Улар 1999 йылда сәстәрен сәскә бәйләй. Бергә татыу ғүмер итеүҙәренә 24 йыл булып та киткән. Әлеге көндә Айнур Зөлҡәф улы янғын һүндереү участкаһында эшләй, ауылда үткәрелгән бөтә сараларҙа ла актив ҡатнаша. Фәйлә Инйәр ҡасабаһының үҙәк ҡаҙанлығында оператор. Әйткәндәй, Фәйлә ҡайҙа эшләһә лә үҙ эшенә яуаплы ҡарай. Фәйлә Ғаяз ҡыҙы эшенән буш ваҡытында бешеренергә, ғаиләһен тәмле ризыҡтар менән һыйларға ярата. Өй эсендә лә, йәйен ихатала ла тырыш хужабикәнең үҫтергән аллы-гөллө сәскәләре тирә-яҡҡа хуш еҫтәрен тарата, баҡсала төрлө еләк-емеш, йәшелсә үҫә. Ихата тулы мал-тыуар.
"Иң ҙур рәхмәтем - мине үҙ ҡыҙылай күргән, балаларымды тәрбиәләшкән ҡәйнәмә. Ошондай тормош иптәшем, баҫалҡы холоҡло ҡәйнәм булыуы, мине бәхетле итә лә инде", - ти Фәйлә.
Татыу ғаилә 3 бала тәрбиәләп үҫтергән. Оло улдары Азамат Өфөлә төҙөлөш колледжын тамамлағандан һуң, армия сафында хеҙмәт итеп ҡайтып, Өфөнөң “АРТСТРОЙИНВЕСТ” төҙөлөш компанияһында мастер булып эшләй. Ҡыҙҙары Гүзәлиә Финанс колледжын тамамлап, “Газпром” банкында эшләй. Диләфрүз IX класты тамамлау алдында. Ҡул эштәренә бик маһир. Уның эшләгән эштәре күҙҙең яуын алырлыҡ. Гүзәлиә менән Азамат ялға ҡайтҡан ваҡыттарында күршелә генә йәшәгән олатаһы менән өләсәһенә ихлас ярҙам итәләр.
Башҡорт ғаиләләре ныҡлы икән, тимәк, киләсәгебеҙ яҡты, ышаныслы, телебеҙ яҡлаулы, милләтебеҙ мәңге йәшәйәсәк!
Мәүлиҙә ЙОСОПОВА, хеҙмәт ветераны.