Искәндәр сығышы менән Сибай ҡалаһы егете, Юлиә иһә үҙебеҙҙеке - Белорет һылыуы. Икеһе лә юғары белемле, алдынғы ҡарашлы улар. Ғаилә башлығы Башҡорт дәүләт аграр университетының биотехнологиялар һәм ветеринар медицина факультетында уҡыған, аспирантура тамамлаған. Яҡшы өлгәшкәне өсөн Германия, Дания илдәрендә практика үтеп, белемен камиллаштырып ҡайтырға ла форсат тапҡан (әйтергә кәрәк, Искәндәргә сит илдә уҡырға ҡалыр-
ға тәҡдим итәләр, яҡшы стипендия вәғәҙәләйҙәр, әммә егет тыуған яғын һайлай. Сит илдә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан булыуың мең артыҡ, ти ул). Юлиә иһә туризм һәм сервис йүнәлеше буйынса дипломлы белгес.
- Университеттан һуң алған һөнә- рем буйынса Ҡырмыҫҡалы районында эш башланым. Тик 2014 йылда ғаиләм менән Белоретҡа күсеп килергә тура килде. Шул осорҙа ҡатыным сауҙа өлкәһендә үҙ эшебеҙҙе асып ҡарарға тәҡдим итте. Ҡаршы килмәнем. Үҙәк баҙарҙа урын арендалап, тәүҙә Яңы йыл байрамына тәғәйен тауарҙар менән һатыу иттек. Тора-бара өҫ кейемдәренә күстек. Баҙар менән генә мөрхәтһенмәй, тағы бер һатыу нөктәһен - ҡала үҙәгендә “Йәсмин” (“Жасмин”) өҫ кейемдәре магазинын да асып ебәрҙек, - ти Искәндәр шәхси
эшҡыуарлыҡ йәһәтенән һүҙ сыҡҡас.
Әлбиттә, бер башланғыс та еңел бирелмәй. Инде һатыу эше яйға һалынды тигәндә, пандемияға бәйле сикләүҙәр бәкәлгә һуға. Шулай ҙа төшөнкөлөккә бирелмәй Әҙеһәмовтар, ике һатыу нөктәһен берләштереп, сабыр ғына үҙ эштәрен дауам итәләр, тауар әйләнешен яйға һалып, ниһайәт, төшөмдө арттырыуға ла ирешәләр.
Дүрт бала - Йәсмин, Амира, Эмирхан, Тимерйән менән мәж килгән Юлиә лә бөтмөрлөгө, тырышлығы менән хәләленә һәр йәһәттән терәк. Ваҡытында “Иҙел башы һылыуҡайы” титулын яулаған уңған хужабикә бөгөн дә әүҙем тормош позицияһын юғалтмаған. Ҡатын-ҡыҙ һәр ваҡыт үҫеш, камиллашыу юлында булырға, күңелен илһамландырған, рухи
ҡәнәғәтлек килтергән шөғөл табырға тейеш, тип иҫәпләй ул. Башкөллө ғаилә мәшәҡәттәренә сумып, өс кенә йәшен тултырған Йәсминдәре янына мәленән алда тыуған игеҙәк сабыйҙарын алып ҡайтҡанда ла, әле ҡулдан да төшөп етмәгән кинйәләре Тимерйән менән төрлө сараларҙы биҙәү йәһәтенән үҙ эшен асып ебәргәндә лә Юлиә һис ҡасан көйһөҙләнеп, сабырһыҙланып йөрөмәй.
“Ғәжәп түҙемле, алтын аҡыллы минең һөйөклөм. Әлеге заманда был сифаттар айырыуса мөһимдер тип уйлайым. Юҡҡа-барға сарбайламауы, ниндәй генә хәл килеп тыумаһын, тыныслыҡ һаҡлай белеүе, зирәклеге менән күңелемә яҡын ул. Хәләлең йөҙөндә ышаныслы дуҫ, кәңәшсе табыу - үҙе үк ҙур бәхет. Йәнә, бөгөнгө көндә һирәк кенә ҡатындар дүрт бала табырға тәүәккәлләйҙер... Ғөмүмән, ҡатынымдың яңы һыҙаттарын асҡан һайын уға нығыраҡ ғашиҡ булам. Ул - йортобоҙҙоң ҡото, именлеге, күңел донъябыҙҙың бөтөнлөгө”, - тигәйне Искәндәр ҡәҙерлеһе тураһында оло ихтирам менән.
Һөйгәненең рәссамлыҡ һәләтен, нәзәкәтле, зауыҡлы тәбиғәтен белеп, заманса фекер йөрөткән, кешеләге ыңғай потенциалды күрә белгән һиҙгер күңелле ир аҫылы уның ижадҡа һыуһап йәшәүен тойомламай буламы инде. Искәндәр ҡатынына декоратор сифатында үҙен һынап ҡарарға тәҡдим итә. Юлиәһе лә шуны ғына көткәндәй, ҡуш ҡуллап риза була. Шулай итеп, йәштәр тағы бер ҡыҙыҡлы йүнәлеште үҙләштереп, бөгөнгө көндә юбилей кисәләрен, туй тантаналарын һәм башҡа сараларҙы биҙәй. Эшмәкәрлектең дизайн, проектлау кеүек мөһим өлөштәрен Юлиә башҡарһа, Искәндәр иһә тантана залдарын биҙәшергә ярҙам итә. Бәғзе ваҡыт кескәй Тимерйәнде лә үҙҙәре менән йөрөтөргә тура килә.
Мәҡәләнең дауамын гәзитебеҙҙең 99-сы (11 декабрь) һанында уҡығыҙ.