Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә ысын мөхәббәт уставтың иң ҡәтғи сиктәрендә лә сәскә ата, ә уртаҡ ҡиммәттәр һәм үҙ-ара аңлашыу нигеҙендә төҙөлгән ғаилә иң ныҡлы таяныс булып тора, тип иҫбатлаған тарих һөйләргә теләйем.
Был Зиянбирҙиндар - Рәлиф һәм Элина ғаиләһенең тарихы, уларҙың тормошо хоҡуҡ һаҡлау органдарында хеҙмәт итеү һәм йорт усағының йылыһы менән тығыҙ бәйле.
Студент дуҫлығы был ғәжәйеп пар өсөн ҙур хистәрҙең башы була. Уларҙың мөхәббәт тарихы 2013 йылда, Сибай дәүләт аграр университетында башлана. Ул саҡта II курста уҡыған Рәлиф, юғары уҡыу йортоноң тупһаһын студент булараҡ яңы ғына аша үткән һөйкөмлө ҡыҙҙың уның яҙмышы булыр тип уйламай ҙа.
2016 йыл уларҙың һөйөүе өсөн һынау була: Рәлиф милли гвардияға хеҙмәт итергә китә. Армия ҡатылығы уны үҙгәртеп кенә ҡалмай, ул уның киләсәген билдәләй. Тап шунда, ҡәтғи хеҙмәт көндәрендә, Ватанды һаҡлау һәм хеҙмәт итеү уның һөнәре икәнлеген аңлай. Аралар алыҫлығы һәм ваҡыт уларҙың тойғолары өсөн кәртә булмай.
Шул уҡ ваҡытта Элина үҙ маҡсатына табан ныҡышмалы бара. Кинолог дипломын алғас, ул ғорурлыҡ менән форма кейә һәм полицияның пост-патруль хеҙмәте бүлексәһенә эшкә урынлаша. Уның тоғро "коллегалары" булып хеҙмәт эттәре тора, ә эше профессионаллекте генә түгел, батырлыҡ, сабырлыҡ һәм хайуандарға сикһеҙ һөйөүҙе лә талап итә.
Республикабыҙҙың төрлө ҡалаларына күскәндә лә, уларҙың араһы тағы ла нығый. Мөхәббәтте никах бәйләнештәре менән нығыталар, ә бер йылдан уларҙың бәхете арта - бәләкәй Радель донъяға килә, ул йәш ата-әсәнең төп хазинаһы һәм тормош мәғәнәһе булып китә.
Бөгөн Рәлиф Рәйес улы Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлегендә йәмәғәт тәртибен һаҡлау буйынса өлкән инспектор вазифаһын биләй, ә Элина Мәсәғүт ҡыҙы ошонда уҡ тәүтикшереүсе булып эшләй.
Зиянбирҙиндар ғаиләһе - гармонияның кәүҙәләнеше, унда һөнәр батырлығы ғаилә усағының йылыһы менән берләшә. Улар икеһе лә үҙҙәренең ҡатмарлы, әммә шундай мөһим хеҙмәтен дауам итә, бер-береһенең эшен аңлай. Улар ике кеше көнкүрештәге ваҡиғаларҙы ғына түгел, ә профессиональ мәнфәғәттәрҙе лә уртаҡлашып, ҡулға-ҡул тотоноп атлағанда, уларҙың союзы ысын мәғәнәһендә мәңгелек булыуын иҫбатлай.
Уларҙың ғаиләһендә көн һайын мөхәббәт, хәстәрлек һәм үҙ эшенә тоғролоҡ менән тулған дөйөм тарихтың яңы бүлеге асыла. Форма һәм погондар уларҙың эш кейеме булһа ла, өйҙә улар бер-береһен яратҡан ир-ҡатын һәм ата-әсә, улар өсөн үҙ ғаиләһенең бәхетенән дә мөһимерәк нәмә лә юҡ.
Зиянбирҙиндар ғаиләһе миҫалында барығыҙҙы ла ошо иҫ киткес байрам менән ҡотлайбыҙ! Ныҡлы ғаилә бәхете, һаулыҡ һәм именлек теләйбеҙ. Һеҙҙең өйөгөҙ һәр ваҡыт бер-берегеҙ өсөн мөхәббәт, үҙ-ара аңлашыу һәм ғорурлыҡ менән тулы булһын!
Тимур СӘЙЕТГӘРӘЕВ, район буйынса эске эштәр бүлеге начальнигы.