Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм -ҡәлғәм
8 Июль , 10:54

Ғаилә нуры – имандан

Йорттарынан да, үҙҙәренән дә нур бөркөлөп торған ғаиләләр бар. Улар һине үҙенә тартып, сафландырып, илһамландырып, ҡанатландырып торалар. Ошо тылсымлы нур быуындан быуынға күсеп килә. Бындай күп кенә матур ғаиләләрҙең барлыҡҡа килеүендә Ҡаҙышта һоҡланғыс ғүмер кисергән Хәжәр Абдулла ҡыҙы Мөхәмәҙиеваның өлөшө ҙур булыуына иманыбыҙ камил.

Ғаилә нуры – имандан
Ғаилә нуры – имандан

Оло йөрәкле, матур, бай күңелле, иҫ киткес кешелекле һәм кеселекле ағинәй тирә-яҡ ауылдар халҡына иман нуры өләшеп, ҡанатһыҙҙы ҡанатландырып, сирлеләрҙе шифалы доғалары, үләндәре менән дауалап ҡайтарҙы. Балалары ла, ейән-ейәнсәрҙәре лә ошо нурға ҡойоноп йәшәгәнлектән, уҡыуҙары ла, эштәре лә, донъялары ла алға бара. Бөгөнгө һүҙебеҙ Уҫманғәлелә ғүмер кисергән ана шундай ғаиләләрҙең береһе, Хәжәр инәйҙең ейәнсәре Гөлсинә Сибәғәт ҡыҙы менән кейәүе Байрас Камил улы СӨЛӘЙМӘНОВтар тураһында.

Утыҙ йыл татыу, күптәргә өлгө булырлыҡ итеп гөрләтеп донъя көткән ғаилә пары туйҙа таныша һәм бер-береһен бер күреүҙә оҡшатып, ғаилә ҡороп ебәрәләр. Был ваҡытта Байрас Инйәр тимер юлында эш башлаған, ә Гөлсинә мәктәпте тамамлап, Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға ингән була. Тик йәштәрҙең мөхәббәте көслөрәк булып сыға, ҡыҙ уҡыуын ташлап, Уҫманғәле килене булып китә. Әммә мәктәптә үк йыр-бейеүгә маһир, эшкә шәп уңған ҡыҙ һис кенә лә үкенмәй, уның хыялдарын улдары, ҡыҙҙары тормошҡа ашыра. Кескәйҙән йырлап-бейеп йөрөгән балалар Инйәр музыка мәктәбенә уҡырға йөрөйҙәр, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашып, маҡсатлы, рухлы, һәр яҡлап та уңған, тырыш булып үҫәләр.

- Аллаға шөкөр, тормош иптәшемдән уңдым, миңә һәр саҡ терәктаяныс булды. Балаларыбыҙ ҙа йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәнеләр. Кескәйҙән үҙ аллы булып, эшләп үҫтеләр. Үҙ теләктәре менән Инйәр музыка мәктәбенә йыр-бейеүгә йөрөнөләр, Инйәргә йөрөп эшҡыуарҙарҙың миндеген дә, башҡа кәрәк-яраҡтарын да һатып, аҡса эшләнеләр. Матур итеп өләсәләрен дә ҡараштылар. Уларға рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ. Аллаһы Тәғәлә бәхеттәрен генә бирһен инде, - ти Гөлсинә Сибәғәт ҡыҙы.

Гөлсинә менән Байрастың бергә йәшәүҙәренә лә 30 йыл булып киткән. “Балаларынан уңған - бәхеткә тулған” тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит. Өфө аграр университетын тамамлаған Алмаз бөгөнгө көндә полиция хеҙмәткәре. Өфө нефть университетын тамамлаған Айбулат Мәскәүҙә эшләй, Айзидә БДУ-ла биолог-генетик һөнәрен үҙләштерә. Әлфинә быйыл мәктәпте көмөш миҙалға тамамлап, Өфө Фән һәм технологиялар университетының иҡтисад факультетына юлланырға ниәтләй.

Хеҙмәттән йәм һәм тәм табып йәшәгән ғаилә башлыҡтары ла төшөп ҡалғандарҙан түгел. Быға Байрас Камил улының бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары һәм миҙалдары дәлил. Ә Гөлсинә Сибәғәт ҡыҙы магазинда, медпунктта намыҫлы хеҙмәт юлы үтеп, ауылдаштары араһында абруй һәм хөрмәт яулаған. Оҫта ҡуллы, уңған,һәр кемгә ярҙамға килергә әҙер торған хужабикәне туғандары, күрше-күлән, ауылдаштар хөрмәт итә. Хәйер, улар күптән инде бер туғандарҙай, бер-береһенә ярҙам итеп йәшәйҙәр һәм эшләйҙәр. Ғөмүмән,Уҫманғәле халҡы башҡаларҙан нимәһе менәндер айырылып тора. Бында ниндәйҙер бер илаһи көс уларҙы берләштерә, ҡурсалай, алға әйҙәй. Әйҙә, һәр саҡ шулай булып ҡалһын. Илебеҙ ҙә бит шундай матур, һоҡланғыс ғаиләләре менән көслө. Гөлсинә һәм Байрас Сөләймәновтар йөҙөндә барлыҡ ғаиләләрҙе лә Ғаилә,мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө менән ҡотлайбыҙ һәм ғаилә бәхете теләйбеҙ.

Зөлфирә СӨЛӘЙМӘНОВА.

 Фотолар ғаилә архивынан

Автор:
Читайте нас: