Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм -ҡәлғәм
31 Октябрь 2023, 12:18

Үҙ-ара ярҙам итеүгә йүнәлтелгән йола

Беҙҙең Үҙәнбаш ауылында тәүге һыуыҡтар башланғас, халыҡтың яратҡан байрамдарының береһе  - “Ҡаҙ өмәһе” үтте.

Үҙ-ара ярҙам итеүгә йүнәлтелгән йола
Үҙ-ара ярҙам итеүгә йүнәлтелгән йола

Ҡауырһын байрамы - ауыл халҡының яратҡан байрамдарының береһе. Ауылдарҙа һәр ихатала тиерлек ҡаҙ, өйрәк, күркә үҫтерәләр. Көҙөн иһә бөтә халыҡ бер-береһенә ярҙам итә. Шуға күрә ҡаҙҙарҙы, өйрәктәрҙе йолҡоу кеүек еңел булмаған эште бергә атҡарғанда ул күңелле лә үтә, еңел дә тойола. Был йола халыҡты берләштерә, быуындарҙың күсәгилешлеген күрһәтә.

Беҙҙең Үҙәнбаш ауылында тәүге һыуыҡтар башланғас, халыҡтың яратҡан байрамдарының береһе  - “Ҡаҙ өмәһе” үтте. Күптән түгел Земфира Ғәрифуллинаға өйрәктәрен йолҡорға ярҙам иттек. Улар бик күп булһа ла, уңған, етеҙ ярҙамсылары менән эште тиҙ арала  атҡарып та ҡуйҙыҡ. Был аҙнала Әлиә Мөхәмәтйәноваға ярҙам иттек.

Ирҙәр урамда үҙҙәренә тейешле эште атҡарғас, ҡаҙ-өйрәк йолҡоуҙа тәжрибәле ҡатын-ҡыҙҙар, шаярып-көлөп, ҡаҙҙарҙы һәм өйрәктәрҙе тиҙ генә йолҡоп, эшкәртеп ҡуйҙы. Бер нисә сәғәт мәшәҡәттән һуң,  яңы ҡаҙ, өйрәк ите әҙер булды. Бөтә эш барышы шаяртыуҙар, күңелле йырҙар аҫтында үтте. Бар эштәр тамамланғас, хужабикәләр ярҙамсыларын ҡаҙ, өйрәк итенән тәмле ризыҡтар менән һыйланы, бөтәһенә лә үҙҙәренең өлөштәрен таратты.

Дуҫлыҡҡа, үҙ-ара ярҙам итеүгә йүнәлтелгән йола ауылдарыбыҙҙа киләсәктә лә дауам итер тип ышанам.

Римма ҒӘЛИМЙӘНОВА,

Үҙәнбаш ауыл клубының хужожество етәксеһе.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: