Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм -ҡәлғәм
19 Июнь 2020, 14:00

Бауырға баҫмаҫ бала булмай

Әсәй наҙын, атай арҡаһын тойоп үҫкән балаларға тормошта үҙ урынын табыу күпкә еңелерәк. Эйе, иңдәргә ҡанат ҡуйған, ел-дауылдарҙан ҡалҡан булған ғаилә - иң ныҡ ҡәлғәләрҙән дә ышаныслыраҡ мәҡам. Әммә яҙмыш тигәнең һин теләгәнсә генә булһасы - тәҡдир ҡанундарын кемгәлер йомшаҡ, бәғзеләргә аяныслы яҙып ҡуя. Шуныһы йәл, әсәй менән атай янында ирәүәнләп буй еткерер бер гөнаһһыҙ сабыйҙар ҙа, төрлө сәбәптәр арҡаһында, етемлеккә дусар ҡыла...

Шулай ҙа Юғары Көстөң ҡөҙрәте киң - кемдеңдер изге йөрәге аша һуғарылған ҡояштай йылы нур, ҡаты һүҙҙән генә түгел, ауыр ҡараштан да тирелеп түгелергә торған кескәй күңелдең һәр күҙәнәгенә үтеп инеп үҙенә яҡынайтырға һәләтле...
Ҡаланың үҫмерҙәр һәм балалар өсөн социаль приютынан ваҡытлыса килгән балаларҙың һәммәһе лә Гөлсирә һәм Илдар Иҫәнғоловтарҙың изге йөрәген тойомламаһа, дүртәүһе берсә Мәхмүт ауылында тороп ҡалмаҫ та ине. Ә бит был ғаиләлә бынан алда тағы ла үкһеҙҙәрҙең - Сермән балалар йортонан алған өс бер туғандың ҡанат нығытып, үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫҡандарын улар белмәгәндер ҙә әле...
Берәүҙәргә үҙ балаһы имгәктәй тойолғанда, өс уланлы Иҫәнғоловтар ете ят бауырға күңел һалырға, йөрәк йылыһы менән бүлешергә нисек йөрьәт иткән тиһегеҙҙер?
- Популяр телетапшырыуҙарҙың береһендә балалар йортондағы сабыйҙарҙың “әсәй” һүҙен әйтер өсөн өҙгөләнеүҙәрен күреп, йөрәгем әрнене. Ана шул ваҡытта атай-әсәй һөйөүенән мәхрүм баланы ғаиләле итеү ниәте моронлағандыр ҙа. Тормош иптәшем Илдар менән кәңәшләштек тә, бер ҡыҙ алып тәрбиәләргә ҡарар ҡылдыҡ. Әммә берәү артынан барып йәнә өс балалы булып ҡайттыҡ... Бер туғандар - Гөлназ, Айгөл, Рөстәм тәүге көндән үк беҙгә атай-әсәй тип өндәште, улдарыбыҙ Денис, Нур, Ғәзиз менән дә шундуҡ уртаҡ тел тапты. Бөгөн иһә ике ҡыҙыбыҙҙы ла башлыкүҙле итеп, оло тормош юлына баҫтырҙыҡ, Рөстәмебеҙ ҙә егет ҡорона тулып, Белорет металлургия колледжында уҡып йөрөй. Бәлиғ булып та, атай-әсәй тип өҙөлөп тороуҙары, ҡанат нығытҡан нигеҙҙәренә талпынып ҡайтыуҙары бынан 13 йыл элек ғәмәлләшкән ҡарарҙың ни ҡәҙәрем дөрөҫ вә изге булыуын раҫлай, - ти оло йөрәкле әсәй бәхетле йылмайып.
Шаһсот, Резида, Нәргизә, Района... Мөсһөҙ иңдәрендә тормоштоң әсе-сөсөһөн етерлек татыған тағы дүрт бисара йән. Күргән михнәттәрҙән үҙ-үҙҙәренә бикләнгән, өркәк йәнлек төҫлө кешеләргә шикләнеп ҡараған сабыйҙарҙы күреп, Иҫәнғоловтар был юлы ла битараф ҡала алмай...
- Ике йыл элгәре булған тәүге осрашыуыбыҙҙы иҫләйем дә, ғәжәп ҡылам: айырма ер менән күк араһы! Тәрбиәгә алған балаҡайҙарыбыҙ күҙгә күренеп асылды, илгәҙәкләнде, уҡыуҙары ла бермә-бер яҡшырҙы. Әлбиттә, был беҙҙең генә уңыш түгел, уратып алған кешеләрҙең, мәктәптә белем биргән уҡытыусыларҙың да ҡаҙанышы. Бер тин хаҡ һорамай, уҡыуҙан тыш ваҡыттарын бүлеп, Шаһсотҡа ла, Резида менән Нәргизәгә лә ғилем эстәргә, коллективҡа ылығырға ярҙам итәләр, - тип ҡыуанысы менән уртаҡлаша Гөлсирә Сәйәр ҡыҙы.
Хәйер, һәр йәһәттән дә өлгөр, йүнсел, тормош көтөргә, хәләл мал табырға тырышып торған ғаиләлә үҫкән балаларҙың ыңғай һөҙөмтәгә ирешмәүе, китек донъялары түңәрәкләнмәүе мөмкин дә түгелдер. Өс тиҫтә йылға яҡын иңгә-иң терәшеп, бер-береһен тулыландырып, йөпләп татыу ғүмер кисергән Иҫәнғоловтарҙың фиҙаҡәрлеген, кешелекле-кеселекле булыуын барыһы ла күреп-белеп тора. Кәртә тултырып мал-тыуар аҫрарға, ҡош-ҡортон үрсетергә, баҡса тултырып йәшелсә-емешен сәсергә, бер үк мәлдә үҙ һөнәрҙәренең, күңел һалған шөғөлдәренең оҫтаһы булырға ла өлгөрә улар. Балалар ҙа бушты-бушҡа ауҙарып йөрөмәй, уҡыуҙан, уйындан арынған арала ҡыҙҙар әсәләре менән аш-һыу, гөл-сәскәләр тирәһендә өйрөлһә, ҡул эштәрен тотһа, Шаһсот иһә атаһы, ағайҙары менән тимер-томор менән булыша - иҫке-моҫҡоно ялғап, бергәләп “һә” тигәнсе машинаһын да, мотоциклын да йыйып ҡуялар.
- Балаларҙың кескәй генә һөйөнөстө лә оло шатлыҡ итеп ҡабул итә белеүенә хайран ҡалам. Ҡаланан алып ҡайтҡан ус аяһылай күстәнәс булһынмы, бәләкәс кенә уйынсыҡмы, ҡыуаныстарынан үрле-ҡырлы һикерәләр. Ете йәшен тултырып, быйыл мәктәпкә барырға йыйынған Районаға ошо яҙҙа велосипед һатып алдыҡ. Ҡыҙыбыҙҙың нисек һөйөнгәнен күрһәгеҙ ине! Әле минең, әле Илдарҙың ҡосағына сумған бәләкәстең сыңғырлатып көлөүенән атайыбыҙҙың күҙҙәре йәшкә тулды... Шатлыҡ йәштәренә... - Гөлсирә ханымдың тауышында ла сикһеҙ тулҡынланыу һиҙелде.
Бауырға баҫмаҫ бала булмай, тиҙәр. Быны үҙ ғәзиздәрен күптән башлы-күҙле итеп, хәҙер инде биш ейән-ейәнсәргә өләсәй-олатай булған, әммә һаманғаса иңдәренә ҙур яуаплылыҡ алып, үкһеҙ етемдәргә йөрәк йылыһын өләшкән Әсәй менән Атай - Гөлсирә һәм Илдар Иҫәнғоловтар күптән иҫбатлаған...
Читайте нас: