Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм -ҡәлғәм
5 Ғинуар 2021, 15:50

Алма менән тултырылған өйрәк

Мейестә ҡыҙарып бешкән хуш еҫле ҡош түшкәһе өсөн 1,5 кг өйрәк, 6 әсе алма, тоҙ; маринадҡа - 1,5 аш ҡалағы шыйыҡ бал, 3 а.ҡ. лимон һуты, 2,5 а.ҡ. әсе гәрсис, 3 а.ҡ. үҫемлек майы, 4 тырнаҡ һарымһаҡ, тәменсә борос, розмарин кәрәк.

Өйрәкте башта маринадта тотабыҙ. Бының өсөн бал менән гәрсисте бергә ҡушып, лимон һутын өҫтәйбеҙ. Һарымһаҡты таҙартып турағас, ҡалған ингредиенттар менән бергә ҡатнашмаға һалып болғайбыҙ. Өйрәкте тоҙлап, эске һәм тышҡы яғынан маринад менән һылап, бер нисә сәғәткә (ярты сәғәттән алып өс тәүлеккә тиклем) һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.
3 алманы дүрт өлөшкә бүлеп, үҙәген алабыҙ һәм ҡош түшкәһе эсенә тултырабыҙ. Асыҡ ерен кулинария ебе менән тегеп йә һыҙлыҡ (зубочистка) менән беркетеп ҡуябыҙ.
Ҡалған алмаларҙы 4-8 өлөшкә телгеләп, ит әҙерләнәсәк һауыттың (противень, фольга, бешереү өсөн еңсә һ.б.) төбөнә һалабыҙ һәм өҫтөнә өйрәкте ултыртабыҙ. Ҡошто ҡаплап, алдан 200 градусҡаса йылытылған духовкаға ҡуябыҙ. Тора-бара температураны 180 градусҡа тиклем кәметергә мөмкин. 2 сәғәттән һуң ҡапҡасты (йә фольганы) асып, итте ҡыҙарғансы мейестә тотабыҙ. Байрам табынығыҙ - йәмле, аштарығыҙ тәмле булһын!
Фото: wond-world.livejournal.com
Читайте нас: