Шаулы донъянан йәшеренеп, тау-урмандар ҡамауында тын ғына ятҡан ауылда иртә таңдан ғәҙәти булмаған йәнлелек... Төндә яуып уҙған боҙ-борсаҡ та, иҙгеләнгән юлдар ҙа, күккә эленгән ҡурғаш-болоттар ҙа байрам кәйефенә бер ни түгел: ҡапҡа-кәртәләрҙә - сағыу биҙәк, ҡаҙандарҙа - тәмле ҡалъя, өй һайын - татлы осрашыу минуттары. Йорт-ҡураның төҙөклөгөн, баҡсаларҙың күркәмлеген, хужаларҙың оҫталығын, ҡунаҡсыллығын нарыҡлап, өй беренсә йөрөгән баһалама комиссияһын да иң элек халҡыбыҙға хас ихласлыҡ, алсаҡлыҡ һоҡландырҙы...
Махсус яҙыулы, нағышлы аҡ футболкаларҙа, милли костюмдарҙа йыр-моң, дәртле бейеүҙәр менән ҡаршы алды ҡунаҡтарҙы Ағзамовтар. Милли тәғәмдәрҙән һығылып торған өҫтәл, баҡса рәшәткәһенә эленгән ҡорама юрған-түшәктәр, сағыу һөлгө-селтәрҙәр, бәйләнгән уйынсыҡтар был нәҫел ҡатын-ҡыҙҙарының ни ҡәҙәрем оҫолло, уңған булыуҙары хаҡында һөйләй.
- Беҙ ауылда иң ҙур ғаиләләрҙең береһе. Әсәйебеҙ 17 балаға ғүмер биргән, шуларҙың 13-ө имен-һау буй еткергән...
Мәҡәләне тулы килеш гәзиттең 26-сы һанында уҡырға мөмкин.