Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм -ҡәлғәм
8 Март 2025, 20:03

Нәзәкәтле ҡатын-ҡыҙ янында ир-егет тә бөркөт самаһы

“Иҫ китмәле ул Гөлнаҙым! Һыу һөлөгөндәй гүзәл, аҡыллы, инсафлы, йыр-бейеүгә маһир... Шәфҡәт туташы үҙе - сирлеләргә ҡарата итәғәтле, сабыр мөнәсәбәте һоҡланғыс..." Ҡыҙыҡ. Кемдеңдер һөйләүенән генә лә үҙеңә бөтөнләй таныш булмаған кешегә ҡарата тәрән ихтирам, хатта ки үҙһенеү тойғоһо кисерәһең. Ә эске рәссам иһә шунда уҡ хур ҡыҙылай наҙлы заттың һын-һыпатын күҙ алдына баҫтырып та ҡуя...

Нәзәкәтле ҡатын-ҡыҙ янында ир-егет тә бөркөт самаһы
Нәзәкәтле ҡатын-ҡыҙ янында ир-егет тә бөркөт самаһы

Ысынлап та, Гөлнаҙымдың - һоро-зәңгәр күҙле, оҙон ҡуңыр сәсле нескә генә һылыуҙың, бар булмышынан үҙенә тартып торған самимилыҡ, йылылыҡ бөркөлгәндәй. Бер ниндәй буяҡ яғылмаған йөҙөнөң паклығы, тәбиғи матурлығы ынйы тештәрен балҡытып көлгәндә оторо баҙыҡланып китә. Донъяға, кешеләргә ышаныс менән баҡҡан, тимәк, күңел ҡайтыу, өмөтһөҙлөк ише тойғоларҙан азат йәш ҡатындың эскерһеҙлеге лә һыпатына ҡабатланмаҫ һөйкөм өҫтәй...

Эйе, бала сағы - Баймаҡ районының Билал, ә үҫмерлек осоро Учалы районының Миндәк ауылдарында уҙған, бөгөн иһә Белоретта төпләнеп, һөйгәне менән бәхетле тормош ҡорған Гөлнаҙым ҒӘЛИУЛЛИНАның бар йәшәйеше, ҡараштары, уй-фекере шул ҡәҙәр аңлы, төплө, тәрән. Был иһә ул буй еткергән мөхиттең, үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙең сәләмәт вә имен булыуына ишара.

Рәйлә һәм Иршат Әминевтәрҙең ғаиләһендә дүртенсе, иң төпсөк, бала булып донъяға килгән ул. Яҡын кешеләренең наҙына сорналып үҫкәнгәлерме, сабый сағынан уҡ илгәҙәк, үтә һөймәлекле. Зат-зәүеренең йыр-бейеүгә әүәҫлеге лә Гөлнаҙымға мул күскән. Мәктәп йылдарында район, зона-ара кимәлдәге бер ижади конкурс та унһыҙ уҙмай.

Миндәк мәктәбен уңышлы тамамлаған һылыуҙы күптәр, моғайын да, сәнғәт юлын һайлар тип уйлағандыр. Әммә бар булмышы менән альтруист ҡыҙ, күңел ҡушыуы буйынса, етдирәк, ҡатмарлыраҡ йүнәлешкә өҫтөнлөк бирә. Белорет медицина колледжының шәфҡәт туташтарын әҙерләү бүлегендә уҡыған йылдарында Гөлнаҙым әүҙемлеге, тырышлығы менән айырылып тора - бөтә сараларҙың, йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнай, ирекмәнлек менән шөғөлләнә.

Тап ошо студентлыҡ осоронда үҙенең икенсе яртыһын - Шығай ауылы бөркөтө Надир Ғәлиуллинды осрата. Учалы районына туғандарына ҡунаҡҡа килгән егет, шау-шыулы урындарҙы өнәмәһә лә, ҡустыһы әйҙүкләгәс, ауыл дискотекаһына һуғыла һәм... төн йоҡоһонан яҙҙырыр һылыуҙы осрата. Һуңғы арала йөрәген талпындырып торған ашҡыныулы хистең ғилләһен дә ана шунда төшөнә. Исемен генә белһә лә, тиҫтә йылға яҡын Белорет эске эштәр бүлегендә хеҙмәт бурысын атҡарған тәжрибәле полиция капитанына Гөлнаҙымды эҙләп табыуы бер ҡыйынлыҡ та тыуҙырмай. Тыйнаҡ, хатта ки, тәү ҡарамаҡҡа, баҙнатһыҙыраҡ күренгән егеттең тәүәккәллеге, ныҡышмаллығы иһә ҡыҙ күңелен шундуҡ әсир ҡыла. Бер-береһенең холоҡ-фиғелен өйрәнеп, байтаҡ дуҫлашҡандан һуң, йәштәр ғаилә ҡора.

Бына инде өс йылдан ашыу Гөлнаҙым Иршат ҡыҙы Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының офтальмология бүлегендә шәфҡәт туташы булып эшләй. Һөнәрен белеп, яратып башҡарғаны, яуаплы, фиҙаҡәр булғаны өсөн генә түгел, пациенттарға ҡарата үтә сабыр, игелеклелеге өсөн дә сикһеҙ ихтирам итәләр үҙен.

- Беҙҙең бүлектә, нигеҙҙә, оло быуын кешеләре дауалана. Улар иһә, хас балалар, иғтибарға, йылы һүҙгә мохтаждар: аһ-зарҙарын тыңлап, һорауҙарына яуап биреп, йыуатып, бәғзе ваҡыт хатта тыйып та торорға кәрәк. Күптән түгел төндә шундай хәл булды: күңел ауырыуына һабышҡан оло йәштәге ҡатын-ҡыҙ тиктомалдан йоҡлап ятҡан күршеһенә йоҙроҡ менән ташланды. Бындай сирлеләрҙең ни ҡәҙәр ярһыу, көслө булыуҙары тураһында аңлатып тороу кәрәкмәйҙер. Ҡурҡһам да, бар ҡыйыулығымды йыйып, сабыйҙы тынысландырғандай әпәүләп, әбекәй йоҡоға талмайынса янынан китмәнем. Шулай, медицина процедуралары менән бер рәттән, пациенттарға психологик ярҙам күрһәтеү ҙә мөһим беҙҙең эштә, - ти Гөлнаҙым тыйнаҡ йылмайып.

Һөнәре еңелдән булмаһа ла, күҙ ауырыуҙарын дауалау бүлегенең берҙәм, ярҙамсыл коллективында эшләүенә сикһеҙ шат ул. Хәйер, белмәгәнен йәһәт кенә өйрәнергә торған ныҡымыш, тырыш йәш белгес тәүге көндән үк үҙ кешегә әйләнә. Бөгөнгө көндә Гөлнаҙым Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалында, физик культура һәм һаулыҡ һаҡлау технологиялары кафедраһында ситтән тороп юғары белем ала.

Береһе - шәфҡәт туташы, икенсеһе - район-ҡала полиция бүлегенең өлкән участковыйы... Ҡайһы саҡ төнгө нәүбәттәрарҡаһында өсәр көн күрешмәгән саҡтары ла булып китә. Бында ла йәштәрҙең зирәклегенә, сабыр аҡылына, бер-береһенә ҡарата ихтирамлы мөнәсәбәтенә хайран ҡалырлыҡ. Кәләшенең “Йыһан” башҡорт бейеүҙәре коллективы составында сығыш яһауын да һөйгәне хуплап тора.  Эйе, янында һәр йәһәттәнтерәк, ҡалҡан булырҙай, наҙлап, йыуатыпторорҙай яҡын кешеһе булыуы менән һәләкбәхетле Гөлнаҙым. “Хеҙмәте ни тиклем  ауыр булһа ла, бер ваҡытта ла тормошҡа, кешеләргә зарланғанын ишетмәҫһең Надирҙың. Үҙе лә бит йылы, матур мөхиттә - йыр-моң ғағашиҡ ғаиләлә буй еткергән. Ҡайнымдың нисек оҫта баянда уйнағанын, моңло итеп йырлағанын күрһәгеҙ ине!” - ти әңгәмәсем һоҡланыуын белдереп. Әйткәндәй, Надир ҙа матур итеп гитарала уйнай, йырлай, төрлө ижади конкурстарҙа, кисәләрҙә сығыш яһай.

Ҡатын-ҡыҙ, тәү-сиратта, үҙ-үҙе менән гармонияла йәшәргә тейеш, ти, Гөлнаҙым. “Туҡтауһыҙ донъя артынан ҡыуыу, карьера баҫҡысы буйлап үрләү, кем менәндерҡыуышыу, сәмләшеү гүзәл затҡа хас тәбиғи асылды юҡҡа сығара кеүек. Беҙҙең төп тәғәйенләнешебеҙ - әсәй, ир ҡатыны булыуҙа,ғаилә усағын һаҡлауҙа. Был, әлбиттә, күңелгә ятҡан шөғөлдәрҙән, үҫештән ваз кисергә, үҙеңде тулыһынса кемгәлер арнарға кәрәктигәнде аңлатмай. Тап шөғөлдәр, ҡыҙыҡһыныуҙар арҡылы ғына үҙ-үҙебеҙ менән аһәңлелеккә, йәғни күңел бөтөнлөгөнә ирешәбеҙ, дәрт-дарманға, эске ҡеүәткә тейенәбеҙ. Ә бит бары нәзәкәтле, яғымлы ҡатын-ҡыҙ янындағына ир-егет тә ир һынлы була...”

Заман көсләп таҡҡан ҡалыптарҙан  азат, гөлдәй наҙлы, саҡматаштай ныҡ... Тәбиғилек танһыҡлаған күңелгә саф ипкен төҫлө һин, Гөлнаҙым.

 

 

Автор: Нэркэс Сулейманова
Читайте нас