Һәләк оҡшаш улар... Икеһе лә егәрле, йүнсел, бөтмөр - ҡулдарынан килмәҫ эш-һөнәрҙәре юҡ; һәр нәмәгә ижади ҡараш, рухи камиллыҡҡа ынтылыш та - бер-береһен бәйләп торған сифаттарҙан. Хатта яҙмыштарын да Күктәр оҡшатып яҙған кеүек...
- Рима һәм Миңлебай Солтановтарҙың ғаиләһендә бер бөртөк булып буй еткерһәм дә, ҡарындаш ағай-апайҙарым араһында һигеҙенсе мин. Үҙ әсәйемдән ғажиз ғына көйө ҡалып, уның бер туған ҡустыһының ғаиләһенә ҡыҙлыҡҡа алынғанмын. Тыуған көнөм һайын Архангел районына әсәйемдең йыллығына барыуыбыҙҙы ла тик үҫә төшкәс кенә аңланым... Шулай ҙа мине наҙ-һөйөүгә, хәстәргә сорнап, үҙ туғандарым менән аралаштырып үҫтергән атай-әсәйем өсөн тәҡдиремә мең рәхмәтлемен, - тип башланы һүҙен Зәйнәп. - Азамат та, ана, бәләкәй генә көйө әсәйһеҙ ҡалған. Алты баланы әсәй наҙынан мәхрүм итмәйем тип, ҡайным - Вәхит Харрас улы биш балалы ҡатынға өйләнгән. Ун беренә лә өлгөлө тәрбиә, белем биреп, татыу, берҙәм итеп үҫтергән улар ғәзиздәрен.
- Инәйебеҙ Сәлимә Мөхәмәт ҡыҙы Аҫылғужина бик диндар, тәҡүә кеше. 10 апрель көнө ҡәҙерлебеҙ үҙенең 85 йәшлек юбилейын билдәләй. Ошо олпат йәшендә лә һәммәбеҙҙе туплап, аҡыллы кәңәштәрен биреп, изге доғаларын ҡылып ултырыуына һәләк рәхмәтлебеҙ уға, - ти хәләлен йөпләп Азамат та.
...Инйәр мәктәбендә уҡыған саҡтарында уҡ бөрөләнгән һөйөү хисе елпелдәк йәшлектә лә юғалып ҡалмай. Зәйнәп Өфөнөң Дим биҫтәһендәге тимер юл училищеһын тамамлағансы, Азамат әрме хеҙмәтен үтеп, Белорет эске эштәр бүлегенә эшкә урынлаша. Ваҡыт-саҡрымдар һынауы үткән мөхәббәттең ғүмерлек тойғо булыуына инанған йәштәр, ниһайәт, 1999 йылдың март айында законлы никахҡа инә. Хәләл көс арҡылы ҡоролған иркен, ҡотло тормоштарының ырыҫын арттырып, бер ул, ике ҡыҙ бала донъяға килә.
Мәҡәләнең дауамын гәзиттең 9 апрель һанында уҡырға мөмкин.