Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм -ҡәлғәм
1 Ноябрь , 10:53

Хас күгәрсендәр төҫлө

Ҡулдарынан һыпырылып күккә йомолған күгәрсендәрҙе күҙәтеп, байтаҡ торҙо Рәшит ағай. Ирек тойоп, шат талпынған ҡоштар инде күҙҙән юғалһа ла, хужаның йөҙөнән йылмайыу китмәне. Үҙе лә шул ҡанат яҙып, елләнеп һауаға ашҡан күгәрсендәр менән осҡандай, ана - күңелен әйтеп аңлатҡыһыҙ еңеллек, ирәүәнлек биләп ала...  Аҡтыҡ һулыштарынаса үҙ парҙарына тоғро вә хәстәрлекле был мәхлүк йәндәрҙең аҡыллылығына хайран ҡалырлыҡ. Бөгөнгө геройҙарым - бына инде биш тиҫтә йыл ҡулға-ҡул тотоношоп, ғүмер үрҙәренә артылған һиммәтле ғаилә - Флүрә һәм Рәшит ШӘЙӘХМӘТОВТАРҙың да икәү-ара мөнәсәбәттәре, ҡорған тормоштары  ошо күгәрсендәрҙеке төҫлө. Күңелдәре лә, ҡылған ғәмәлдәре лә, уй-ниәттәре лә юғары, пак уларҙың. Бынан 51 йыл элек ҡырпағайҙың сафлығында яралған самими тойғоларға тап төшөрмәй, бер-береһенә ҡарата ҡәҙер-хөрмәт, тоғролоҡ вә ышаныс арҡылы ныҡлы нигеҙ ҡорған парҙың бар тормошо оло үрнәк.     

Хас күгәрсендәр төҫлө
Хас күгәрсендәр төҫлө

 Флүрә апай Тирлән ауылында дүрт балаға ғүмер биргән Һәнүәт һәм Хисам Солтановтарҙың татыу ғаиләһендә, ә Рәшит ағай Белоретта, өләсәһе менән олатаһы - Бибиямал Хәбир ҡыҙы һәм Ҡәйүм Мөхәмәтгәрәй улы тәрбиәһендә буй еткерә. Икеһе лә бала саҡтан тырыш, эшһөйәр, маҡсатлы булып үҫәләр. Мәктәпте яҡшы билдәләргә тамамлап, Белорет металлургия техникумында һөнәри белем алалар. Әйткәндәй, Флүрә Хисам ҡыҙы башта Өфө дәүләт педагогия институтына уңышлы һынау тота, әммә иптәш ҡыҙҙарының имтихан тапшыра алмауы уның да   Белоретҡа әйләнеп ҡайтыуына сәбәп була. Ҡыҙҙы шунда уҡ техникумдың икенсе курсына алалар.

Тап ошо осорҙа, береһе ун һигеҙен тултырған наҙлы сәскә, икенсеһе 19 йәшлек сая бөркөт саҡтарында, осраша улар. Ҡала урамы буйлап ҡустыһын оҙатып барған Рәшит ҡаршыға килгән ике ҡыҙҙы әллә ҡайҙан уҡ шәйләй. Ҡустыһының зәп-зәңгәр күҙле һылыуҙы, “Һаумы, Солтанбикә!” - тип сәләмләүенә ғәжәп ҡылғас, тегенеһе, “Солтанова ул, техникумда бергә уҡыныҡ”, - тип яуаплай. Ҡустыһын ҡайтарып, ағай кеше ҡыҙҙар артынан төшә. Улар тирәһендә ураланған малайҙарҙы ҡыуып ебәреп, йәш ҡарҙан әүәләгән йомшаҡ йомарламдар менән  шаярып килә торғас, егет Флүрәнең бейәләйен тартып ала ла, иртәгә ятаҡ алдына сығып алырһың, тип ҡайтыр яҡҡа юллана. Ә бер йылдан иһә, 1974 йылдың 19 октябрендә, йәштәр өйләнешеп тә ҡуя.

Олатай нигеҙен ҡотайтып, һәүетемсә генә йәшәп алып киткән ғаиләне ырыҫ-бәрәкәткә күмеп, бер-бер артлы улдары Эльдар, ҡыҙҙары Эльвира донъяға килә.  Балалары өсөн йәндәрен фиҙа ҡылып, ел-ямғыр тейҙермәй үҫтерһәләр ҙә, артыҡ осондороп та ебәрмәйҙәр, бәләкәйҙән эшкә өйрәтеп, ярҙамсыл, әхлаҡлы, итәғәтле, маҡсатлы итеп тәрбиәләйҙәр.  

- Икебеҙ ҙә ғаилә ҡиммәттәрен һанлаған, олоно - оло, кесене кесе итергә өйрәткән күркәм мөхиттә бауыр ҡалҡыттыҡ. Әсәйем менән фронтовик атайым беҙҙе, дүрт баланы, заманына күрә белемле, маҡсатҡа ынтылыусан, хеҙмәт һөйөүсән итеп үҫтерҙе. Сабый ғына сағынан олатай-өләсәй тәрбиәһендә буй еткергән иптәшем дә юғары әхлаҡи сифаттарҙы һеңдергән. Оло ҡәйнәм Бибиямал Хәбир ҡыҙы менән йыл ярымдай бергә йәшәп ҡалдыҡ. Талапсан, шул уҡ мәлдә игелекле, яҡшы күңелле ине. Үҙ сиратыбыҙҙа, балаларыбыҙҙы ла кешелекле, егәрле итеп тәрбиәләргә тырыштыҡ. Кескәй саҡтарынан уҡ йорт ҡуяндарын, ҡош-ҡортто ҡараштылар, бесән әҙерләүҙә, баҡса эштәрендә ярҙамсы булдылар. Бергәләп ял итеү, тәбиғәткә сығыу, яңы ер-һыу күреп ҡайтыу матур бер йолаға әүерелгәйне, - ти Флүрә ханым ғаилә ҡиммәттәре, тәрбиә тураһында һүҙ сыҡҡас.

- Ни тиһәң дә, балаларҙы өгөт-нәсихәт менән түгел, ә үҙ өлгөңдә тәрбиәләү зарур. Минең өсөн, мәҫәлән, олатай-өләсәйем һәр йәһәттән үрнәк булды. Олатайым Ҡәйүм Мөхәмәтгәрәй улы ғүмере буйы Белорет металлургия комбинатында хеҙмәт йөгөн тартҡан. Һуғыш йылдарында тәүлек әйләнәһенә тиерлек бил яҙмай эшләгәне, фиҙаҡәрлеге өсөн уны хатта Ҡыҙыл йондоҙ ордены менән бүләкләгәндәр. Бик тыныс, сабыр кеше булды. Өләсәй ҙә оло йөрәкле, шәфҡәтле ине. Һуғыш осоронда ат егеп, икмәк заводынан кибеттәргә икмәк таратҡан ул. Эш һуңында иһә ҙур ҡапсыҡтарҙың төбөндәге икмәк валсығын тигеҙ итеп бүлеп, үҙен дүрт күҙ менән көткән ас-яланғас күршеләренә өләшкән. Үҙемде белер-белгәндән өйҙән кеше өҙөлмәне. Эш эҙләргә йә башҡа йомош менән килгән бөтә ауылдаштар, зат-зәүер беҙҙә туҡтар булды, - тип хәләленең һүҙҙәренә ҡушыла Рәшит ағай ҙа.

Хеҙмәттәрендә лә оло хөрмәт ҡаҙанған Шәйәхмәтовтар. Рәшит Ҡәйүм улы 1970-1984 йылдар арауығында Белорет металлургия комбинатында эшләһә, артабан хеҙмәт юлын 25-се Белорет һөнәрселек лицейында дауам ҡыла. Бында 30 йыл эшләү дәүерендә ул мастер, өлкән мастер сифатында студенттарға һөнәри белем, тәрбиә бирә. 2010 йылда лицей Белорет металлургия колледжы составына ингәс, Рәшит Ҡәйүм улы уҡыу йортоноң бүлек мөдире итеп тәғәйенләнә. Үҙ эшен белеп башҡарған, студенттар хаҡында атайҙарса хәстәрлек күргән ир-аҙаматты һәммәһе ярата, ихтирам итә. Фиҙаҡәр вә намыҫлы хеҙмәте “Рәсәй Федерацияһының һөнәри-техник белем биреү отличнигы” исеме (1996), күп һанлы Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән баһаланған. “Ғәйәт бала йәнле, шуға ла студенттар ҙа үҙен яҡын күрҙе. Бергәләп хоккей, футбол уйнайҙар ҙа, өшөп, асығып беҙгә килеп инерҙәр ине. Өҫтәл бәләкәй булғас, бер төркөм аш бүлмәһенән сыҡҡансы, икенселәре залда шахмат уйнай... Студенттар дәрескә йөрөмәй торһа, улар артынан районға тиклем сығып китер ине Рәшит. Айырыуса  имен булмаған ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларҙы хәстәрләне, уларҙың атай-әсәйҙәре менән аңлатыу эштәре алып барҙы”, - ти Флүрә апай тормош иптәше тураһында.

Флүрә Хисам ҡыҙы ла 38 йыл мәғариф өлкәһендә эшләгән: хәтһеҙ ваҡыт Белорет металлургия колледжының кадрҙар бүлегенә етәкселек итә, студенттарға тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәндәренән белем бирә. 1998-2007 йылдарҙа уҡыу йортоноң беренсел профсоюз ойошмаһы рәйесе итеп һайлана. Йәмғиәт эштәренең уртаһында ҡайнаған, төрлө сараларҙың ойоштороусыһы булған, студенттарҙың үтенес-мөрәжәғәттәрен иғтибарһыҙ ҡалдырмаған Флүрә ханымдың тынғыһыҙ эшмәкәрлеге Рәсәй, Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлыҡтарының, Рәсәй Тау-металлургия профсоюзы төбәк ойошмаһының Почет грамоталары менән билдәләнгән.  

Белем алырға, камиллашырға бер ваҡытта ла һуң түгел тигәндәй, байтаҡ хеҙмәт стажы туплаған тәжрибәле белгестәр бишенсе тиҫтәләрен ваҡлағанда студент тормошо менән дә йәшәп ала. Рәшит Ҡәйүм улына юғары педагогик белем талап ителгәс, Флүрә апай аптырап ҡалмай, ысын декабрист ҡатыны кеүек тормош иптәше менән бергә Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына ситтән тороп уҡырға инә. Һәр йәһәттән өлгөр ханымды шунда уҡ курс старостаһы итеп тәғәйенләйҙәр. “Бер өйҙән дүрт студент уҡыныҡ. Эльдар менән Эльвира - Өфөлә, беҙ - Стәрлелә. Йәштәр араһында ни ҡыҙыҡ була торғайны. Гел икәү йөрөгәс, күптәр беҙҙе һөйәркәләр тип уйлаған”, - ти Флүрә Хисам ҡыҙы ихлас көлөп.   

Эльдар менән Эльвира ла үҙ тәғәйенләнештәрен, парҙарын табып тормош юлынан лайыҡлы атлайҙар. Эльдар Рәшит улы Белорет медицина колледжын ҡыҙыл диплом менән тамамлап, Башҡорт дәүләт медицина университетында юғары белем алған. Хеҙмәт юлын Белорет район үҙәк клиник дауаханаһында табип-анестезиолог-реаниматолог булып башлай. Бер ғауым ҡаланың йоғошло ауырыуҙар дауаханаһында баш табип вазифаһын да атҡара. Хәҙер иһә ике тиҫтә йыл Магнитогорск үҙәк клиник медицина-санитария часының анестезиология-реанимация бүлегенә етәкселек итә. Ошо уҡ стационарҙа бухгалтер булып эшләгән тормош иптәше Альбина Рәфил ҡыҙы менән ул һәм ҡыҙ үҫтерәләр. Элина бишенсе класта уҡыһа, Даниэль быйыл мәктәпте көмөш миҙалға тамамлап, Өфө дәүләт нефть техник университетына уҡырға ингән.

Эльвира Рәшит ҡыҙы ла медицина өлкәһен һайлаған. Башҡорт дәүләт медицина университетында белем алғандан һуң, 2003 йылда тыуған ҡалаһында табип-невролог булып эш башлай. Бөгөнгө көндә ул да Магнитогорск дауаханаларының береһендә үҙ йүнәлеше буйынса уңышлы ғына эшләп йөрөй. Хәләле Динислам Рәшит улын район-ҡалала үҙ эшен белеп башҡарған һәләтле адвокат булараҡ яҡшы беләләр. Баймырҙиндар ике балаға ғүмер биргән. Ҡыҙҙары Аделина хыялын тормошҡа ашырып, Г.И. Носов исемендәге Магнитогорск дәүләт техник университетының юридик факультетында уҡый. VI класта белем алған Вилдан да яҡшы билдәләр менән ҡыуандыра.    

- Балаларҙың үҙ юлын табып, йәмғиәт өсөн файҙалы кеше булыуҙары, уңыш-ҡаҙаныштары, тормош иптәштәре менән ныҡлы нигеҙҙә аҡыллы, тәүфиҡлы ул-ҡыҙҙар үҫтереүе, әлбиттә, беҙҙең өсөн иң оло бәхет. Ейән-ейәнсәрҙәребеҙ ҙә, ана, “өләсәй-олатай” тип өтөлөп тора, ихтирамлы, иғтибарлы, ярҙамсылдар. Тимәк, беҙ сәскән орлоҡтарҙың тамыры ныҡ, сәләмәт тигән һүҙ. Үҙебеҙ ҙә мәлендә атай-әсәйҙәребеҙгә ҡарата хәстәрлекле булдыҡ. Оло ҡәйнәмә лә, әсәйемә лә һуңғы көндәренәсә ҡәҙер-хөрмәт күрһәттек. Әсәйем беҙҙең менән 16 йыл йәшәне. Һәммәбеҙҙән риза булып, шөкөр ҡылып, бәхетле ҡартлыҡ кисерҙе, - ти Флүрә Хисам ҡыҙы.

Эйе, һис шикһеҙ, тормоштары - уң, уй-ғәмәлдәре - изге, күңелдәре бөтөн    Шәйәхмәтовтарҙың. Хаҡлы ялда булһалар ҙа, һис кенә лә күңелһеҙләнеп, уфтанып ултырмайҙар. Флүрә апай донъя ҡотайтып, тәмле аш-һыу яраштырып кинәнһә, Рәшит ағай ғүмерлек шөғөлө менән мәж килә. Алты йәшенән алып күгәрсендәр аҫрай ул. Башта икәү генә булһа, хәҙер ҡоштарҙың һаны 102! Ниндәй генә тоҡомдары, төҫтәре юҡ! Ҡоштары менән төрлө күргәҙмәләрҙә ҡатнашып, миҙалдар, кубоктар, маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән.

- Тәүге ике күгәрсенде 1 тәңкәгә күршемдән һатып алғайным. Бала аҡылы менән тегеләрҙе осороп ебәргәнмен. Ә күгәрсендәр бик аҡыллы йән эйәләре, үҙҙәре йәшәгән ерҙе әллә ҡайҙан танып-белеп торалар. Теге ике күгәрсен дә элекке хужаларына ҡайтҡан бит. Үтенеп һораһам да, кире бирмәне. Шулай итеп, йәнә һатып алырға тура килде. Мәктәптә уҡығанда ла өләсәйҙең тәмлекәскә тип биргән аҡсаһын ошо маҡсат өсөн йыйып бара инем. Бына шулай, һаманғаса күгәрсендәр менән гөр киләбеҙ. Бер йәй эсендә генә 4-5 тапҡыр йомортҡа баҫалар. Сирләһәләр, үҙемсә дауалап, арыуландырып алам. Күршем дә күгәрсен тота, бер тирәлә осоп йөрөһәләр ҙә, ҡушылмайҙар, һәр кем үҙ ояһына ҡайта. Берәүһе юғалып торһа ла, борсолам, үҙ-үҙемә урын таба алмайым, - ти Рәшит Ҡәйүм улы.

Ә шулай ҙа, алтын туйҙы туйлатҡан бәхет, татыулыҡ сере ниҙә һуң? “Бер-береңә ҡарата сабырлыҡта, тоғролоҡта, алтын урталыҡ таба белеүҙә, - ти   Шәйәхмәтовтар бер тауыштан. - Һәр саҡ бер-беребеҙгә терәк-таяныс булдыҡ, бер ергә лә яңғыҙ йөрөмәнек. Аңлашылмаусанлыҡ килеп сыға икән, тауыш күтәрмәй, өндәшмәй ҡалыуың яҡшы. Бер аҙ тынысланғас, мәсьәләне уртаға һалып һөйләшергә лә мөмкин. Балалар ҙа шулай тәрбиәләнгән”.

Бына шулай, бер-береһен хәстәрләп, тормош ауырлыҡтарынан, бәләләрҙән ҡурсып, бәрәкәтле, ырыҫлы ғүмер кисерә улар. Хас күгәрсендәр төҫлө... 

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: