Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм -ҡәлғәм
14 Февраль 2020, 13:05

Яҙмыш тигәндәре, ай, әсе...

Ошондай минуттарҙың мәңге туҡталмауын теләге килә ине лә бит... Тик бер генә минут эсендә ғаилә “кәсәһе”, иҙәнгә төшөп, селпәрәмә килә... Йәш әсәне аяуһыҙ сир сәскәләй генә мәлендә яҡты донъянан алып китә...

Был донъяла һәр кем ваҡыты еткәс, үҙенең Хоҙай тарафынан инселәнгән йән-йәрен тап итеп, ҡауышып, мөхәббәтле, бәхетле тормошта, тәүфиҡлы балалар үҫтереп йәшәргә хыяллана. Бына ике йөрәктең уртаҡ маҡсаттары ла тормошҡа аша - үҙ яртыларын осратып, мәңге бергә булырға һүҙ ҡуйышып, яңы, йәш ғаилә усағын да тоҡандырып ебәрәләр. Ҡоштарҙыҡы ише кескәй генә ояларында бер-бер артлы мөхәббәт емештәре лә ауаз һала, бәләкәстәренең һәр көн яңғыраған шат тауыштары бәхетле атай менән әсәйҙең йөрәк түренән сыҡҡан моңо булып ағылғандай... Ошондай минуттарҙың мәңге туҡталмауын теләге килә ине лә бит... Тик бер генә минут эсендә ғаилә “кәсәһе”, иҙәнгә төшөп, селпәрәмә килә... Йәш әсәне аяуһыҙ сир сәскәләй генә мәлендә яҡты донъянан алып китә...
...Утыҙ бер йәшендә генә береһенән-бере бәләкәй өс бала менән яҙмыш һынауы алдында яңғыҙы тороп ҡалған Йәмил Нурғәлин тураһында һүҙем. Редакциябыҙға ярҙам һорап килгән, күҙ йәштәре аша әсе хәҡиҡәтте бәйән иткән Камила апай менән Октябрьский биҫтәһендә йәшәгән ғаиләгә юлландыҡ.
Тәпәшәк кенә иҫке йорт, ҡапҡа-ҡуралары ла яңыртыу кәрәклеге тураһында һөйләй. Өй эсенә үткәс, көләкәс ҡыҙ менән малай күптәнге таныш инәйҙәренә һырылды, арҡаларынан яраттырған арала хәбәрҙәрен тәтелдәне...
Көтөлмәгән ҡунаҡтарҙан бер аҙ уңайһыҙланған, артыҡ һүҙсән булмаған Йәмилдән ғаилә тарихы тураһында һөйләүҙе үтендем: “Тормош иптәшем Егәҙе ауылы ҡыҙы ине. Беҙ уның менән 2011 йылда ғаилә ҡороп, йәшәй башланыҡ. Байтаҡ ҡына ҡуртымға бирелгән фатирҙарҙа көн күрҙек. Һәр кем үҙенең шәхси өйө булыуын теләй бит. Беҙ ҙә ике йыл элек әсәлек капиталына ошо өйҙө һатып алдыҡ. Документта 54 квадрат метр майҙанлы йорттоң бураһы ағастан тип яҙылған ине, һатып алғас ҡына уның ике таҡта араһына ҡыйһай тултырып, цемент менән эшләнгәнен белдек. Бер аҙҙан картуф баҡсаһының да хужаһы табылды. Өйгә газ менән үҙәкләштерелгән системанан һыу үткән, башҡа уңайлы шарттар юҡ. Шулай ҙа, барына шөкөр итеп, йәшәргә тырыштыҡ. Һөнәре буйынса шәфҡәт туташы булған Ләйсәнем Октябрьский биҫтәһендәге поликлиниканың педиатрия бүлегендә эшләне. Бәләкәсебеҙ Аэлинаға йөклө ваҡытта анализында лейкоциттарҙың норманан үтә лә артыҡ булыуы тураһында билдәле булғайны. Оҙайлы тикшереүҙәрҙән һуң ҡан рагы диагнозын ҡуйҙылар... (тынлыҡ) ...Өфөләге онкология диспансерында үткән һуңғы химиотерапиянан һуң, өйгә, бәләкәстәребеҙ янына ҡайтырға ашҡынғайны ғына, пневмония сире башланды...һәм күп тә үтмәне, китеп барҙы...”
Бынан ярты йыл элек алты ғына айлыҡ Аэлина, ике йәше лә тулыр-тулмаҫ Эвелина һәм дүрт йәшлек кенә Руслан исемле балалары менән яңғыҙ тороп ҡала ул. Ярҙам итергә, һыйынырға ата-әсәһе лә юҡ (күптән инде гүр эйәләре), ярай әле бер туған Наил ағайы эргәһендә. Иҫәпһеҙһанһыҙ документтар артынан йөрөгәндә булһынмы, йәиһә башҡа мәшәҡәтме, бәләкәстәрҙе ҡарашып тора.
“Руслан йөҙгә тиклем һанай ҙа белә, хәрефтәрҙе лә таный. Ә Эвелина кесе туғанын ҡарашырға эшкинеп бара. Киләсәктә хәлгә ҡарап өйгә ремонт эшләү, йә иһә яңы йорт һалыу мәсьәләһен уйлайым. Һәр кем балалары хаҡына йәшәй, уларҙың киләсәге үҙенекенән яҡшыраҡ булыуын теләй. Хәҙер инде улар минең берҙән-бер йәшәү мәғәнәһе”, - тине Йәмил хушлашҡанда.
Яҙмыш, тибеҙ... Бар нәмәне яҙмышҡа ғына япһарып, ауырлыҡтарҙы күтәрә алмай бөгөлгән һәм һынғандар бар. Был йәһәттән өс йәш бала менән бер яңғыҙы тормош тигән киң даръялағы кәмәлә йөҙгән көслө рухлы Йәмил Нурғәлиндың “ишкәктәренең” талмауын, һәм дәүләт тарафынан уның иғтибар үҙәгенә алыныуына, ярҙам ҡулы һуҙыр кешеләрҙең табылырына ышанғы килә.
Читайте нас: