Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм -ҡәлғәм
7 Апрель 2020, 18:55

“Балалар беҙҙе бәхетле булырға өйрәтә”

Бөгөнгө йәмғиәттең ҡанундары ҡаты: уңыш тигәнең үҙ-үҙен тапҡандар, раҫлағандар, туҡтауһыҙ камиллыҡҡа ынтылғандар яғында. Был, үҙ сиратында, ғаилә ҡороу, нәҫел арттырыу кеүек изге төшөнсәләрҙе ҡыҫырыҡлап, замана кешеһен яңғыҙлыҡҡа дусар ҡыла... Эйе, үкенескә ҡаршы, күптәр өсөн ғаилә тормошо хыялдарҙан, мөмкинлектәрҙән ваз кистергән һаҙлыҡ төҫлө. Бәлки, шуғалыр ҙа, ишле ғаиләләр әлеге йәмғиәт өсөн ят, хатта ки аңлайышһыҙ күренештер. Һүҙем ошо стереотип ҡараштан арындырыр ырыҫлы ғаилә - Гөлфиә һәм Наил МӨХӘМӘТДИНОВТАР тураһында булыр.

16 йыл бергә йәшәү осоронда ҡалала Йәштәр программаһы буйынса ер алып, сынъяһау донъялар өйгән, Батырхан, Наҙгөл, Байегет исемле аҡыллы, һәләтле балалар тәрбиәләргә, үҙ өҫтәрендә даими эшләп, йәмғиәт өсөн файҙалы кеше булырға ла өлгөргән Гөлфиә менән Наилдең уртаҡ тормошо, ысынлап та, таң ҡалырлыҡ.
- Наил - Белорет егете, ә мин Учалы районы Озерный ауылы ҡыҙымын. Белорет педагогия колледжында бер мәлдә уҡыныҡ, тыныс, итәғәтле егет, минең, ут ҡыҙҙың, иғтибарын шундуҡ йәлеп итте, - тип һүҙен башланы Гөлфиә.
...Тәүге бәпестәрен оҙаҡ тәҡәт итеп, үтә танһыҡлап көтөп ала улар. Тотош бер ғүмерҙәй тойолған алты йыл эсендә уйламаған уй, бармаған табип-белемсе ҡалмай. Юҡ, нисек кенә эстән үртәлһәләр ҙә, икәү аралағы эскерһеҙ хистәргә тап төшөрөр һүҙҙәр, ғәйепләүҙәр яңғырамай.
- Улыбыҙ тыуғас, ирем: “Башҡорт исеме ҡушабыҙмы, әллә урыҫмы?” - тип һорап аптыратҡайны. Башҡорт булып урыҫ исеме ҡушһаҡ хайран инде, тип Наилгә башҡорт исемдәре теҙмәһен тотторҙом - ул Батырхан тигәнен һайланы...
Урыҫ мөхитендә үҫкән ҡала егете ут сәсеп торған сая рухлы, илһөйәр, телһөйәр ауыл ҡыҙының “йоғонтоһона” тиҙ бирелә. Батырхан, Наҙгөл, Байегеттең телдәре лә саф башҡортса асыла.
- Өйҙә тик туған телдә генә аралашабыҙ. Әгәр балалар үҙ-ара урыҫса гәпләшеп китһәләр, беҙгә ниндәй Борис менән Настя килгән, тип тегеләргә шелтә яһайым, сөнки 2 йәшен тултырған Байегет ағай-апайының әйткәндәрен ҡабатларға, улар булып ҡыланырға әҙер генә тора. Ғөмүмән, ҡәйнә йортона килен булып төшкән көндән үк, исемләп өндәшеүҙәре өнәмәй, үҙемде башҡортсалап килен, еңгә тип әйтеүҙәрен һораным. Милли баҫмалар уҡырға ла, рәхәтләнеп үҙ телебеҙҙә һөйләшергә лә күндерҙем. Шөкөр, ҡәйнәм менән 14 йыл бер ҡыйыҡ аҫтында дуҫ-татыу йәшәнек...
Уҡытыусылыҡ эшмәкәрлегенән ваҡытлыса арындырып торған декрет ялын тотош тиерлек үҙ өҫтөндә эшләүгә, ғаиләһе, үҙе өсөн файҙа килтерерҙәй шөғөлдәргә арнаған хужабикә. Күптән дәрт итеп тә, ҡулы етмәгән бихисап ниәттәрен, ниһайәт, ғәмәлгә ашырған.
- Ғаиләмде үҙ өлгөмдә спортҡа ылыҡтырҙым, дөрөҫ туҡланыу системаһын үҙләштереп, ашауға бәйле ғәҙәттәрҙе үҙгәрттек. Ҡатын-ҡыҙ асылына төшөндөрөр, үҙ-үҙеңә ышаныс арттырыр, булмышыңды биктә тотҡан кәмселектәр комплексынан ҡотолдорор төрлө онлайн-курстарҙа уҡып, үҙем һәм яҡындарым өсөн өр-яңы Гөлфиәне лә астым, - ти әңгәмәсем йылмайып.
“Инстаграм” социаль селтәрендә теркәлеп, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн саф башҡорт телендә “Матурлыҡ” марафондары үткәргән, дөрөҫ туҡланыу, аш-һыу, баҡсасылыҡ серҙәре менән бүлешкән, милләттәштәрен сәләмәт тормош алып барырға өндәгән ихлас, позитив күп балалы әсәйҙең сәхифәһендә “яҙылыусылар” көн һайын артып ҡына тора. Һәр иртә һайын тиерлек Башҡортостандың төрлө райондарында йәшәүсе ҡатын-ҡыҙҙар өсөн онлайн-күнекмәләр үткәргән ҡатынына Наил тәүҙәрәк ғәжәп ҡылһа, тора-бара ғәҙәти хәл кеүек ҡабул итә башлай...
Байтаҡ йылдар ҡаланың тикшереү изоляторында хеҙмәт иткән, хаҡлы ялға сыҡҡансы смена начальнигы вазифаһын атҡарған, әле иһә Сермән ауылында урынлашҡан “Урал спорт инвентарҙары заводы”нда эшләп йөрөгән ғаилә башлығын да белгән-күргәндәр берҙәй ихтирам итә. Балаларына, үҙенә, зат-зәүеренә ҡарата ғәйәт йомшаҡ, хәстәрлекле, булдыҡлы хәләле тураһында, “Әгәр яңынан тормош башлау мөмкинлеге бирһәләр, мин уйлап та тормай Наилемде, бөгөнгө йәшәйешемде һайлар инем, - ти Гөлфиә күҙҙәрендә шаян осҡондар сәсрәтеп.
Уҡыу менән бер рәттән ал-ял белмәй тхэквондо көрәш сәнғәтен үҙләштергән, музыка мәктәбендә ҡурай серҙәренә төшөнгән, робототехника түңәрәгенә йөрөгән Батырхан да, фортепиано класында уҡыған, бейеү, ҡул эштәре менән мауыҡҡан Наҙгөл дә ҡул ҡаушырып ултырыуҙың ни икәнен дә белмәй - өлкәндәр йөкмәткән бурыстарҙы кем уҙарҙан башҡарып, буш ваҡыттарын мөмкин тиклем фәтүәле уҙғарыуҙы хуп күрә бәләкәстәр.
- Бары атай-әсәй булыу бәхетен татығандар ғына бала саҡ иленең тылсымын яңынан тойоу, әкиәт, хыял донъяһында гиҙеү мөмкинлегенә эйә. Сабый күҙҙәре аша һин тормоштоң сағыу төҫтәргә, эскерһеҙ хистәргә бай булыуына төшөнәһең, ҡабаттан хыялдарға бирелергә, ихлас һоҡланырға өйрәнәһең. Үҙем тулы, ишле ғаиләлә буй еткергәнгәлерме, һәр саҡ итәк тултырып балалар үҫтереү, атай-әсәйем кеүек үк уларға үрнәк булыу тураһында уйланыр инем... - ти әсә кеше эске бер тулҡынланыу менән.
Бөтөн донъяны пандемия афаты ҡурҡыуға һалған киҫкен осорҙа Мөхәмәтдиновтарҙың һәүетемсә аҡҡан тормошона, көйһөҙләнеп, сәбәләнеп йөрөмәүҙәренә лә күптәр хайран ҡала. Ябай ғына гигиена талаптарын, көн режимын теүәл үтәгәндә, сәләмәтлеккә иғтибарлы булғанда, әллә ниндәй сирҙәр ҙә ҡурҡыныс түгел, ти улар.
- Ҡурҡыу тойғоһо арҡаһында организмда кортизол тигән гормон бүленә, был иһә иммунитеттың ҡаҡшауына килтерә. Шуның өсөн әлеге мәлдә илдә күрелгән сараларҙан файҙаланып, ашығыс эштәрҙе, ҡарһаланыуҙарҙы ситкә ҡуяйыҡ, танһыҡ ҡанғансы балаларыбыҙ, һөйгәндәребеҙ менән аралашайыҡ. Беҙ, мәҫәлән, гөж килеп алдағы көндәргә пландар ҡорабыҙ, рассада сәсеп, ҡош-ҡорт алып үҫтерер өсөн оя-кетәктәрҙе төҙөкләндерәбеҙ. Быйылғы йылда һыйырлы ла булырбыҙ, тибеҙ, атайыбыҙ, ана, мал ҡураһы эшләү менән мәшғүл... Кибет кәштәләрендә хаҡтары бермә-бер артҡан лимон, имбир тип тә ҡаңғырып йөрөмәйбеҙ, йәйен йыйып киптергән боланут сәйен, гөлйемеш төнәтмәһен эсеп, һыуытҡыста һаҡланған емеш-еләктәрҙе ашап организмды витаминдарға байытабыҙ...
Ғәжәп, әммә ошо мәлдә Ер шарында йышылған бүрәнәләр еҫе аңҡып торған йортта мейес яғып, һыу ташып, үҙ алдарына көңгөр-ҡаңғыр йәшәп ятҡан Мөхәмәтдиновтарҙан да бәхетлерәк ғаилә юҡтыр һымаҡ тойолдо. Хәйер, һәр сабыйын ырыҫ, Тәңре бүләге итеп ҡабул ҡылған, үҙ йәшәйештәренән йәм-тәм тапҡандарҙан да бәхетлерәктәрҙең булыуы икеле...
Фото ғаилә архивынан.
Читайте нас: