Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм -ҡәлғәм
2 Февраль 2023, 14:39

Файҙалы аш тәмләткестәр

Аш-һыу өсөн тәғәйен ғәҙәти тәмләткестәрҙең сәләмәтлеккә ыңғай тәьҫирен күптәр белеп бөтмәйҙер. Берәүҙәре, мәҫәлән, аш һеңдереү процесын көйләһә, икенселәре файҙалы матдәләрҙе үҙләштерергә, ябығырға ярҙам итә.

Файҙалы аш тәмләткестәр
Файҙалы аш тәмләткестәр


Ҡара борос

Тәмләткестәр батшаһы. Ул аш һеңдереү ферменттарын әүҙемләштерә, ашҡаҙан-эсәк юлы моторикаһын көсәйтә, файҙалы матдәләрҙе үҙләштереүҙә, ябығыуҙа ярҙам итә. Бынан тыш, ҡара борос бауырҙы таҙарта, ашҡаҙан сәнсеүен баҫа. Сама менән ҡулланғанда был тәмләткес иммун системаһына яҡшы йоғонто яһай.

Урта быуаттарҙа ҡара борос борсаҡтары алтын хаҡына торошло булған. Улар менән һалым-йыйымдарҙы, ҡуртым өсөн түләүҙәрҙе түләгәндәр. Бай кәләштәр боросто бирнәлек сифатында алған.

 

Ҡәнәфер

Төрлө бактерияларға, вирустарға бәшмәктәргә ҡаршы тороу, ауыртыуҙы баҫыу үҙенсәлегенә эйә. Аш һеңдереү процесын яҡшырта, эсәктәрҙә газ барлыҡҡа килеүҙе кәметә, мускулдарҙың ауыртыуын баҫа. Ҡәнәфер шулай уҡ бабасыр (глиста) кеүек паразит селәүсендәргә, патоген бактерияларға ҡаршы тора.

Теш ауыртыуын баҫыу, кариесты профилактикалау, ауыҙ ҡыуышлығындағы насар еҫте бөтөрөү өсөн ашағандан һуң ҡәнәфер бөрөһөн сәйнәгеҙ.

Ангина булғанда, тамаҡ ауыртҡанда 4-5 ҡәнәфер бөрөһөн онтап, өҫтөнә бер стакан ҡайнаған һөт ҡойорға, бер аҙ һыуынғас, бәләкәй йотомдар менән, ауыҙҙа тота биреп, эсергә кәрәк.


Имбир

Универсаль дарыу. Имбирҙе даими ҡулланыу ашҡаҙан секрецияһын, аппетитты яҡшыртырға, юғары ҡан баҫымын төшөрөргә, уҡшыуҙы баҫырға (айырыуса ауырлылар өсөн) ярҙам итә. Уны шулай уҡ яман шеште профилактикалау, елһенеүҙән ҡотолоу өсөн дә файҙаланалар. Берәүҙәр имбирҙең артритты һәм баш өйәнәген баҫыу үҙенсәлеген билдәләй.

Спортсылар физик күнекмәләрҙән һуң барлыҡҡа килгән мускул ауыртыуын кәметер өсөн көн һайын ике грамм имбир ашарға кәңәш итә.


Дәфнә (лавр япрағы)

Ысын мәғәнәһендә табип. Лавр япрағы ҡуҙғытҡыс, тирләткес, ҡоҫторғос (ҙур дозаларҙа) тәьҫиргә эйә. Халыҡ медицинаһында дәфнә йүткеректе, биҙгәкте, аменореяны дауалау өсөн киң ҡулланыла. Өҫтәүенә, лавр япраҡтарының бәүел ҡыуыу үҙенсәлеге юғары ҡан баҫымынан ҡотолорға ярҙам итә. Дәфнәләге хуш еҫле матдәләр туберкулез таяҡсаларының үҫешен туҡтатып, иммунитетты нығыта.

Әйткәндәй, киптерелгән лавр япрағы асыҡ утта әҙерләнгән иткә әселек бирә. Бының өсөн япраҡтарҙы ит һәм йәшелсәләр менән бергә шампурҙарға кейҙерер кәрәк.

 

Хуш еҫле борос

Универсаль аш тәмләткес. Хуш еҫле ҡара борос үҙенә дүрт тәмләткестең - дәрсендең, ҡара боростоң, мускат сәтләүегенең, ҡәнәферҙең тәмен берләштерә. Ул юғары кимәлдә зарарһыҙландырыу үҙенсәлегенә эйә. Мәҫәлән, ацтектарҙың шоколад эсемлектәренә мотлаҡ рәүештә хуш еҫле борос өҫтәр булғандар.

 

Гәрсис

Күптәрҙә был аш тәмләткес дауалау йәһәтенән файҙаланылған горчичниктар менән ассоциациялана. Гәрсисте, ғәҙәттә, ашҡаҙан һутының бүленеүен көйләү, аш һеңдереү процесын яҡшыртыу, аппетитты асыу өсөн ҡулланалар. Бынан тыш, гәрсис эсте йомшартыусы, йоғошһоҙландырыусы, бәшмәк ауырыуҙарына ҡаршы сара ла икән. Уның йәнә токсиндарҙы юҡҡа сығарыу үҙенсәлеге лә бар.

 

Һинд зәғферәне (куркума)

Иң популяр көнсығыш аш тәмләткестәренең береһе. Уны хатта тәмләткестәр королеваһы тип тә йөрөтәләр. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, һинд зәғферәне составындағы куркумин антиоксидант, нейропротектор, антиканцероген, елһенеүгә ҡаршы үҙенсәлектәргә эйә. Аюрведа йәғни традицион һинд дауалау системаһы куркуманы хроник ауыртыуҙар һәм елһенеүҙәрҙән ҡулланырға ҡушһа, көнбайыш медицинаһында был тәмләткес яраларҙы уңалтыусы һәм ауыртыуҙы баҫыусы сара кеүек өйрәнелә.

Ғалимдар билдәләүенсә, куркумин ҡанға насар һеңдерелә, шуға ла уны майлы ризыҡтар менән ашау фарыз. Ә инде һинд зәғферәненең файҙалы үҙенсәлеген ҡара боростағы пиперин тигән матдә көсәйтеп кенә ебәрер.

Куркума ҡайһы бер яман шеш күҙәнәктәрен юҡ итергә һәләтле. Ә составындағы В төркөмө витаминдары үҙәк нервы системаһына ыңғай тәьҫир итһә, К витамины ҡан ойоуҙы нормаға килтерә. Был аш тәмләткес йодҡа, тимергә бай, тимәк, ҡалҡан биҙе эшмәкәрлеген көйләү, гемоглобинды күтәреү өсөн дә файҙалы. Бынан тыш, һинд зәғферәне ашҡаҙан-эсәк тракты биҙҙәре, үт ҡыуығы эшмәкәрлеген, матдәләр алмашыныуын әүҙемләштереү, ауыртыуҙы баҫыу, мейе эшмәкәрлеген яҡшыртыу (Альцгеймер ауырыуынан профилактика), йөрәк сирҙәрен булдырмау, ҡартайыуҙы яйлатыу, диабеттан һаҡлау үҙенсәлектәренә эйә.

Фото: ru.wallpaper.mob.org

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: