Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм -ҡәлғәм
18 Март , 10:15

Ҡанатлы күңел талсыҡмай

Һәр яҡлап та килгән, уңған хеҙмәткәр, өлгөр хужабикә, яҡшы, хәстәрлекле, яратҡан тормош  иптәше, әсәй, өләсәй булған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың йәмәғәт эштәренә, ижадҡа ваҡыт табыуҙары һоҡландыра. Бөгөнгө һүҙебеҙ шундайҙарҙың береһе тураһында.

Ҡанатлы күңел талсыҡмай
Ҡанатлы күңел талсыҡмай

Хәлиҙә Бакирова Ишембай районы Иҫке Һәйет ауылында тыуған. Ишембайҙың 2-се һанлы интернат-мәктәбен тамамлағас, төҙөлөштә эш башлай. Стәрлетамаҡ ҡалаһынан СМП-185 төҙөлөш ойошмаһы бер төркөм йәштәрҙе комсомол путевкаһы менән Белорет-Шишмә тимер юлы һалынған ергә - Йөйәк станцияһына ебәрә. Ҡыҙ кеше өсөн был эш ауыр булһа ла, уны үҙ итә һәм ошо йүнәлештә белем алырға теләп, техникумға уҡырға инә. Уҡыу менән бер рәттән бухгалтерҙар курсын да тамамлай. Студент йылдарында уҡ ижад менән ҡыҙыҡһына башлай: шиғырҙар уҡырға һәм яҙырға ярата. Һәр яҡлап өлгөр, тырыш ҡыҙҙың фотоһы төрлө уңыштары өсөн Почет таҡтаһында торор була.

Уҡыуҙы тамамлағас, Учалы районы Рәсүл ауылы егете Рәжәп Ғаяз улы менән сәстәрен сәскә бәйләп, ғаилә ҡоралар. Учалы еренә килен булып төшкәс, Хәлиҙә Динислам ҡыҙы “Совет” колхозында бухгалтер, “Межхозлес” урман хужалығында бухгалтер урынбаҫары, баш бухгалтер вазифаларын атҡара.

Тырыш, уңған Рәжәп Ғаяз улы киномеханик танытмаһы алғандан һуң, өс ауылда кино күрһәтә. Эшенә яуаплы ҡарағаны, намыҫлы, тырыш хеҙмәте өсөн социалистик ярыш алдынғыһы булып таныла. 1981 йылдың 6 айлыҡ эш планын 134 процентҡа үтәүе тураһында хатта “Совет Башҡортостаны” гәзитендә яҙып сығаралар. 1989 йылда район кино-видео селтәренә директор итеп үрләтелә һәм 1996 йылға тиклем ошо вазифала хеҙмәт итә, бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттарына лайыҡ була.

Район менән ҡала ҡушылғас, Бакировтар 1997 йылда тау-урманлы металлургтар ҡалаһы - Белоретҡа күсәләр. Икеһе лә тыныс холоҡло, эшһөйәр, маҡсатлы булғанға күрә тормоштары гөрләп алға бара. Ғүмер буйы бухгалтер булып эшләгән Хәлиҙә Динислам ҡыҙы эшҡыуарлыҡ өлкәһендә лә үҙен һынатмай. Тормош иптәше менән кәңәшләшеп, Бөрйән районының Аҫҡар, Исламбай ауылдарында магазиндарын асып, төпкөлдә йәшәгән ауыл халҡын аҙыҡ-түлек, көнкүреш кәрәк-яраҡтары менән тәьмин итәләр. Ябай кешегә билдәле булмаған алып-һатыу нескәлектәре, ауырлыҡтар аша үтһәләр ҙә, бирешмәйҙәр, тырышып эшләйҙәр.

43 йыл бергә йәшәгән, һоҡланғыс ғаилә - Бакировтар ике ҡыҙға һәм бер улға ғүмер биргәндәр. Уларҙың барыһы ла юғары белемле. Хәҙер инде үҙҙәре тормошта лайыҡлы урын табып, ғаиләләрен ҡорғандар, балалар үҫтерәләр.

Хәлиҙә һәм Рәжәп Бакировтар хаҡлы ялда булһалар ҙа, тик ултырмайҙар - баҡса тултырып емеш-еләк, картуф, йәшелсә үҫтерәләр, ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөп, уларҙы үҫтерергә ярҙамлашып, балаларының уңыштарына, шатлығына ҡыуанып ғүмер кисерәләр.

Бала саҡтан әҙәбиәткә ғашиҡ Хәлиҙә Динислам ҡыҙы, шиғырҙар, хикәйәләр, уймаҡ хикәйәләр ижад итергә әүәҫ. Уның ижад емештәре “Урал”, “Башҡортостан”, тыуған районының “Торатау”, Учалы районының “Яйыҡ” гәзиттәрендә, “Ағиҙел” журналында баҫылып тора. 2017 йылда үҙнәшер менән “Ғүмер ағыштары” исемле китабы сыға. 2015 йылдан Учалы яҙыусылар ойошмаһы, 2016 йылдан Сабир Шәрипов исемендәге “Иҙел башы” яҙыусылар берлеге ағзаһы булып тора.

Район-ҡалалағы төрлө мәҙәни, ижади сараларҙа актив ҡатнаша, еңеүҙәр яулай Хәлиҙә Динислам ҡыҙы. Мәҫәлән: “Урал” гәзите иғлан иткән төрлө конкурстарҙа актив ҡатнашҡаны өсөн Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән. Дауыт Юлтый исемендәге башҡорт китапханаһы ойошторған “Тыуған яҡ ауаздары” шиғырҙар конкурсында III урын яулай. Ейәнсура районында үткән “Аҡмулла арбаһы” республика конкурсында “Китапхананың иң әүҙем уҡыусыһы” номинацияһында еңеүсе булып, Диплом һәм бүләктәргә лайыҡ була.

- Хаҡлы ялда булһам да, әүҙем тормош алып барам, башҡорт телен һаҡлау, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе киләһе быуынға еткереү беҙҙең бурыс тип һанайым. Актив булһаң, йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәһәң - дәрт тә уяна, кәйеф тә күтәрелә. Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыуҙан да ситтә тороп ҡалғаным юҡ. Шиғыр-хикәйәләремде гәзит-журналдарҙа күрһәм, тағы ла илһам өҫтәлә, - ти Хәлиҙә Бакирова.

Беҙ ошо көндәрҙә үҙенең 65 йәшлек күркәм юбилейын ҡаршы алған Хәлиҙә Динислам ҡыҙына тағы ла ҙурыраҡ уңыштар, ижад ҡомарының артып тороуын теләйбеҙ һәм гәзит уҡыусыларға уның бер шәлкем шиғырҙарын тәҡдим итәбеҙ.


Умырзая
Әйт әле һин миңә, умырзая,
Йәшәү көсөн ҡайҙан алаһың?
Әсе һыуыҡтарға бирешмәйсә,
Нәфислегең һаҡлап ҡалаһың.

Бик тә белгем килә минең, әйтсе,
Һындырманы нисек бурандар?
Бурандарға ғына бирешмәй шул
Ерҙе йәмләр өсөн тыуғандар!

Иләҫләнеп минең йөрәгем дә
Нурға сума йылы яҙҙарҙа.
Яҙмышыма мең-мең шөкөр ҡылып
Төрөнәмен хисле наҙҙарға.

Янып йәшәр өсөн көс тапҡанға,
Умырзая, һиңә таң ҡалам.
Шөкөр тимен, әле дәрт һүнмәгән,
Бәхет күктәрендә сайҡалам.

Тамсы
Ҡапыл ғына ямғыр яуып үтте,
Тамсылар тып-тып төштө ергә.
Төшкәс тә бер тамсы шаярыпмы,
Тағылды ла китте елдәргә.

Тамсы бейей йәшел япраҡтарҙа,
Шунан шашып ергә һикерә.
Күңел тулып, ҡапыл күҙ йәштәре
Тамсыларҙай аҡты битемдән.

Тыйып торор әмәл һис юҡ ине,
Күңелемә тулған ташҡынды.
Күҙ йәштәре йыуып төшөрҙөләр
Йөрәгемдә булған юшҡынды.

Сафлыҡ менән тулды бар тирә-яҡ,
Күтәрелеп китте күңелем.
Еңел булып ҡала ҡайһы саҡта
Ямғырҙай илаһаң түгелеп.


Өс тағаным
Өс тағандай, өс балам да
Өс яҡтан һибә шатлыҡ.
Геүләтеп йәшәргә булһын,
Бәхетле килһен ҡартлыҡ.

Янымда, өләсәй, тиеп
Ейәндәрем йүгерә.
Ҡәйнә, өләсәй булыуҙан
Шатлыҡ тула күңелгә.

Балаларға кәрәк булыу
Йөрәгемде йәшәртә.
Хоҙай һаулыҡтан айырмай
Яҙһын оҙаҡ йәшәргә.


Яҙ һулышы
Баҡсаларҙа яҙ һулышы,
Наҙлы елдәр иҫәләр.
Ҡарғалар ҙа килеп еткән,
Шундай хозур иртәләр.

Ҡар һыуҙары йүгерешә
Күңелле итеп гөрләп.
Тик һағышлы минең күңел,
Сәбәбен булмай көйләп.

Хистәр ялҡын кеүек ярһыу,
Өмөтөм бар янырға.
Йөрәк һаман ниҙер көтә,
Һыуһаған ул яҙҙарға.


Тирәктәр
Шешәнәккәй ярҙарында
Шаулай ине биш тирәк.
Хәҙер яланғас яр ҡалған,
Шуға һыҙлана йөрәк.

Шешәнәгемде һағынып,
Ҡайтып торам йыл һайын.
Тик тирәкһеҙ ярҙарының
Йәмен таба алмайым.

Йәш сағына ҡайтыуҙарҙы
Кемдәр генә теләмәй.
Тик шул саҡтың әүһәләйе
Тирәктәрһеҙ бәүелмәй.

Аямаған ниңә тирәктәрҙе
Тәбиғәттең дауылы?
Шешәнәктең ағымындай
Уҙа ғүмер дауамы.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: