Берәү икенсеһен ҡабатламай, теләһә лә булдыра алмай. Кемдер тулҡын ыңғайына бәүелә, кемдер ғүмер юлын икенсе яҡҡа борор өсөн көс таба. Берәүҙәр тик аҡылға таяна, ҡайһыһылыр йөрәк
бойороуына буйһона. Ә шулай ҙа тыуған еренә берегеп, яҡындары менән матур тормош көтөүсенән дә бәхетле кеше юҡтыр. Кеше ҡылған эше менән генә түгел, үҙен тотошо, холоҡ-фиғеле менән дә йәмләй был тормошто. Эшләгән яҡшылыҡтары, шулай уҡ ҡайғылы мәлдәрҙә лә бөгөлөп төшмәүе, ауырлыҡтарға бирешмәүе менән дә башҡаларға үрнәк булған кешеләр бар арабыҙҙа.
Ҡатын-ҡыҙ - донъя тотҡаһы тиҙәр. Ғаилә ҡотон, именлеген, муллығын һаҡлаған да ул. Ғаилә йылы форсатынан файҙаланып, көслө рухлы Эльвира Тимерхан ҡыҙы тураһында булыр был мәҡәләм.
Әҙәм балаһы йәш сағында, уҙған һуҡмағына ла күҙ һалырға онотоп, йылғыр арғымаҡтай алға елеүен белә. Олоғайған һайын уның аҙымы аҡрыная, йышыраҡ артына боролоп ҡарай, үткән юлын барлай башлай. 35 йыл ғүмерҙәрен ҡулға-ҡул тотоношоп, парлы тормоштоң матурлығын үҙ миҫалдарында раҫлап йәшәгән Эльвира Тимерхан ҡыҙы менән Ғәйсәр Фазлетдин улы Ноғайғоловтарҙың үткән юлы изгелеккә генә күмелгән, уны байҡау тик ҡыуаныс ҡына килтерә уларға тиһәм, һис тә яңылыш булмаҫ.
Тыуған ерен йәмләп, ауыл тормошонда файҙалы эштәр башҡара алыуҙары менән бәхетле улар. Ауылда ойошторолған өмәләр, йәрминкәләр, байрамдарҙың уртаһында ҡайнайҙар. Матур һүҙҙәр һөйләмәйенсә, изге эштәр атҡарған, дан-шөһрәт тә, рәхмәт тә көтмәйенсә, хәләл, выжданлы ғүмер кисергән, хаҡ һүҙҙәр һөйләгән ғаилә улар. Тормош иптәше Ғәйсәр Фазлетдин улына ҡарап, ҡыуанып бөтә алмай Эльвира. Ҡулынан килмәгән эше юҡ, кешелекле, тоғро, ғаиләһе өсөн йәнен бирергә әҙер ул. Ауылдаштар уларҙың ташып торған күңел йомартлығына, тормошто яратыуына, ғүмерҙең һәр мәленән оло мәғәнә табып йәшәй белеүенә шаһит. Эйе, кешегә ғүмерҙең ҡабатланмаҫ, бер генә бирелгән бүләк булыуын аңлағанға, йөрәк тауышын тыңлап йәшәйҙәр.
Ҡунаҡсыл йорттарынан бер ваҡытта ла кеше өҙөлмәй. Балалар, туғандар, туғандарҙың балалары... Эльвира һәм Ғәйсәр бәхетлеләр, икеһе лә күп балалы ғаиләнән. Киң күңелле, үҙендәге йылылыҡты, яҡтылыҡты йәлләмәй башҡалар менән бүлешәләр. Изгелекле, әммә үҙ бәҫен белгән, ныҡлы заттан булғанға, Шәжәрә байрамын да һоҡланғыс итеп үткәреп ебәрҙеләр. Ҡайҙан ғына, кемдәр генә килмәне. Үҙҙәре кеүек тырыш, тормош һөйөүсән, маҡсатҡа ынтылыусан ике ул һәм бер ҡыҙға ғүмер бирҙеләр. Һәр береһе үҙ аллы тормош юлына баҫып, ҡәҙерлеләрен олатай-өләсәй булыу бәхетенә тейендергәндәр. Бигерәк тә бала йәнле улар. “Иң мөһиме, балаларыбыҙ үҙҙәрен бәхетле тойһон: йөҙҙәрендә - йылмайыу, йөрәктәрендә - яратыу, күңелдәрендә - өмөт, ышаныс сатҡылары бер ҡасан да һүрелмәһен, Аллаһы Тәғәлә ярҙамынан
ташламаһын”, - тигән теләктәр менән үтә уларҙың көндәре.
Ноғайғоловтарҙың балалары ысынлап та маҡсатлы ла, тәүәккәл дә. Оло улдары Азамат Украиналағы махсус хәрби операцияның беренсе көндәренән үк яуға китергә әҙер ине. Йылға яҡын уның теләге кисектерелеп торҙо һәм ил һаҡларға үҙ теләге менән юлланды. Ҡыҙҙары Гөлназ Учалы районы Ураҙ ауылы егете менән ул һәм ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Ашнаҡсы-кондитер һөнәренең барлыҡ нескәлектәрен өйрәнеп, бихисап маҡтау һүҙҙәрен ишетеп кенә ҡалмай, ауылдаштарын да ҡыуандыра. Ауылда уҙғарылған һәр байрамға йәм өҫтәп, әҙерләгән һыйҙары етмәй ҡала. Шулай уҡ Гөлназ икенсе йыл инде шәфҡәт туташы һөнәрен үҙләштерә. Кесе улдары Рамаҙан ғаилә ҡороп, яратҡан һөнәрен үҙләштереп, Учалы ҡалаһында төпләнгән.
Балалары менән бәхетле Ноғайғоловтар. Тормошто ихлас яратып, уның тик яҡшы яҡтарын күреп, шатлыҡ-ҡыуаныста ғына йәшәргә өйрәнгәндәр. Бер ҡасан да, бер минутҡа ла айырылмаған был парҙың өй эсе лә нурлы, күңелдәре лә бөтөн. Ғаиләлә күңелгә дәрт, беләккә көс өҫтәгән һүнмәҫ һөйөү йәшәй. Ә дәртлеләр, билдәле, тирә-яҡтағыларҙы ла ҡанатландыра, донъяны яҡтыртып йәшәй.
Йөҙөнән йылмайыу китмәгән Эльвираның да ғүмер күге гелән генә аяҙ һәм ҡояшлы булмаған. Әсәләре көтмәгәндә баҡыйлыҡҡа күсеп, 16 йәшлек ҡыҙ 3 ағаһы, һеңлеһе һәм атаһы менән оло ҡайғынан шаңҡып ҡала. Сермән мәктәбенең X класын тамамлаған ҡыҙ йәшләй генә донъя мәшәҡәттәренә сума. Ағалары ғаилә ҡоралар, һеңлеһе Белорет педагогия колледжын тамамлай.
Изге күңелле, кешелекле Эльвираны яҙмыш эшкә талымһыҙ, ихлас, ярҙамсыл Ғәйсәр менән осраштыра. Булмышында мин-минлеге булмауы, һәр нәмәлә сама белеүе, баҫалҡылығы һоҡландыра Эльвираның. Ауыр саҡтарҙа икеләнмәй таянырлыҡ көслө ҡатынға киләһе ғүмер йылдарының тик ҡояшлы булыуын теләйем.
Зифа КУЖАКОВА, ветеран уҡытыусы.
Исмаҡай ауылы.