Ғәли Муллағәләм улы Сермән ауылында тыуған. Ә тормош иптәше - Рәмзиә Фәхритдин ҡыҙы хозур тәбиғәтле Инйәр төбәгенең Яңы Хәсән ауылында донъяға килгән. Унынсы класты тамамлағас, ҡыҙ Йылайыр совхоз-техникумының “Тегенсе” бүлегенә уҡырға инә. Уҡыуын тамамлап тыуған яғына әйләнеп ҡайта һәм Белорет ҡалаһына һөнәре буйынса эшкә урынлаша.Тап шул осорҙа үҙенең икенсе яртыһын осрата.
Йәштәр 1973 йылдың 23 мартында гөрләтеп туй үткәреп, Ғәлиҙең тыуған ауылы - Сермәндә төпләнә. Ғәли ағай колхозда, Рәмзиә апай - "Дом быта"ла тегенсе булып эшләй.
Динисламовтар ике улға һәм бер ҡыҙға ғүмер бирәләр. Хәҙер инде олатай, өләсәй булыу шатлығын, бәхетен татып, ейәндәрен һөйәләр. Бына шулай, мөхәббәттә, татыулыҡта улар 50 йыл бергә ғүмер кисергән.
Динисламовтар ғаиләһенең алтын туйҙары айҡанлы Сермән күп тармаҡлы ауыл клубында матур сара ойошторолдо. Ауыл хакимиәте башлығы Айытбай Әйүпов юбилярҙарҙы ҡотланы һәм уларға Почет грамотаһы менән бүләк тапшырҙы.
Үҙешмәкәр артистар - Айгөл Килмөхәмәтова, Фәнисә Йәмилева, Лилиә Сибәғәтова, Айгөл Шакирова, Гүзәл Ағзамова музыкаль күстәнәстәрен бүләк итте. Был көндө бөтә йыр-бейеүҙәр тик Динисламовтар ғаиләһенә арналды, яҡындары, туғандары, дуҫтары береһенән-бере матур теләктәр теләне.
Беҙ ҙә уларҙың һүҙҙәренә ҡушылып,алтын туйҙарын билдәләгән ауылдаштарыбыҙға артабан да бәхетле оҙон ғүмер, ныҡлы сәләмәтлек һәм гәүһәр туйҙарын да матур итеп ҡаршыларға яҙыуын теләйбеҙ.
Зөлфиә ЯЛАЛЕТДИНОВА,
Сермән күп тармаҡлы ауыл клубының художество етәксеһе.