Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм -ҡәлғәм
26 Ноябрь 2021, 10:06

Бәхет биләмәһе – ҒАИЛӘЛӘ

Һәр ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе ғәиләһендә тиһәң, һис кенә лә хата түгелдер.

Бәхет биләмәһе – ҒАИЛӘЛӘ
Бәхет биләмәһе – ҒАИЛӘЛӘ

Эргәһендә сыр-сыу килеп йүгереп йөрөгән балалар тауышы яңғырап торғанда, өйгә тәмле аш-һыу еҫе таралғанда, йәнәшәңдә хәстәрлекле ир-ат булғанда артыҡ бер ни ҙә кәрәкмәй. Хәйер, замана ҡатын-ҡыҙҙары артыҡ амбициялылар һәм бойондороҡһоҙлоҡта йәшәргә, ирҙәр менән бер кимәлдә булырға, күберәк аҡса эшләргә, карьера ҡорорға ынтылалар. Шулай ҙа улар араһында алтын урталыҡты һайлап, эштә лә, өйҙә лә өлгөргән, булдыҡлы аҫыл заттарыбыҙ байтаҡ. Һөйкөмлө әсәй ҙә, үҙенең моңло тауышы менән әсир иткән йырсы ла Луиза МӨХИТДИНОВА һәр яҡлап та үҙ асылын тапҡан да инде.

Луиза Уразбай ҡыҙы Үткәл ауылында тыуып үҫкән. Бала саҡтан сәнғәткә ғашиҡ булыуы мәктәптән һуң уны Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт училищеһының “Вокал” бүлегенә илтә. Уҡыуын тамамлағас, 2005 йылда Ҡала мәҙәниәт һарайына “Ләйсән” балалар йыр ансамбленә етәксе булып эшкә урынлаша. Бер-нисә йылдан һуң 16 йәштән 35 йәшкә тиклемге “Алтынай” ансамблен төҙөй. Бөгөнгө көндә унда 6 ҡыҙ һәм 5 егет шөғөлләнә. “Алтынай”ҙар менән төрлө фестивалдәрҙә сығыш яһап, еңеүҙәр яулайҙар. Мәҫәлән, 2016, 2018 йылдарҙа ҡалала үткән хор фестивалендә I, II урындарға, 2018 йылда Ҡазан ҡалаһында үткән Халыҡ-ара вокалистар конкурсында (онлайн форматта) II урынға, 2021 йылда Санкт Петербургта үткән (онлайн) “Отражение” вокал конкурсында ҡыҙҙар һәм егеттәр составтары I урындарҙы яулаған.

Үҙе лә айырым йырсы булараҡ күп кенә республика конкурстарында лауреат исеменә лайыҡ булған. Һөнәрен камиллаштырыу маҡсатында даими рәүештә уҡып, квалификацияһын күтәреп тора. Район-ҡаланың мәҙәни үҫешенә тос өлөш индергәне өсөн Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының, муниципаль район хакимиәте башлығының, мәҙәниәт идаралығының күп һанлы Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән.

Луиза Мөхитдинова күп балалы әсәй ҙә. Тормош иптәше, Үткәл ауылы егете Иштуған Хөсәйен улы менән 14 йәшлек Искәндәрҙе,
13 йәшлек Айтуғанды һәм 3 йәшлек Әминәне тәрбиәләйҙәр. Ҡала лицей-интернатында уҡыған малайҙар көрәш менән мауыға. Абҙаҡта, Магнитогорск ҡалаһында үткән сараларҙа ҡатнашып, призлы урындарҙы яулап та өлгөргәндәр.

“Тыуған ауылыбыҙҙа йәйге йортобоҙ бар. Ер ҡарҙан әрселгәндән алып, көҙгә тиклем ял көндәрендә йыш ҡайтабыҙ, үҙебеҙгә ҡышҡылыҡҡа етерлек йәшелсә-емеш, картуф сәсәбеҙ. Һәр ҡатын-ҡыҙ кеүек, уларҙан төрлө салаттар әҙерләйем, ҡыяр, помидор тоҙлайым. Үҙеңдеке үҙеңдеке инде, сифатлы ла, тәмлерәк тә була. Балалар ҡамыр аҙыҡтарын яратып ашай, шуға күрә уларҙы ваҡыт булғанда йыш бешерәм. Хужабикәләр менән универсаль ҡамыр рецебы менән бүлешеп китәм: бының өсөн 300 грамм йылымыс һыу, 2 бал ҡалағы ҡоро сүпрә, 4 бал ҡалағы шәкәр, тәменсә тоҙ, 2 йомортҡа һәм 1 стакан шыйыҡ май, он кәрәк. Һыу менән сүпрәне бергә болғап бер нисә минутҡа ултыртып торабыҙ ҙа, кәрәкле ингредиенттарҙы ҡушып, йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, өҫтөн ҡаплап, ҡабарғансы ултыртып ҡуябыҙ. Был ҡамырҙы пиццаға ла, шәрбәтле, итле бәлештәргә лә ҡулланырға була.

Үҙемде талапсан әсәй тип һанайым. Балаларҙы ҡушылған эште еренә еткереп теүәл үтәргә, үҙ бурыстарына яуаплы, етди ҡарарға өйрәтәм. Әсә кеше ниндәй генә хәлдә лә уларҙы аңлай белергә, ярҙам итергә, киләсәккә хыялдарын һүндермәҫкә, уларға табан маҡсатлы барырға ярҙам итергә тейеш. Ә атайҙар иһә, уларҙы тормошта юғалып ҡалмаҫҡа, көслө рухлы булып үҫергә ярҙам итергә бурыслы. Малайҙарға атайҙар тәрбиәһе мотлаҡ кәрәк һәм ул буласаҡ ил һаҡсыһына үҙе өлгө булып торорға тейеш тип иҫәпләйем”, - ти Луиза Уразбай ҡыҙы.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: