Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм -ҡәлғәм
8 Июль 2020, 11:20

Мѳхәббәт йылдар арҡылы һынала

Ҡорған ғаиләнең ныҡлығын, икәү аралағы тойғоларҙың сафлығын бергә йәшәгән йылдар арҡылы ғына билдәләргә мѳмкин. Ялҡынлы мѳхәббәттән яралып, ҡәҙер-хѳрмәткә, ышаныс вә миһырбанлыҡҡа нигеҙләнгән мѳнәсәбәттәргә, һис шикһеҙ,оҙон ғүмер насип ҡыла. Шөкөр, милләттәштәребеҙ араһында рухлы, иманлы, татыу ғаиләләр бихисап. Бөгөн гәзит уҡыусыларыбыҙҙы таныштырасаҡ матур пар - дүрт тиҫтә йылға яҡын бер бөтөн булып, береһенән-береһе аҡыллы, тәүфиҡлы, тәҡүә балалар тәрбиәләп үҫтергән Әлимә һәм Илсур ФӘХРЕТДИНОВТАР ҙа тап шундайҙарҙан.

...Шығай ауылынан Үткәлгә Бибисара инәһенә ҡунаҡҡа килгән оҙон толомло көләкәс ҡыҙыҡайға әллә нишләп күңеле тартыла ла тора Илсурҙың. Балалар менән йыйылышып уйнаған саҡтарында шаярып ҡына ана шул ҡунаҡ ҡыҙының йылҡылдап торған толомдарынан тартҡанында, йөрәге дарҫлап типкәндәй... Шығай урта мәктәбендә уҡығанда ла, Әлимәнең атаһы менән бергә эшләп, тракторын уларҙың йорто алдына ҡалдырып йөрөгәндә лә ситтән генә күҙләп йөрөй ул ҡыҙҙы. Сабыр иткән - моратына еткән: дуҫы менән Өфө-Сибай поезында эш сәфәренән ҡайтып килгәнендә, баш ҡалала уҡып йөрәгән Әлимәһе менән бер вагонға эләгә... Тәҡдирҙең бындай бүләген ҡулынан ысҡындырмай Илсур - танышҡандан һуң күп тә үтмәй, тәүәккәлләп, ҡыҙ йортона яусы ебәрә. Ғәйәт ипле, инсафлы, эшһөйәр егет тә Шығай һылыуының күңелен әсир итмәй ҡалмай...
Йәштәр тәүҙә Үткәл ауылында төпләнә. Яңы ғына Өфө дәүләт аграр институтын тамамлап ҡайтҡан йәш кәләште тыуған ауылындағы мәктәпкә производствоға өйрәтеүсе мастер сифатында эшкә саҡыралар. Балалыҡ осоронан уҡ техника ене ҡағылған ғаилә башлығы иһә тимер аттарҙы ҡороҡлай. 10 йыл тирәһе Үткәлдә йәшәгәндән һуң, ауылда урта мәктәп булмау сәбәпле, Фәхретдиновтар Белорет ҡалаһында нигеҙ ҡора.
- Бишенсе сабыйыбыҙ тыуғансы ҡаланың лицей-интернатында башта тәрбиәсе, тора-бара биология фәне уҡытыусыһы булып эшләнем. Иптәшем йә тракторсы, йә экскаваторсы булып хеҙмәт йөгөн тартыуын дауам итте. Ғаиләбеҙ йәнә бер кешегә ишәйгәс, барса донъяуи мәшәҡәттәрҙән ваз кисеп, ете йыл дауамында үҙемде тик хәләл ефетемә, балаларыма, йортома ғына бағышланым, ир ҡатыны, әсәй, хужабикә булыуҙың бар йәмен, ләззәтен тойоп рәхәтләндем, - ти Әлимә ханым бәхетле йылмайып.
Остоҡтары Эмиль тәүге тапҡыр мәктәп тупһаһын ашатлағас, Әлимә Мөштәбә ҡыҙы ҡаланың Үҫмерҙәр һәм балалар өсөн социаль приютына эшкә урынлаша. Бына хәҙер инде 12 йыл тынғыһыҙ һәм яуаплы урында тәрбиәсе бурысын атҡара. Ауыр тормош хәленә дусар балаларҙың ваҡытлыса төйәгендә һағынып көтөп алынған икенсе Әсәй ул. Үҙ хеҙмәтен яратып, фиҙаҡәрлек, ихласлыҡ менән башҡарған, әленән-әле конкурстарҙа ҡатнашып, приюттың данын арттырған тәрбиәсене коллегалары ла сикһеҙ ихтирам итә.
Илсур Байназар улы ла үҙенең егәрлелеге, тырыш, тәүәккәл, яуаплы булыуы, техникаға бәйле яңылыҡтарҙы йәһәт үҙләштереүе менән хеҙмәтендә мәртәбә яулаған. Үҙ-үҙенә талапсан, оҫта водитель, хаҡлы ялға сыҡҡас та, байтаҡ йылдар һөнәренә тоғро ҡала.
Һәләтле, эшһөйәр, ныҡымыш атай-әсәйҙең балалары кемдәр икән һуң, тиерһегеҙ. Олоҡастары Илнур Учалы ҡалаһы Полицияһының дежур бүлеген етәкләй, Мират улдары - тәжрибәле водитель, ҡыҙҙары Эльза - табип-неонатолог, Инера - иҡтисадтағы ғәмәли информатика белгесе. Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһын алтын миҙалға тамамлаған Эмиль иһә бөгөнгө көндә Өфө дәүләт нефть техник университеты студенты. Кинйәләренән тыш барса балалары ла башлы-күҙле булып, Фәхретдиновтарҙы уңған, аҡыллы, дәртле кейәү-киленле, 9 ейән-ейәнсәрле иткәндәр. Эльза менән Инера, әсәләре кеүек үк, ҡул эштәренә маһир: Әлимә Мөштәбә ҡыҙы һымаҡ традицион һаҡалдар, стилләштерелгән селтәрҙәр, зауыҡлы биҙәүестәр эшләһендәрме, сигеүен сикһендәрме, бәйләмен тотһондармы - һәр әйбер күҙҙең яуын алып тора.
- Балаларҙы әрләп-һуғып үҫтермәнек; тик үҙ өлгөбөҙҙә, халҡыбыҙҙың матур традицияларына таянып, телһѳйәрлек, илһѳйәрлек рухын һеңдереп тәрбиәләргә тырыштыҡ. Шөкөр, иркә-наҙға сорнап, бәпләп кенә торһаҡ та, барыһы ла ихтирамлы-иғтибарлы, тәүфиҡлы вә кешелекле, сая рухлы булып буй еткерҙеләр, - тине Фәхретдиновтар тәрбиә йәһәтенән һүҙ сыҡҡас.
Ул-ҡыҙҙарына ғына түгел, килен-кейәүҙәре өсөн дә бына тигән үрнәк улар. Һәр ҡайһыһы ҡайны-ҡәйнәһен ярата, хөрмәт итә.
- Ҡәйнәм Рәйсә Ғилман ҡыҙы йәшләй тол ҡалып, бер үҙе ике ир баланы тәрбиәләп үҫтергән. Ҡырыҫыраҡ, бер аҙ ҡатыраҡ һүҙле булһа ла, ҡәйнәмә ҡаршы бер һүҙ өндәшмәнек, һуңғы көндәренә тиклем ҙурлап ҡараныҡ. Үҙем иһә өләсәйемдең: “Киленеңә тәүҙә үҙең килен бул”, - тигән хикмәтле һүҙҙәренә таяндым. Аллаһтың игелегелер - ике киленем дә “ҡәйнәм” тип өҙөлөп тора, - ти хужабикә һөйөнөп.
Ҡалала төпләнһәләр ҙә, кәртә тултырып мал-тыуар аҫраған, бесән мәлдәрен һағынып көтөп алған, яратҡан шөғөлдәренән йыуаныс тапҡан ғаиләнең бер генә көнө лә заяға уҙмай. Икәүләп төрлө мәҙәни сараларҙа ҡатнашырға ла, зат-зәүерҙе таныштырыр, аралаштырыр матур йыйындар ойошторорға ла, балаларына, туғандарына хәлдәренән килгәнсә ярҙам итергә лә форсат таба улар. “Моңһоуланып, талсығып киткән мәлдәребеҙҙә беребеҙ - шиғыр, беребеҙ тимер араһында”, - тип шаярта геройҙарым. Эйе, берен-бере аңлап, ҡыҙыҡһыныуҙарын ҡабул ҡылып, тоғролоҡ һаҡлап йәшәгәнгә лә, ғаилә нигеҙе - ырыҫлы, мөхәббәттәре көслө Фәхретдиновтарҙың.
Читайте нас: