Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм -ҡәлғәм
17 Февраль 2020, 22:00

Әсәйҙәр балалары өсөн ниндәй доға ҡылырға тейеш

Әсәйҙәрҙең балалары өсөн теләгән теләктәре, ҡылған доғалары бик тиҙ ҡабул була, сөнки әсәй доғаһы менән Аллаһ араһында пәрҙә юҡ. Балаларыбыҙ өсөн бик яҡшы доға…. Улар өсөн, беҙ — әсәйҙәр ҙә һорамаһа, кем һорар, доғаны һәр ваҡыт ҡылырға мөмкин. Аллаһы Тәғәлә Үҙенән һораусыларҙы, доға менән мөрәжәғәт иткәндәрҙе ярата!!!!!!!!! Йә Аллаһ! Һинең Гүзәл Исемдәрең менән Һинән һорайбыҙ, Һиңә ялбарабыҙ беҙҙең балаларыбыҙҙы Үҙеңдең Рәхмәтең менән солғап ал!!!!! Йә Раббым! Уларға хәйерле, сәләмәт оҙон ғүмер бир, балаларыбыҙҙы Үҙеңә ғибәҙәт ҡылыусыларҙан һәм Үҙең ҡушҡандарҙы үтәүселәрҙән ит!!!!!

????Йә АЛЛАҺ, уларҙың иманын нығыт һәм көсһөҙҙәренә көс һәм ауырыуҙарына шифа бир!!!!!!!! РАББЫМ, уларҙың тәндәрен нығыт, күреүҙәрен, ишетеүҙәрен камил ҡыл, етешһеҙлектәрен төҙәт, иң яҡшы кешеләр итеп тәрбиәлә!!!!! ????Йә Аллаһым Үҙеңдең мәрхәмәтең менән балаларыбыҙҙы ауырыуҙарҙан, хаталарҙан, гонаһтарҙан һәм аҙашып яман юлдарға кереп китеүҙәрҙән һаҡла, уларҙы Үзеңә тоғролоҡло итеп тәрбиәлә!!!!! ????Йә Аллаһ, балаларыбыҙҙы атай-әсәйҙәрен яратып, хөрмәт итеп тыңлай торған ит, атай-әсәйҙәренә ҡарата ҡаты бәғерле, тыңлауһыҙ булмаһындар, Йә Раббым!!!!!!!! ????Йә Аллаһым, беҙгә балаларыбыҙҙы юғары әхләҡлы һәм ныҡлы иманлы итеп үҫтерергә ярҙам ит!!!!!!!!!! ????Раббым, беҙ үҙебеҙҙең нәҫелебеҙҙе тәрбиәләүҙе Һиңә ышанып тапшырабыҙ!!!!!!!! ????Йә Аллаһым, Һин Үҙеңдең ҡөҙрәтең менән балаларыбыҙҙы төрлө яуыз сирҙәрҙән таҙарт һәм әхләҡһыҙлыҡтан имен ҡыл. Беҙ уларҙы Һиңә тапшырабыҙ! !!!!!!! ????Йә Раббым, Һин уларҙы көндөҙ һәм кистәрен тарала торған бар төрлө яуызлыҡтарҙан, яман ғәҙәттәрҙән, яман һүҙҙәрҙән, яман күҙҙәрҙән, кемде лә булһа хаҡһыҙға рәнйетеүҙәренән һәм үҙҙәрен дә хаҡһыҙға рәнйетеүҙән, көнсөл кешеләрҙең күҙ ҡарашынан һаҡла, яҡла, Үҙеңдең рәхмәтең менән уратып ал!!!!!!! ????Йә Аллаһым, беҙҙең балаларыбыҙҙы бөтөн яҡлап, өҫтән дә, аҫтан да, уң яҡтан да, һул яҡтан да, алдан да һәм арттан да зыян килмәҫлек итеп, яуыз бәндәләрҙең, яуыз хайуандарҙың, тәбиғәт бәлә-ҡазаларының һәм юл һәләкәттәренең зыяны теймәҫлек итеп һаҡлауыңды Үҙеңдән, ялбарып-ялбарып, һорайбыҙ!!!!!!!!! ????Йә Аллаһ, балаларыбыҙ беҙҙең йөҙ аҡлығыбыҙ һәм күңел шатлығыбыҙ булһа ине!!!!!!!!! ????РАББЫМ, уларҙың йөрәктәрен шундай итеп үҙгәрт, балаларыбыҙ Һине яратыусыларҙан булһындар һәм һине яратыуслырҙы яратһындар!!!!! ????Йә Аллаһ, балаларыбыҙға был донъяла ла, ахирәттә лә кәрәкле, файҙалы булған белем бир, ул белем уларға Һине яратырға һәм Һинең бойороҡтарыңды үтәп йәшәп, мәңгелеккә киткәндә иманлы бәндәләр булып китергә ярҙам итһен!!!!!!!! ????Йә Аллаһ, балаларыбыҙҙың башҡалар араһында дәрәжәһен күтәр һәм уларға бәхет, тәүфиҡ, һидәйәт һәм иман байлығы, үҙҙәрен тәъмин итерлек, башҡаларға ла ярҙам итерлек мал бир, кеше күҙҙәренә ҡарап тилмереп йөрөүҙәрҙән Үзең һаҡла!!!!!!!!!! ????Йә Раббым, балаларыбыҙға сәләмәт йөрәк, мәрхәмәт, шәфҡәт, алған белемдәре менән башҡаларға ярҙам итергә әҙер тороусы күркәм әхләҡ бир!!!!!!!! ????Йә РАББЫМ,балаларыбыҙҙы түбәнлеккә төшөүҙән һәм хурлыҡҡа ҡалыуҙан һаҡла. Уларға шундай шатлыҡ бир, ул шатлыҡ беҙгә лә шатлыҡ китерһен!!!!!!!! ????Йә Аллаһ, балаларыбыҙға зирәк зиһен, үткер фекер, камил аҡыл, күркәм холоҡ, йомшаҡ фиғел,тулы иман бир!!!!!!! ????Йә Аллаһым, балаларыбыҙ Ҡиәмәт Көнөндә йәннәткә инеү өсөн беҙҙең дәлилдәребеҙ булһындар. Әəəмиин!!!!!
Читайте нас: