Сәстәренә сал төшкән оло кешеме, йәштәрме - һәр кем, ниндәй генә йәштә булыуына ҡарамаҫтан, тәпәй баҫҡан, кендек ҡаны тамған ере хаҡында йылы хәтирәләр һәм изге тойғоларҙы йөрәк түрендә һаҡлай. Ошо көндәрҙә Ҡоҙашман ауылында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамына райондың, республиканың, илебеҙҙең төрлө төбәгенән килгән ауылдаштар, тамырҙары ошо ауылдан башланған кешеләр бер-береһе менән осрашыуҙан шат булды. Уларҙы тыуған ерҙәренә ҡарата булған һөйөү һәм илһөйәрлек тойғоһо берләштерҙе.
Ҡоҙашман ауылы 1735-1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдары ваҡытынан алып билдәле. Ул был ихтилалдың әүҙем ҡатнашыусыһы - Ҡоҙаш Текәев исеме менән аталған. Властар тыйыуға ҡарамаҫтан, сотник Ҡоҙаш Текәев ауылда тимерлек тотҡан, унда ихтилалсылар ҡорал яһаған.
Бөгөн был ауылда ни бары алты ғаилә йәшәй. Улар үҙ тамырҙарын онотмай һәм ата-бабаларының юлын дауам итеп, малсылыҡ, солоҡсолоҡ, урман кәсептәре, һунарсылыҡ менән шөғөлләнә.
Байрам сараһында мәртәбәле ҡунаҡтар - Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Хәйруллин, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һәм халыҡ артисы Вилдан Яруллин һәм башҡалар ҡатнашты.
- Республикабыҙҙың төп байлығы - кешеләр. Күптәр яҡшы тормош эҙләп ситкә китә, ә бында үҙ ауылдарына иң тоғролар ғына ҡалып, үҙ төйәге хаҡында хәстәрлек күреүен дауам итә. Белорет районында кешеләрҙең көнкүрешен яҡшыртыу өсөн күп нәмәләр эшләнә һәм киләсәктә улар тағы ла күберәк булыр. Беҙ, эштәребеҙ һәм маҡсаттарыбыҙ менән берҙәм булғанда ғына күп нәмәгә өлгәшә алабыҙ, - тине үҙ сығышында Ирек Хәйривара улы.
Ирек Сәғитов Ишле ауыл хакимиәтенән мобилизацияланған һәм бөгөнгө көндә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан 8 ир-егеттең ғаиләһенә айырым рәхмәт һүҙҙәрен әйтте.
Байрам барышында ауыл хакимиәте активистары - Олойылға ауылы китапханасыһы Земфира Хәйретдинова, Ишле мәктәбе директоры Ольга Елисеева, ауыл клубы мөдире Эльвира Рәхимова, шәхси эшҡыуар Айгөл Даньянова муниципаль район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Шулай уҡ тамырҙары менән Ҡоҙашман ауылынан булған, быйылғы йылда алтын туйҙарын билдәләгән парҙар - Зәйтүнә Фәйзулла ҡыҙы һәм Ғәйзулла Зәйнулла улы Ғәрифуллиндар, Әлфиә Мөбәрәк ҡыҙы һәм Марат Суфиян улы Мөхөтдиновтар, Сулпан Мөхәмәт ҡыҙы һәм Ғилман Ғүмәр улы Ибраһимовтар тәбрикләнде, уларға бүләккә матур сәй сервистары тапшырылды.
Байрам барышында Мөхөтдиновтар, Таиповтар, Сәйфуллиндар, Ағзамовтар, Нәбиуллиндар, Минһажитдиновтар ғаиләләре тирмәләр ҡорҙо, уның янында һәр ҡайһыһы “Минең ғаиләм” стендын булдырып, ата-бабаларының, олатай өләсәйҙәренең һәм үҙҙәренең фотоһүрәттәрен урынлаштырҙы, ейән-ейәнсәрҙәре аҡлы-ҡаралы фотоларҙы күрһәтеп ғаилә тарихы менән таныштырҙы, үҙ шәжәрәләрен һөйләне.
Олойылға һәм Ишле мәктәбе Рәсәйҙәге Уҡытыусы һәм остаз йылына арналған стендтарҙа мәктәп тарихы һәм уҡытыусылар тураһында мәғлүмәт урынлаштырҙы.
Байрам барышында “Бәйге” башҡорт халыҡ күпбәйгеһе, “Таяҡ тартыу”, “Тарт-эт”, “Бүрәнә этеү”, “Арҡан тартышыу”, “Суҡмар ырғытыу” уйындары үткәрелде. Иң көслөләр һәм таҫылдар “Көрәш” милли спорт төрөндә билдәрен һынаны. Абсолют еңеүсе Йәмил Ғиниәтуллин һарыҡ менән бүләкләнде.
Олораҡтар йыр-моң конкурсында һәләттәрен күрһәтһә, йәштәр волейбол уйынында үҙ-ара көс һынашты. Һуңынан еңеүсе команда Ирек Сәғитов, Вилдан Яруллин, Ишле ауыл хакимиәте башлығы Фәнис Даньянов, муниципаль район Советы секретары Альберт Азаматов, Сосновка ауыл хакимиәте башлығы Азамат Мөхәмәтйәров, Тимер юл ауыл хакимиәте башлығы Артур Закировтан торған командаға ҡаршы уйнаны. Һөҙөмтәлә вазифалы, хөрмәтле ҡунаҡтарҙан торған команда 3:0 иҫәбе менән еңеп, үҙҙәренең спорт менән дуҫ булыуҙарын һәм йәштәрҙән бер ҙә кәм булмауҙарын дәлилләне.
Байрам сараһын “Карауанһарай” студияһының һәм Ишле, Олойылға клубтарының үҙешмәкәр артистарының йыр-бейеүҙәре биҙәне. Әйткәндәй, микрофон, тауыш көсәйткес һәм башҡа аппаратура менән “Карауанһарай” студияһы тәьмин итте һәм Ишле ауыл хакимиәте уларға был йәһәттән ҙур рәхмәтле. Шулай уҡ бүләктәр алыуҙа бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән шәхси эшҡыуарҙар Айгөл Зөлфәр ҡыҙы Даньяноваға һәм Уразбай Заһитулы Таиповтарға ҙур рәхмәт!
...Ҡан-ҡәрҙәштәрҙе бергә туплаған, туғанлыҡ ептәрен яңыртҡан байрам һәр кемдең күңелендә тик яҡты тойғолар ғына ҡалдырғандыр. Унан алған яҡшы кәйеф, рух күтәренкелеге киләһе осрашыуҙарға тиклем һаҡланып ҡалһын.