- Балаларыбыҙҙы тыуғандан алып милли рухта тәрбиәләргә тырышабыҙ, - тиҙәр Сәлиховтар. - Улдарыбыҙҙың һәр береһенә исемде Таңһылыу Күсимованың “Башҡорт исемдәре” китабынан ҡарап, һайлап ҡуштыҡ. Исем - кешегә ата-әсәһенән бирелгән иң тәүге һәм иң ҙур бүләк. Бала ла бит көн һайын ишеткән исеменең матур яңғырашына һөйөнөп, мәғәнәһенә ғорурланып, уны аҡлау маҡсаты менән йәшәргә тейеш. Өйҙә тик башҡортса аралашабыҙ. Өс улыбыҙҙың да теле “Әсәй”, “Атай” тип асылды. Башҡорт телендә сыҡҡан гәзит-журналдарға яҙылабыҙ. “Аҡбуҙат”, “Аманат”, “Урал” - өйөбөҙҙөң яратҡан ҡунағы. Төрлө байрамдарға, тыуған көндәргә лә башҡортса китаптар бүләк итергә тырышабыҙ .
Был осраҡта кешене уратып алған мөхиттең дә роле ҙур. Ҡатнаш милләтле, күпселеген рустар тәшкил иткән ҡалала йәшәгәс, өлкәндәребеҙ - Айтуған менән Азамат ҡайһы саҡүҙ-ара русса һөйләшеп китә торғайнылар. “Урамда ниндәй генә телдә һөйләшһәгеҙ ҙә, өйҙә тик башҡортса!”- тигән талап ҡуйҙыҡ. Хәҙер, Аллаға шөкөр, аңлы рәүештә башҡортса һөйләшәләр. Өс йәшлек кескәй улыбыҙҙа “Мин - башҡорт!” тип тәтелдәгән була.
Балала милли рух, үҙаң тәрбиәләүҙең башланғысы ғаилә булһала, артабан үҫтереү өсөн милли мөхит тә кәрәк. Ошонан сығып та, улдарыбыҙға тәрбиә һәм белем алыуөсөн башҡорт балалар баҡсаһын һәм гимназияһын һайланыҡ. Азамат ҡалабыҙҙың “Тирмәкәй” башҡорт балалар баҡсаһының 2017 йылғы тәрбиәләнеүсеһе булһа, бәләкәй Рамазан әлеҡыуана-ҡыуана “эшкә” йөрөй. Әле Айтуған менән Азамат Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында уңышлы ғына белем ала.
Зөлфиә һәм Иршат Сәлиховтар 2006 йылда ғаилә ҡора. Ғаилә башлығы Белорет янғын һүндереү часында отделение командиры булып эшләп, өлкән прапорщик званиеһында хаҡлы ялға сыҡҡан. “Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ” тигән мәҡәл тап уның тураһындалыр ул. Ҡулынан килмәгән эше юҡ: ағас, төҙөлөш эшенә лә оҫта, кәрәк икән электрик та, иретеп-йәбештереүсе лә. Ә йыр-моң уның тоғро юлдашы - гармуны менән ҡурайы гел эргәһендә. Иршат Марат улы ҡаланың “Иҙел башы” халыҡ ҡурайсылар ансамбленең актив ағзаһы ла. Республика, район кимәлендә үткән төрлө ҡурай конкурс-фестивалдәрендә ҡатнашып, призлы урындар ҙа алып тора. Әйткәндәй, уларҙың уртансы улдары Азамат та ошо ансамбль ҡурайсыһы. Үҫмер музыка мәктәбенең ҡурай класын тик бишлегә генә тамамлаған (класс етәксеһе - әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан талантлы ҡурайсы Радмир Әхтәмов).
- Азаматтың был ансамблгә барып инеү тарихы ла ҡыҙыҡлы. Ҡала музыка мәктәбендә уҡығанда уҡ “Инеш” балалар ҡурай ансамбленә йөрөнө. Музыка мәктәбен тамамлағас, Азамат ярты йыл үҙенә урын таба алмай йөрөп, бер көн шым ғына “Иҙел башы” халыҡ ҡурайсылар ансамбле етәксеһе Дамир Хәсәновҡа, “Мине лә ансамблгә алығыҙ әле!” тип барған. Дамир Басир улы, уны атаһы ебәргән, тип уйлаған. Ә Азамат үҙ теләге менән барған унда, хатта атаһы ла белмәй ҡалған. Һуңынан, ниңә өлкәндәр ансамбленә барырға булып киттең, тип һораһаҡ, биш йыл ҡурай уйнағандан һуң, ҡурайҙы ташлап ҡуйыуы ҡыйын миңә, тигән аныҡ яуап алдыҡ. Ҡурай уйнай белеү - башҡортлоҡтоң бер билдәһе, улымдың атаһы кеүек ҡурай уйнағанына ҡыуанам ғына. Тағы ла шуны әйткем килә, үткән йыл Азаматҡа Мәрйәм Бураҡаева ойошторған “Йәйләү” йәйге ял лагерында булыу бәхете тейҙе. Был лагерҙан ул шундай дәртләнеп, күҙҙәре осҡонланып ҡайтты. Өс аҙна эсендә әллә нисә концерт ҡуйғандар, бейеү-йырҙар өйрәнгәндәр, йолалар сәхнәләштергәндәр.Бала күңелендә башҡорт рухын үҫтереү,туған телгә, халҡыбыҙҙың тарихына һәммәҙәниәтенә һөйөү тәрбиәләү өсөн был лагерҙың ысынлап та роле ҙур икәнен нығыраҡаңланым, - ти Зөлфиә Марат ҡыҙы.
Сәлиховтар Бөрйән районында тыуып-үҫһәләр ҙә, яҙмыш уларҙы Иҙел башына килтерә. Матур йорт һалып инәләр. Өсулға - Айтуған, Азамат, Рамазанға ғүмер бирәләр. Хужабикә “Тирмәкәй” башҡорт балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй.Зөлфиә Марат ҡыҙының мәҡәләләре матбуғат биттәрендә әленән-әле донъя күреп тора. 2017 йылда “Атай абруйы” исемле китабы ла баҫылып сыҡты . Уларҙың ғаиләһе төрлө конкурстарҙа ла ҡатнашырға ваҡыт таба. 2021 йылда балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре араһында үткәрелгән “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” - “Матур ғаилә - ил ҡото” тип аталған муниципаль район конкурсындаI урын яуланылар.
Тырыш ғаилә ҡош-ҡорт үрсетергә, баҡса үҫтерергә лә ярата. Улдарын да йорт-ҡура, баҡса эшенә йәлеп итеп, эшһөйәр, маҡсатлы итеп тәрбиәләйҙәр. Өлкәндәре Айтуған быйыл XI класты тамамлай. Бәләкәй сағынан табип булам, тигән маҡсат менән янып йәшәй ул. Ата-әсәһе кеүек өлгөр, сәмсел, аҡыллы егеттең яҡты хыялы, һис шикһеҙ, тормошҡа ашыр тигән өмөттә ҡалабыҙ беҙ ҙә.
- Тормош иптәшемдең ҡулы алтын - өйҙәге барлыҡ йыһаздар уның ҡулы менән йыйылған, ир кеше эшләй торған барлыҡ эштәрҙең нескәлектәрен белә һәм күңел һалып, матур итеп эшләп ҡуя, - ти ғорурланып Зөлфиә Сәлихова.