Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм -ҡәлғәм
21 Декабрь 2022, 14:49

Ләүәштән ҡабымлыҡтар

1 вариант: Кәрәк: ике әрмән ләүәше, 120 грамм ҡаты сыр, 70 грамм кишер, 2 грамм әнис, 50 грамм майонез кәрәк була.

Ләүәштән ҡабымлыҡтар
Ләүәштән ҡабымлыҡтар

Башта ләүәшкә майонез һөртәбеҙ, унан өҫтөнә әнис һибәбеҙ. Икенсе ләүәш менән ҡаплайбыҙ. Майонез һөртөп, ҡырғыстан үткәрелгән сыр һибәбеҙ. Корейса кишерҙе йәйеп сыҡҡас төрөп, һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. 30 минуттан киҫеп, табынға бирергә.

Кәрәк: 150 грамм майонез, 3-4 бүлкәт һарымһаҡ, 150 гр ҡаты сыр, 200 гр ветчина.

2 вариант: һарымһаҡты иҙеп, майонез менән бутарға һалырға. Айырым һауытҡа 150 грамм сырҙы ваҡ ҡырғыстан ҡырырға, 200 грамм ветчинаны туҡмаслап турарға, ваҡланған укроп һалып бутарға. Әҙер ләүәштең өҫтөнә тәүҙә майонезды, аҙаҡ сыр менән буталған ветчинаны һыларға. Уның өҫтөнә икенсе ләүәште һалғас, рулет итеп төрөргә лә, 2-3 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйырға.

3 вариант: 

Кәрәк: 1 йоҡа ләүәш , 200 гр иретелгән сыр, 250 гр колбаса, 200 гр помидор, 1 теш һарымһаҡ, 50 гр укроп, 2 йомортҡа, 1,5 балғалаҡ он.

Помидор һәм колбасаны шаҡмаҡлап, укропты ваҡлап турайбыҙ. Һарымһаҡты иҙәбеҙ. Ләүәштән бер нисә квадрат эшләйбеҙ. Уның берәүһенә иретелгән сыр һылайбыҙ ҙа өҫтөнә бер аҙ укроп, һарымһаҡ, колбаса, помидор һалабыҙ. Тигеҙ генә итеп таратабыҙ ҙа өҫтөнә икенсе ләүәште һалабыҙ.

Ошо уҡты бер нисә тапҡыр ҡабатлайбыҙ. Иң өҫтөнә иретелгән сыр менән майлайбыҙ һәм әҙер ҡабымлыҡты шаҡмаҡлап ҡырҡып сығабыҙ

Тәрән табаҡҡа йомортҡаға бер аҙ он ҡушып туҡыйбыҙ. Һәр ҡабымлыҡты шунда манып алабыҙ. Табала ике яҡлап ҡыҙҙырып алабыҙ.

 

 

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: