Яңы йыл алдынан Эвелина исемле һылыуҙың Ҡыш бабайға төбәп яҙған хаты тап “Урал” гәзите редакцияһына килеп эләгеүе лә Ҡыш бабай таяғының тылсымы түгелме икән? Юғиһә, ишле ғаиләлә буй еткергән 15 йәшлек ҡыҙҙың әсәһе өсөн һораған автомат кер йыуыу машинаһы һә тигәнсе тәғәйен урынға барып етер инеме ни? Ана бит, шул ике арала эскерһеҙ ярҙам итергә теләүселәре лә табылған! Нисек кенә өгөтләп маташманыҡ, әммә бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән, хатта йөк ГАЗелен яллап, ҡап-ҡап күстәнәстәр менән Әзекәй ауылына бүләкте илтеп үк ҡуйған компания үҙҙәре тураһында яҙыуҙы хуп күрмәне. “Изге ғәмәлдәрҙе һәммәһе лә күрһен, һоҡланһын өсөн ҡылмайҙар, ул, тәү сиратта, күңел ҡушыуы, күңел талабы”, - тиеү менән генә сикләнде мәрхәмәтле ир-егеттәр.
Алты балаҡайҙың сағыу тауыштарынан гөж килеп торған йортта ярайһы уҡ яуаплы миссия менән йөрөп ятҡан ҡунаҡтарҙы оло ғәжәпләнеү менән ҡаршы алдылар. Нимә-нимә, әммә Яңы йылға бындай уҡ ҡиммәтле, иң мөһиме, ишле ғаилә, ауыл ере өсөн үтә кәрәкле әйберҙе көтмәгән улар.
- Ҡыш бабайға хатты ноябрь айында уҡ яҙып ҡуйғайным. Кер йыуыр булһа, әсәйемдең көнө мунсала уҙа. Һыу ташый, мунса яға, ҡулдан йыуа, сая... Әлбиттә, хәлебеҙсә ярҙам итергә тырышабыҙ ҙа бит, әммә төп көс барыбер әсәйебеҙгә төшә. Хатымдағы теләктең шулай йәһәт тормошҡа ашырына бигүк ышанып етмәһәм дә, күңел түрендә ниндәйҙер мөғжизәгә өмөт бар ине. Әйткәндәй, быға тиклем дә Ҡыш бабайға хаттар яҙа торғайныҡ, тик уларҙың береһе лә уға эләкмәгән, күрәһең, - тип серле йылмая хат авторы.
Эвелина, Элвин, Эдвин, Айнур, Камилла, Родион... Әзекәй ауылында һоҡланғыс донъя ҡорған Илүзә һәм Радик Ғәлиастановтар өсөн һәр сабыйы көтөп, теләп алынған мөхәббәт емеше. Илүзә - Әзекәй ауылы ҡыҙы, Радик иһә Сермән егете. 2005 йылда өйләнешеп, хәләл көстәре менән 2012-лә үҙ йорттарын төҙөп сығалар. Хужабикә балалар, йорт мәшәҡәттәре менән өйҙә мәж килһә, ғаилә башлығы бына инде 16 йыл Белорет металлургия комбинатының сым һуҙыу цехында эшләй.
Егәрле, эшһөйәр, юҡты бар итергә әҙер торған тырыш йәштәр йәнә йорттарын ҙурайтыу йәһәтенән субсидия алырға сиратҡа баҫҡан.
- Әлбиттә, өйөбөҙ һигеҙ кеше өсөн бәләкәйерәк, шулай ҙа үҙ донъябыҙҙа гөрләүебеҙ менән һәләк бәхетлебеҙ. Киләсәктә, Алла бойорһа, зәңгәр яғыулығы ла үтер, юлдары ла һалыныр, урамға прожекторҙар ҙа ҡуйылыр... - ти Илүзә һәм Радик үҙҙәрен борсоған проблемаларҙың берәй заман хәл ителеренә өмөт бағлап.
Эвелина, Элвин, Эдвин һәм Айнур мәктәптә уҡыйҙар. Тәртипле, өлгөлө балалар уҡыуҙа ла, уҡыуҙан тыш сараларҙа ла һис һынатмай. Йорт-ҡура тирәһендә лә һәләк тилбер үҙҙәре - малайҙар кәртә араһында аталарына ярҙам итһә, ҡыҙҙар иһә әсәләре менән аш-һыу тирәһендә өйрөлә, йорт-ерҙе тәртиптә тота, бәләкәс туғандары - Камилла менән Родионды ҡараша.
- Һәр сабый үҙ өлөшө, үҙ бәхете менән тыуа. Балалар - ул ырыҫ, бәрәкәт, киләсәккә матур уй-ниәттәр, өмөт сығанағы. Шөкөр, бәләкәстәребеҙҙе аяҡҡа баҫтырышыуҙа туғандарыбыҙҙың, дәүләттең ярҙамын тойоп ҡына торабыҙ. Әсәйем Флүрә Сәғәҙей ҡыҙы, атайым Ишбулды Ишмырҙа улы Ҡылысбаевтар ошо уҡ ауылда йәшәй. Ейән-ейәнсәрҙәре өсөн йәндәрен фиҙа ҡыла, хәлдәренән килгәнсе ярҙам итә улар, ҙур рәхмәт ҡәҙерлеләребеҙгә! - ти Илүзә бәхетле йылмайып.
Әйткәндәй, Эвелинаның Ҡыш бабайға яҙған хатын да редакцияға Флүрә апай алып килгәйне. Уның ҡулы ла еңел булғандыр, ахырыһы. ..
Бына шулай, был Ергә бәхет ипкене бөркөп, бер-береһе өсөн йән атып, бөгөнгөһөнә шөкөр ҡылып, киләсәккә матур ниәттәр ҡороп йәшәй Ғәлиастановтар. Хәйер, һәр сабыйын мөғжизәләй ҡабул иткән, донъяға самими күҙлектән, пак уй-теләктәр менән баҡҡан ғаиләне тағы әллә ни ҡәҙәр һөйөнөстәр, мөғжизәләр һағалайҙыр әле...