- Ә хөрмәт итһендәр өсөн нисек һәм күпме эшләргә кәрәк икән һуң?
- Тырышып, эште яратып, оҙаҡ итеп, ғүмер буйы, хаҡлы ялға сыҡҡансы… - яуаптар бихисап.
Бөтә ғүмерен халҡына, тыуған иленә хеҙмәт итеүгә бағышлаған шәхестәр һәр саҡ һоҡланыу уята. Ике туған ағайым Фәрит Нәҙерғәле улы Аҡкөбәков та шундай шәхестәрҙең береһе.
- Фәрит ағай, бәләкәй сағымдан Фәғилә еңгә менән ҡаланан ялға ҡайтыуығыҙҙы һағынып көтөп ала торғайным. Бала сағың, мәктәптә уҡыған йылдарың тураһында белмәйем дә икән. Фәрит Нәҙерғәле улы алдында ятҡан, инде таушалып барған фотоһүрәттәрҙе ҡарап, һәүетемсә генә хәтирәләр йомғағын тағатырға әҙерләнә.
- 1951 йылдың авгусында Сәфәрғол ауылында тыуғанмын. Тирә-яғын тауҙар уратып алған йәмле Инйәр буйында үҫтем. Бер йәшемдә атайым үлеп ҡалды. Дүрт йәшемдә Манышты ауылына күстек. 1959 йылда беренсе класҡа уҡырға барҙым. Мәктәп дүрт йыллыҡ ине. Бишенсегә Сәфәрғол ауылына йөрөп уҡыныҡ. Клубта ла белем алдыҡ. Мәктәп һалынғас, 1967 йылда һигеҙенсене Маныштыла тамамланым. Артабан Инйәр ауылында белем алырға тура килде. Ул заманда мәктәптәр һигеҙ, ун йыллыҡ була торғайны. Йөрөргә алыҫ булғас, интернатта ятып уҡыным.
- Иң яратҡан фәнең математика булған. Был турала Зәбирә инәйем (хәҙер инде мәрхүмә) һөйләй торғайны. Уҫманғәле ауылына саңғы ярыштарына йөрөгәнһегеҙ. Мәктәп йылдарынан спорт менән дуҫ булғанһың. Унынсыны тамамлағас, ҡайһы тарафтарға юл тоттоң?
- Ямашты ауылында леспромхозда ике ай ағас ботаусы булып эшләп алдым да армияға киттем. Эстонияла ракета ғәскәрҙәрендә геодезист, отделение командиры булып ике йыл хеҙмәт иттем. 1972 йылда ҡайтып, Марат дуҫым менән Белорет - Шишмә тимер юлына эшкә индек. 1973 йылда Белорет металлургия комбинатының 11-се цехында сым һуҙыусы булып эш башланым. Комбинаттағы хеҙмәт стажым - 49 йыл, ә дөйөм алғанда 52 йыл эшләнем.
Фәрит Нәҙерғәле улының бала сағы еңел генә булмаған. Зәбирә инәйем бөтә тормошон берҙән-бер улына бағышлай, һоратыусылар булһа ла, башҡаса тормошҡа сыҡмай. Ғүмере буйы ауыл клубында йыйыштырыусы булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Яңғыҙмын, тип, бер ваҡытта ла инәйем зарланып ултырманы: мал-тыуары ишле, донъяһы төҙөк булды. Ғүмеренең һуңғы йылдарын Белоретта улы менән килене тәрбиәһендә үткәреп, мәңгелек йортҡа күсте.
- Фәрит ағай, бына әле һеҙ Фәғилә еңгә менән хаҡлы ялда. Йәй көнө баҡсала бал ҡорто кеүек тырышып йәшелсә-емеш үҫтереп, ҡышҡылыҡҡа тәмле ҡайнатмалар, салаттар әҙерләйһегеҙ. Төрлө ерҙәргә сәйәхәт итеп килергә лә өлгөрәһегеҙ.
- Хаҡлы ялда ваҡыт етерлек. 2017 йылда ғаилә дуҫтары менән Ҡазан ҡалаһында булдыҡ. Үткән йыл Санкт-Петербургты барып күрҙек. Быйыл теплоходта Волга буйлап йөҙҙөк. Һамар ҡалаһынан Түбәнге Новгородҡа тиклем ине маршрутыбыҙ. Йошкар-Ола, Ҡазанда, Болғарҙа туҡтап, уларҙың тарихы менән танышыу онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Ауылда тыуып үҫкән кеше тәбиғәт менән бер бөтөндөр ул, тип уйлайым. Мин тауҙарға артылырға яратам. Ирәмәлдә, Рәздә, Ҡорташта булдым. Тауҙар нисектер көс бирә. Көн дә скандинав таяғы менән йөрөүҙең һаулыҡҡа файҙалы икәнен тоям. Ғөмүмән, хәрәкәттә - бәрәкәт, тигән халыҡ. Эштән ҡурҡмаҫҡа, уны яратырға кәрәк.
Фәрит ағайым хеҙмәт ветераны. Ауыр һәм тынғыһыҙ эше күп төрлө Маҡтау ҡағыҙҙары, “Өлгөлө хеҙмәте өсөн” миҙалы менән наградланған. Иң ҙур баһаһы - хеҙмәттәштәренең, туғандарының оло хөрмәте. Туған йәнле, ярҙамсыл, төплө фекерле, егәрле ағайым менән мин дә ғорурланам. Хеҙмәте барҙың - хөрмәте бар, ти, халыҡ. Мин быға тағы бер ҡат инандым.
Гөлназ БАЙРАМҒӘЛИНА,
Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы.