Мәктәп этабында 87 ғариза бирелһә, шуларҙың 17-һе муниципаль этапҡа сыҡты.
Конкурсанттар тарихты белеүҙә ярышты, музыкаль һәм бейеү һәләттәрен күрһәтте. Шулай уҡ ғаиләләр оригами эшләүҙә үҙ мөмкинлектәрен һынап ҡараны.
“Рәсәй бөркөттәре” конкурсы башланғыс кластар уҡыусыларының социаль әүҙемлек программаһында ҡатнашҡан, һәр яҡлап үҙ-үҙен үҫтереү менән ҡыҙыҡһынған, әүҙем тормош позицияһы булған ғаиләләрҙе асыҡлауға һәм уларға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән.
Был ярыштың төп бурысы - шәхестең социаль әһәмиәтле сифаттарын, шулай уҡ төп ҡиммәттәрҙе: Тыуған ил, команда, ғаилә, һаулыҡ, тәбиғәт, танып белеүҙе формалаштырыу буйынса эшмәкәрлекте тәьмин итеү. Улар ғаилә эсендәге һәм араһындағы мөнәсәбәттәрҙе нығыта, шулай уҡ тәжрибә уртаҡлашыу өсөн коммуникация майҙансығы булдыра.
- Конкурста өс кешенән торған быуындар ғаиләләр (әсәйҙәр, атайҙар, өләсәйҙәр, олатайҙар һәм башҡа туғандар йәки законлы вәкилдәр) ҡатнашты. Фестивалде ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә ярҙам иткәне өсөн “Металлург” кинотеатры яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры Юлия Вадимовна Карплюкка һәм Белорет районының “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе Ирина Васильевна Ванинаға айырым рәхмәт белдерәбеҙ, - ти мәғариф идаралығының тәрбиә, өҫтәмә белем биреү, ял һәм уҡыусыларҙы һауыҡтырыу бүлеге начальнигы Дарья Брюханова.
Муниципаль этап йомғаҡтары буйынса Бузориндар (18-се мәктәп) һәм Мырҙабаевтар (һүрәттә) (Үткәл ауылы мәктәбе) ғаиләләре финалға сыҡты. Тап улар сентябрь аҙағында “Патриот” паркында үтәсәк республика фестивалендә беҙҙең район исеменән сығыш яһаясаҡ. Уларға уңыштар, еңеүҙәр теләйбеҙ!