- Мин 1943 йылда Үткәл ауылында алтынсы, төпсөк бала булып донъяға килгәнмен. Ул саҡта ауылда мәктәп дүрт класҡа тиклем генә ине, шуға күрә уҡыуымды Шығайҙа дауам иттем. Етенсе кластан һуң звено менән Николаевка яғына колхозға бесән эшләргә ебәрҙеләр. Колхоз йәш-елкенсәкте эшһеҙ ултыртып ҡуйманы. Өсөнсө йылына Сосновкаға һауынсы итеп алып киттеләр. Май айында эш башлағанда һөттөң иң күп сағына тура килдем. Көн һайын өс мәртәбә егермегә яҡын һыйырҙы һауыуы ауыр булды, ҡулдар шешеп, ҡатып бөтә ине. Унан йәйләүгә күсендек. Унда минең кеүек Мәрүә исемле йәш ҡыҙ менән дежур итә торғайныҡ. Кәкрәйеп ҡатҡан ҡулдарҙы ҡаҙандағы эҫе һыуға тығып алабыҙ ҙа, артабан эшкә тотонабыҙ. Һауынсылар ауырып китһә, эш оторо өҫтәлә, алмашҡа кеше юҡ. Нисек кенә ауыр булһа ла түҙергә, емертеп эшләргә тырыштым. Әммә йәшлек дәрте менән үҙемдең хәл-торошомдо онотоп йөрөп, ауырып киттем һәм мине ауылға ҡайтарҙылар.
Ауылыбыҙҙа Хөсәйен фермаһына эшкә төштөм. 1962 йылда ауылдашым Ғәлиәхмәт Ҡотләхмәт улы менән ҡауыштыҡ. Ул Әбйәлил районы Таштимер ауылында тракторсыға уҡып сыҡҡан ине һәм бер йылға уны шунда мастер итеп эшкә ҡалдырҙылар. Беҙ был осорҙа ғаиләбеҙ менән шунда йәшәнек. Тик мин ул яҡтың тәбиғәтен үҙһенмәнем, ялан яғы ҡотһоҙ кеүек тойолдо, үҙебеҙҙең тау-урмандар һағындырҙы.
Тыуған ауылыбыҙға әйләнеп ҡайтҡас, атай-әсәй булыу бәхетен татыныҡ. Бер аҙҙан тормош иптәшем йәнә Бөгөлмә индустрия техникумына өс йыл ярымға уҡырға китте. Беҙ ҡәйнә менән бергәләп донъя көттөк. Ҡыҙымды санаға ултыртып алам да, йәйәүләп Хөсәйен фермаһына эшкә китер инем.
Иптәшем уҡып ҡайтҡас, уны Үткәл фермаһына бригадир итеп тәғәйенләнеләр. Мин һауынсы булып ауылға күстем һәм хаҡлы ялғаса ошонда эшләнем. Эш еңелдән булманы, ул саҡта бөтә хеҙмәт ҡул көсө менән атҡарыла ине. Һыйырҙарҙы ҡул менән һауырға, быҙауын тәрбиәләргә, аҙыҡ таратырға, аҫтын таҙартырға, йыуырға кәрәк. Ҡайһы саҡтарҙа хатта өсәр төркөмдө һауырға тура килә ине. Шулай ҙа алынған йөкләмәләрҙе арттырып үтәргә тырыштым, - ти Мәҙинә инәй.
Көн дә таң һарыһынан эшенә ашыҡҡан егәрле һауынсы һәр саҡ алдынғылар рәтендә була, колхоздың Почет таҡтаһынан төшмәй, маҡталып эшләй. 23 йәшендә генә ауыл советына депутат итеп һайлана. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас баҫалҡылыҡ, тыйнаҡлыҡтың өлгөһө булған ябай ауыл ҡатынының егәрлелегенә, тырышлығына, уңғанлығына һоҡланмау мөмкин түгел. Уның тырыш, намыҫлы хеҙмәте бихисап Рәхмәт хаттары, Маҡтау ҡағыҙҙары менән баһаланған.
Мәҙинә Ялмырҙа ҡыҙы хәләле Ғәлиәхмәт Ҡотләхмәт улы менән биш балаға ғүмер биргән. Ҡыҙҙары Зөлфиә менән Әлфиә Әлшәй районында, Йәлил, Хәлил улдары Үткәлдә, Гөлдәрҙәре Өфө ҡалаһында йәшәй. Барыһының да үҙ донъялары, ғаиләләре бар. 15 ейән-ейәнсәргә, 10 бүлә-бүләсәргә өләсәй булып, тормошҡа булған һөйөүен һүрелтмәй, доғалар уҡып, һәр кемеһенә изге теләктәр теләп көн итә. Ул "Әсәлек даны" һәм "Һуғыш балалары" миҙалдарына эйә.
- Эшебеҙҙе ябай тип атаусылар бик аҙ. Был эш иң ауыр һөнәрҙәрҙең береһе: көн һайын таң менән уянып, ҡараңғы төшкәс кенә өйгә ҡайтырға кәрәк. Организм күнегеп бөтә һәм сәғәт кеүек эшләй башлай.
Йәш саҡта төп эшемдән тыш, ауыл тормошонда ҡайнап йәшәнем. Элек Үткәл ауылы менән шығайҙар, аръяҡ менән бирьяҡ ҡул эштәре, аш-һыу буйынса ярыша торғайны. Шул тиклем күңелле, дәртле саҡтарҙы хәҙер һағынып хәтерләргә генә ҡалды. Заманында өҫ кейемдәре, селтәрҙәр бәйләй инем, сигеү сиктем. Хәҙер ҡул эшкинмәй. Әле Айҙар ейәнем һәм Гөлдәниә киленем менән бергә торам. Улар тик кенә ултыр тиһәләр ҙә, эшһеҙ тора алмайым, хәлемсә малды, тауыҡтарҙы, ҡаҙҙарҙы ҡарашам. Быйыл кәртүк тә алыштым, бәшмәккә лә барып килдем, - тип йылмая ул.
Эйе, Мәҙинә инәй һикһән йәште артылып, һаулыҡ йәһәтенән һынылышлы мәлдәр кисереүенә ҡарамаҫтан, рух ныҡлығын юғалтмаған. Илһөйәр, эшһөйәр инәйҙең тормош юлы бары тик маҡтауға, һоҡланыуға лайыҡ. Ауылдарҙың күрке булған, ғүмер юлы фәһемле, абруйлы инәйҙәр күберәк булһын ине!