсеһе иһә баланың махсус режимда йәшәүен талап итәсәк...
Әгәр баланың аппетиты, тѳнгѳ йоҡоһо юғалһа, иммунитеты насарайһа, йыш ҡына кәйефе үҙгәреп торһа (сәбәпһеҙ илаһа, енләнһә), иғтибарын туплай алмаһа, хәлһеҙ йә йоҡомһорап йѳрѳһә, ул саҡта атай-әсәйҙәргә сабыйының кѳн режимын, йѳкләмәләрен яңынан ҡарап, тѳҙәтмәләр индереү фарыз. Йәш организмды стресҡа дусар итеп, сәләмәтлеген ҡаҡшатҡансы, уны арытҡан ауыр күнекмәләрҙән, шѳғѳлдәрҙән баш тартыу дѳрѳҫ булыр. Ваҡыты-ваҡыты менән балаға туйғансы уйнап, ял итеп, тәмлекәстәр менән һыйланып алырға рѳхсәт итегеҙ.
Эйе, бала саҡ – үҙеңде теге-йәки был ѳлкәлә һынап ҡарау ѳсѳн иң уңайлы осор. Мәктәп уҡыусыһы ѳсѳн ябай спорт секцияһынан һәм ниндәйҙер ижади түңәрәктән дә яҡшы вариант юҡ. Уҡыу программаһынан тыш ѳҫтәмә дәрестәр алыу балала уҡыуға ҡарата кире ҡараш тыуҙырыуы ихтимал. Ғѳмүмән, әгәр кәрәк тип тапһа, ҡыҙыҡһындырһа, улығыҙ йә ҡыҙығыҙ теге йәки был фән менән үҙ аллы ла шѳғѳлләнәсәк.
Фото: mama.md
#детибашкириисчастье #башҡортостанбалалары
Читайте нас: