Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм -ҡәлғәм
12 Декабрь 2023, 11:18

Уҡытыусым һәм остазым - олатайым

- Ҡурай!- Әү!- Ҡайҙа үҫтең?- Урманда.- Кем ҡырҡты?- Оҫта ҡырҡты.

Уҡытыусым һәм остазым - олатайым
Уҡытыусым һәм остазым - олатайым

Олатайым Мөхәмәт Түлебаев, һамаҡлай-һамаҡлай ҡурай яһай. Берсә уйланып, алыҫтағы тауҙар теҙмәһенә ҡарай, берсә ҡулындағы ҡурай үләненә нимәлер һөйләй кеүек. Бала сағын, үҫмер йылдарын хәтерләйме икән?! Әңгәмәм олатайым тураһында булыр.

Мөхәмәт Усман улы 1944 йылдың 30 декабрендә Сермән ауылында донъяға килгән. Һуңынан уларҙың ғаиләһе Шығай ауылына күсә. Ауылдағы 8 йыллыҡ мәктәпте тамамлап, урта белемде Сермәндә ала. Ике йыл Шығай мәктәбендә эшләгәндән һуң, юғары һөнәри белем алыр өсөн Башҡорт дәүләт университетының химия һәм биология факультетына уҡырға инә. Унда өләсәйемде осрата. “Мөхәмәт дуҫлыҡ тәҡдим итеп, Салауат һәйкәленә йөрөп килергә саҡырҙы. Оҙон буйлы, ҡап-ҡара сәсле, ҡара ҡашлы, сөм ҡара күҙле, аҡыллы, ҡыйыу егет, нисектер, тәүге күреүҙән үк оҡшағайны. Йомартлығы, алсаҡ булыуы күңелгә ятты. Үҙ-үҙенә талапсан ине, ғөмүмән, ул заманда беҙҙә уҡыуға ынтылыш ныҡ булды”, - тип хәтерләй Фәниә өләсәйем.

1970 йылдың йәйендә йәштәр ҡулдарына диплом алып, Шығай мәктәбенә эшкә ҡайта. Олатайым 40 йылдан ашыу биология фәненән уҡыта. Уҡытыусының эше тынғыһыҙ була: район-ҡалалағы коллегалары өсөн асыҡ дәрестәр күрһәтеү, белеме менән уртаҡлашыу, семинарҙарҙа ҡатнашыу, уҡыусыларҙы төрлө бәйгеләргә әҙерләү һәм башҡалар.

- Уҡыусыларымдың уңыштары күп булды, - тип хәтерләй Мөхәмәт олатайым. - Олимпиадала ҡатнашыр өсөн Мәскәүгә лә барып етә торғайныҡ. Ә ниндәй генә һөнәр эйәләре юҡ улар араһында! Бөгөн дә мине онотмайҙар, рәхмәт уларға! Уҡытыусы өсөн ошо үҙе шатлыҡ.

Сәхнә түренән, күңелде тетрәндереп, моңло көй ағыла. Был моң йә үткәндәргә алып китә, илата ла, йыуата ла. Ҡурайҙа олатайым уйнай. Бала саҡтан ул көйҙәрҙең тарихын да өйрәнгән. Ҡурай - уның айырылғыһыҙ юлдашы ла. Ниндәй генә илдәргә алып сыҡмаған Мөхәмәт Усман улын ҡурайы: Япония, өс тапҡыр Францияға, Германия, Голландия, Египет, Мальта утрауҙары, Швейцария, Италия, Греция... Париждағы Эйфель башняһына менеп, ҡурайҙа уйнап, ҙур ҡалала башҡорт моңон яңғыратып ҡайтҡан.

- Яратып уйнаған көйөн беләһеңме, өләсәй?

- “Ҡаһым түрә”, “Һалдат маршы”, “Өләсәйҙәр Уралы”, “Сибай” - һанап китһәң күп инде ул. Иң яратып уйнағаны “Ҡағы ташы”. Бына мин үҙем Күгәрсен районы Йомағужа ауылынанмын. Әнейем татар милләтенән ине, ”Сәлимәкәй”, “Һандуғас” тигән оҙон көйҙәрҙе яратты. Ҡурайҙы күргәнем юҡ ине. Олатайың таныштырҙы. Ҡунаҡтарҙа уйнай ҙа: “Был ниндәй көй?” - тип һорай. Күптәр әйтә алмай, ә мин уларҙы белеп бөткәнмен. Ҡурай миңә ныҡ оҡшай. Беҙҙең тормошобоҙ ҙа матур, моңло ҡурай көйө һымаҡ, - ти өләсәйем.

Мөхәмәт Усман улын белмәгәндәр һирәктер. Ул республикабыҙҙа үткән Йомабай Иҫәнбаев, Ғата Сөләймәнов, Ишмулла Дилмөхәмәтов исемендәге конкурстарҙа Гран-при яулаған. "Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре" исеменә эйә.

Олатайым хаҡында “Остаз” тигән фильм төшөрөлдө. Ә инде орден-миҙалдары, маҡтаулы исемдәре - ҡурайҙы үҫтереү, башҡорт көйҙәрен үҙенсәлекле уйнап, халҡыбыҙға еткереүе өсөн оло баһалыр.

Мин Мөхәмәт олатайым менән ныҡ ғорурланам, унан өлгө алам. Балаларына яҡшы атай, беҙгә хәстәрлекле олатай ул. Үҙе бигерәк йомарт. Миңә бәләкәй сағымда йырҙар йырлап, уларҙың тарихын һөйләй торғайны. Олатайымдың ҡурайына әле лә тыпырлатып бейеп китәбеҙ, икәүләп ҡумыҙҙа уйнарға яратабыҙ. Нурислам ҡустым менән шахмат уйнай башлаһалар, өй эсе геүләп тора инде. Беҙҙе, ейәндәрен, тәбиғәткә һаҡсыл ҡарарға өйрәтә, тау-урмандар, сәскәләр менән һоҡлана олатайым. Һәр әйберҙе - китап, кейем булһынмы ҡәҙерләп кенә тота.

Күңелендәге йыр-моңона, донъяға, кешеләргә һөйөү илткән оло йөрәгенә һоҡланам. Ғүмере лә башҡорт көйҙәреләй оҙон булһын ине, тимен!

Азалия КИЛДЕБАЕВА, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының IX класс уҡыусыһы.

 ФОТО:https://yandex.ru/images/search?img_url=https%3A%2F%2Fsun9-34.userapi.com%2Fsun9-21%2FEIA_6BtilCh56VHPZJedH9jRoJsiFDgdDHjZJg%2FsmgxWKqlJfw.jpg&lr=20259&pos=3&rpt=simage&text=мөхәмәт%20түлебаев%20фото

Автор:
Читайте нас: