...Буйсан, мыҡты кәүҙәле Илдарҙы күреп, йөрәгем урынынан ҡупты. Урынбаҫарҙың, “Был егеттең документтарын барлап, эшкә ҡабул ит, хужаның әмере”, - тигән һүҙҙәрен яҙа-йоҙа ишетеп, ҡаршымда торған ирҙең йәм-йәшел күҙҙәренә арбалам...
- Әйҙәгеҙ, үтегеҙ, ғариза яҙығыҙ... - тауышымдың дерелдәүен, йөрәгемдең сығырҙай булып тибеүен барыһы ла күреп-белеп торғандай...
Кадрҙар бүлегендә эшләүҙең бер ыңғай яғы бар - хеҙмәткәрҙәр тураһында бөтөн мәғлүмәт иң элек һинең аша үтә. Төн йоҡомдо алған ирҙең ҡайҙа йәшәүе, телефон һандары, тыуыу датаһы тураһындағы мәғлүмәт менән бергә, уның өйләнгәнлеге, өс бала атаһы икәнлеге билдәле булды. Тик мөхәббәт көҫәгән, хиресләнгән күңелде тыйып тотоу мөмкинме ни?! Юҡ сәбәпте бар итеп, Илдар менән осрашыу эҙләнем. Үткер ҡараштар, күкрәк төбөнән сыҡҡан ҡалын тауыш, тамырҙары бүртеп торған көрәктәй ҡулдар, эйәгендәге кескәй уйым йәнемде тәҡәтһеҙ итте.
Ҡатын-ҡыҙҙың иғтибарына өйрәнеп бөткәнгәлерме, башта Илдар янында өйрөлөүемә диҡҡәт бирмәне. Ҡаршыһына осрағанда ла, ҡараштарын түбән төшөрөп, янымдан йәһәтләп ҡасыу яғын ҡарай ине. Мине иһә, ир-егетте йәне теләгәнсә ҡулланып өйрәнгән сая, еңмеш һылыуҙы, бындай ҡаршылыҡ сәмләндерә генә төштө.
...Яңы йыл корпоративын ғүмерҙә булмағанса көтөп алдым. Ойоштороусыларҙың береһе булараҡ, кисәнән бер кемдең дә ситтә тороп ҡалмауын киҫәтеп ҡуйҙым... Ҡалалағы иң затлы ресторандарҙың береһендә уҙған байрамға Илдар иң һуңғыларҙан булып килде. Һын-һыпатына килешле костюм кейгән ирҙең еңенән эләктереп, янымдағы буш ултырғысҡа әйҙәнем...
Шул кистә бирешмәҫ ҡәлғә яуланды, ниһайәт. Ғәжәп, әммә ҡыҙмаса коллегама шау-шыулы ресторанды ҡалдырып, бер аҙ төнгө ҡала буйлап йөрөп килергә тәҡдим иткәс, шунда уҡ риза булды. Хәмер шауҡымынанмы, кешегә әллә ни асылып бармаған Илдарҙың быуаһы йырылды - ҡыҙып китеп, бар тормошон, ғаилә хәлен, ҡатыны менән мөнәсәбәтен һөйләп ташланы.
- Ҡәҙеремде белмәй. Мин бит тик ғаиләм, балаларым өсөн генә йәшәйем. Ә уға һаман ниҙер етмәй. “Эштән һуң ҡайтаһың, балалар менән ярҙам итмәйһең, иғтибар юҡ, һин мине яратмайһың...” Буш ғәйепләүҙәрҙән арыным, аңлайһыңмы? Һуң яратмаһам, йәшәп ятыр инемме ни?!.
- Йә-йә, тыныслан, урам буйлап шаулап йөрөмәйек, әйҙә миңә сәйгә...
Икәү аралағы йәшерен осрашыуҙар, ләззәтле һөйөшөүҙәр, йән иҙрәтер һөйләшеүҙәр... Ә мөхәббәт? Булдымы икән һуң ул? Бәлки, булғандыр ҙа... минең яҡтан. Нисек кенә ҡатынын һүкһә лә, уны ярата ине. Ғаиләһенән китмәҫен дә аңлай инем. Балалар йәл, тигән булды...
Мәҙинәне Интернет селтәренән эҙләп табыу әллә ни ҡыйынлыҡ тыуҙырманы. Битләүендә өс баланы уртаға алып, бер-береһенә йылмайып баҡҡан парҙы күреп, йөрәгем шартлар сиккә етте. Шул мәлдә бәһлеүән кәүҙәле ир янында торған бәләкәй генә ҡаҡса ҡатынды ни ҡәҙәр күрә алмауымды, аҡылдан яҙыр сиккә етеп, Илдарҙы ҡыҙғаныуымды аңланым... Күҙ йәштәрем аша Мәҙинәнең юҡҡа сығыуын, беҙҙең бәхеткә ҡамасауламауын теләнем. Көндән-көн был нәфрәт тойғоһо үҫә генә барҙы. Тәүҙәрәк Илдарҙың проблемаларын тыңлап, уның “хәсрәтен” уртаҡлашһам, кәңәштәр бирһәм, тора-бара был “күңел бушатыуҙар” зитыма ғына тейҙе. Үҙемде яратылған, һөйөклө ҡатын итеп түгел, ни бары бушлай психолог, күҙ йәштәре өсөн яҫтыҡ кеүек ҡабул ҡылдым. Ярһыу ҙа көсәйҙе.
- Йәнем, һин мине яратаһыңмы? - тинем бер көн Илдарҙың күҙҙәренә тура ҡарап. - Байтаҡ осрашабыҙ, әммә бер тапҡыр ҙа яратам тип әйтмәнең...
- Яратҡанымды тоймайһыңмы ни?
- Юҡ.
- Һм...
- Иҫбатла.
- Нисек?
- Кит Мәҙинәңдән!
- Алтыным, был турала беҙ һөйләштек бит... Балалар тулы ғаиләлә үҫергә тейеш.
- Ә мин ауырлы булһам?..
Әле генә алдыма башын һалып, йылмайып ятҡан ир ҡапыл һикереп торҙо.
- Һин нимә, ауырлыһыңмы? - Йөҙө ҡомһарған Илдарға ҡарап, берсә көлгөм, берсә илағым килде.
Юҡ, ул мине яратмай... Унан китмәйәсәк...
Илдар артынан ишек ябылыу менән, телефонымды ҡулыма алдым. Һөйәремдең мөхәббәт тулы смс-хәбәрҙәрен, икәү төшкән фотоларҙы Мәҙинәгә ебәрҙем...
“Һин беҙҙең тормошто юҡҡа сығарҙың, аңлайһыңмы шуны?! Мәҙинә мине ғәфү итмәйәсәк...” - телефондың икенсе осонда асырғанып ҡысҡырған Илдарҙы бүтәнсә тыңлай алманым.
Был хәлдең фажиғәле тамамланырын белһәм... Мәҙинәнең кафель плитка түшәлгән ҡаҡ иҙәнгә бәрелеүҙән баш һөйәге һынған тинеләр. Ә Илдарҙы аҙна-ун көн тигәндә урманда аҫылынған килеш таптылар. Иң аяныслыһы - әсәләренең ҡанға батҡан кәүҙәһе янында буҫығыуҙан шешенеп бөткән өс бала...
- Апай, һеҙ был донъяла иң йомарт, изге күңелле кешеһегеҙ... Берәүгә лә, бер кем дә улай тәм-том, уйынсыҡтар килтермәй... - дүрт, биш, ете йәшлек өс баланың ҡосоуынан тыным ҡыҫылып, тәнемдең ут кеүек яна башлауын тоям. Ғүмерлек тамуҡ ғазабынан...
КӨНҺЫЛЫУ.