2020 йылдың 1 ғинуарынан балалар йорто Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы ҡарамағынан сығып, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына ҡарай башлай һәм шул уҡ йылдың август айынан “Спутник” ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәге тип үҙгәртелә.
Үҙәк яңы йүнәлештә эшләгәнлектән, яңы белгестәр талап ителә. Юрист, социаль эштәр буйынса һәм ғаилә менән эшләү белгестәре “Баланы ҡарауға алған ата-әсәләр өсөн мәктәп”тә курстар үткәрә, ғаиләләр менән шөғөлләнә. Дәрестәрҙе махсус курстарҙы тамамлаған, сертификатҡа эйә белгестәр алып бара. Яңы йүнәлеш буйынса, сығарылыш балалары ауыр тормош хәленә тарыған хәлдә 18 йәштән алып 23 йәшкә тиклем бында йәшәй ала. Үҙәк белгестәре уларҙың артабанғы яҙмышын хәл итеү, үҙаллы тормошта үҙ урынын табыу йәһәтенән барыһын да эшләй.
Уҙған йылдың июль айынан алып директор вазифаһын атҡарған Юлия Евгеньевна Васючкова әйтеүенсә, үҙәккә, тәү сиратта, яҡшы Интернет үткәрелгән, ашханаға шәп ремонт эшләнгән. Бында тәрбиәләнгән 34 бала “Аҡ елкәндәр”, “Аҡ сәскә”, “Тирмәкәй”, “Ҡояшҡай”, “Бал ҡорто” ғаилә төркөмдәренә бүленгән. Һәр “ғаилә”гә айырым аш, йоҡо, дәрес әҙерләү бүлмәһе бирелгән, һәр балаға шәхси әйберҙәре өсөн комодтар ҡуйылған. (Әйткәндәй, комодтарҙы, үҙәктең 90 йыллыҡ юбилейы уңайынан, Белореттан Дмитрий Андреевич Ладесов бүләк иткән). Балаларға һәр ҡайҙа ла электрға тоташыу өсөн розеткалар ҡуйылған, теләгән ваҡыттарында микротулҡынлы мейестә аш йылытып ашау, сәй эсеү мөмкинлеге бар. Һәр төркөм үҙенең ярҙамсы участкаһында сәскә сәсә, йәшелсә үҫтерә, эшкә өйрәнеп үҫә.
“Кулинария” түңәрәгендә балалар тәрбиәселәре менән берлектә аш-һыу бешерергә, “Тегеү оҫтаханаһы”нда егеттәр ҙә, ҡыҙҙар ҙа тегергә, бәйләргә һәм сигеү сигенергә өйрәнәләр.
Үҙәктә шашка-шахмат, волейбол, саңғы, хоккей, мини футбол, уҡтан атыу секциялары эшләй. Балалар райондың мәғариф идаралығы ойошторған спорт сараларында даими ҡатнашалар, еңеү яулайҙар. Республика командаһы составында Волга буйы федераль округында үткәрелгән спартакиадала иһә йыл һайын ҡатнашалар. Ижади фестивалдәрҙе лә ҡалдырмайҙар. Мәҫәлән, быйыл уларҙың командаһы “Ума палата” конкурсының төбәк-ара конкурсында еңеү яулап, Башҡортостан намыҫын Волга буйы федераль округында яҡлаған. Коронавирус эпидемияһына бәйле конкурс онлайн форматта үткән. Хеҙмәт дәресе инструкторы Галина Васильевна Точилкина менән дә балалар Волга буйы федераль округында үткән төрлө ярыштарҙа ҡатнашып, һәр саҡ призерҙар рәтен тулыландыра.
Тәрбиәселәр - Наталья Ивановна Милешина, Екатерина Ивановна Поварова, Николай Михайлович Ермилов, Ирина Александровна Дубинина, ашнаҡсы Наталья Юрьевна Гущина, оҙаҡ йылдар тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары булып эшләгән, хәҙер өлкән тәрбиәсе Ирина Леонидовна Белова, шәфҡәт туташы Татьяна Александровна Маликова, келәт мөдире Наташа Александровна Габова бында оҙаҡ йылдар эшләй. Үҙҙәренең элекке тәрбиәләнеүселәре Валентина Николаевна Бухмастова, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлағандан һуң, 2020 йылда педагог-психолог булып эшкә килгән..
Мәҡәләнең тулы вариантын гәзиттең 79-сы һанында уҡығыҙ.