Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм -ҡәлғәм
8 Октябрь 2021, 10:45

Атайҙар һәм уландар

Башҡортостандың ир-егеттәр ҡоро “Ир-егет - ил терәге” проекты сиктәрендә Бөрйән районында “Атайҙар һәм уландар” аттарҙа йөрөү турын үткәрҙе. Сара барышында өлгөлө атайҙар хаҡында видеофильм да төшөрөлдө. Унда теләге булған һәр кем ҡатнаша алды.

Атайҙар һәм уландар
Атайҙар һәм уландар

Беренсе аттарҙа йөрөү туры Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы биләмәһендә ойошторолдо. Унда ҡатнашыр өсөн Башҡортостандың төрлө төбәгендә йәшәгән атайҙар улдары менән алдан заявка бирҙе.

Бөрйән, Белорет, Баймаҡ райондарынан, Өфө һәм Күмертау ҡалаларынан йыйылған иллегә яҡын ир-егет аттарҙа 10 саҡрымлыҡ араны үтеп, йылға аша кисеп сығып, 800 метрт бейеклектәге Ҡырҡты Батыр тауына күтәрелде. Бөрйән районы тәбиғәтенең матурлығы күренгән ҡайһы бер тауҙарға йәйәү менделәр. Ҡайһы берәүҙәргә ҡырағай маралдарҙы күреү бәхете тейҙе. Шулай уҡ ҡурсаулыҡ музейы менән танышыу, маралдар вольерына барыу, халыҡтың XIX быуатта 100 метрлыҡ тәрәнлектән ҡул менән хром табылған шахтаны күреү барыһына ла ҡыҙыҡлы булды.

Сараның икенсе көнөндә “Ауҙарыш”, “Уҡтан атыу”, “Арҡан тартыш”, “Суҡмар ташлау” кеүек ярыштар үткәрелде. Еңеүселәрҙең барыһына ла Башҡортостан ир-егеттәре ҡороноң матур бүләктәре тапшырылды. Аттарҙа йөрөү туры Республика
Башлығы грантына ойошторолдо.

- Һуңғы йылдарҙа ғаиләлә атай роленең мөһимлеге кәмей төштө. Беҙ был хәлде төҙәтергә тейеш. Эйе, был сара донъяны үҙгәртә алмай, шулай ҙа улдар һәм атайҙар араһындағы бәйләнешкә йоғонто яһар. Башҡортостан юлдаш телевидениеһында атта йөрөү туры тураһындағы фильмды ҡарап, башҡалар ҙа уйланыр. Ир-егеттәр ҡоро тарафынан уландар менән атайҙарҙы бер-береһенә яҡынайтыу, араларын нығытыу өсөн
төрлө саралар үткәреү ҡаралған. Беҙ улдарыбыҙҙы ысын ир-егеттәр итеп тәрбиәләргә, ғаиләләрен һәм Тыуған илдәрен яҡларға әҙер булырлыҡ итеп үҫтерергә тейешбеҙ, - ти Ир-егеттәр ҡоро рәйесе Зариф Байғусҡаров.

Бөрйән районында ике көн дауамында барған сарала Инйәр ауылынан аталы-уллы Аяз һәм Динислам ЙОСОПОВТАР (һүрәттә) ҡатнашты.
- Күптәнге хыялым тормошҡа ашты, шуға күрә был сараны ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алдым. 800 метр бейеклектәге ҡарағай урманлы тауға артылып, 10 саҡрымлыҡ араны атта елеп, тау-йылғаны кисеп уҙҙыҡ. Башҡортостан ҡурсаулығы музейында ҡыҙыҡлы экспонаттар менән танышып, уҡтан атып, суҡмар ташлап, арҡан тартышып көс һынаштыҡ. Кисен усаҡ янында яңғыраған йыр-моң һәр кемдең күңелен күтәрҙе һәм Зариф Закир улы Байғусҡаров менән йәнле әңгәмә онотолмаҫлыҡ хәтирәләр ҡалдырҙы. Беҙҙең фәһемле һәм файҙалы ялыбыҙҙы ойошторған әсәйемә, шулай уҡ был турҙы ойоштороусыларға оло рәхмәтемде белдерәм. Оло ҡор артабан да йәшәһен, атайҙар күберәк ваҡыттарын ғаиләләренә һәм балаларына бүлһен, ялдарын файҙалы һәм фәһемле итеп үткәрһендәр ине, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Динислам.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: