Технологиялар һәм цифрлы коммуникациялар менән тулы заманда ысын ғаилә бәйләнеше һирәк күренешкә әйләнә бара. Күптәр мессенджерҙар һәм социаль селтәрҙәр аша аралашыуҙы хуп күрә, йәнле аралашыуҙың ҡиммәтен онота. Әммә ял, байрам көндәре һайын тыуған йортта йыйылып, бер-береһе менән аралашып, ғаилә бәйләнештәрен нығытып йәшәгән ғаиләләр әле лә бар. Тимер юл ауылында ғүмер кисергән хеҙмәт ветерандары - Флүрә һәм Таһир ХИСАМЕТДИНОВтарҙың балалары өсөн был осрашыу ғына түгел, ә йылылыҡ һәм мөхәббәт менән тулы ысын байрамға тиң.
Флүрә Нуритдин ҡыҙы Белорет металлургия комбинатының тимер юл цехында ғүмер буйы ҡабул итеүсе-тапшырыусы булып эшләгән. Күптән хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, ул өйҙә бер көн дә эшһеҙ ултырмай, ҡул эштәре менән мауыға, йылы свитерҙар, баш кейемдәре, ойоҡ-бейәләйҙәр бәйләй, яратҡан ейән-ейәнсәрҙәрен ҡыҙыҡтырған үҙенсәлекле уйынсыҡтар эшләй, баҡсалары ла, өйҙәре лә ул үҫтергән береһенән-береһе сағыу сәскәләргә күмелеп ултыра. Иҫ киткес фантазияға эйә ханым балалар баҡсаһы өсөн дә ҡул эштәрен эшләп бирә. Бынан тыш, Тимер юл ауылы ағинәйҙәре ойошмаһы ағзаһы ла. Улар төрлө саралар ойошторалар, милли кейемдәр кейеп, башҡорт халҡының йолаларын, йыр-моңон, традицияларын һаҡларға ярҙам итәләр, йәш быуынға өйрәтәләр, ѳмәләргә лә сығалар. Махсус хәрби операциялағы яугирҙарыбыҙға гуманитар ярҙам итеүҙә лә бик әүҙемдәр.
Ғаилә башлығы Таһир Исламетдин улы ла ғүмер буйы бер эштә - Урман сәнәғәте хужалығында крансы булып эшләй. Пенсияла булыуына ҡарамаҫтан, хеҙмәттән йәм табып өйрәнгән ир-уҙаман көн һайын үҙенең эш майҙансығына күтәрелә. Эштән тыш буш ваҡыттарында балыҡ тотоу менән мауыға.
Хисаметдиновтар өс ҡыҙ үҫтереп, уларға иҫ киткес матур тәрбиә биргәндәр, үҙ миҫалдарында ғаилә ҡиммәттәрен хөрмәт итергә, быуындар бәйләнешен һаҡларға, эшһөйәр һәм ярҙамсыл булырға өйрәткәндәр.
Өлкән ҡыҙҙары Альбина урта мәктәпте тамамлағандан һуң Белорет медицина колледжына уҡырға инеп, фельдшер һөнәрен үҙләштерә. Ситтән тороп Магнитогорск дәүләт университетында логопедҡа уҡып ала. Бөгөнгө көндә ҡала поликлиникаһында шәфҡәт туташы булып эшләй. Тормош иптәше Алик Фидаил улы менән өс бала үҫтерәләр. Ҡаланың 14-се гимназияһын көмөш миҙалға тамамлаған ҡыҙҙары Карина Мәскәүҙәге Рәсәй халыҡтар дуҫлығы университетында II курс-та уҡып йөрөй. Һәр саҡ уҡыу алдынғыһы булған тырыш ҡыҙ, уҡыуҙан тыш бейеү менән шөғөлләнергә өлгөрә.
14-се гимназияла VII класта белем алған Радмир улдары бала саҡтан спортты үҙ иткән. Бөгөнгө көндә грек-рим көрәше буйынса үткән төбәк һәм төбәк-ара турнирҙарҙа ҡатнашып, бик күп миҙалдар, кубоктар яулаған.
Заһитовтарҙың III класта уҡып йөрөгән кесе улдары Тигран ғаиләләге спорт һәм сәләмәт йәшәү рәүешен дауам итеп, тхэквондо менән мауыға. Ағаһы кеүек үк, ул физик сыҙамлыҡты, хәрәкәттәрҙе координациялауҙы һәм рух көсөн әүҙем үҫтерә, яратҡан шөғөлөндә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшергә тырыша.
Хисаметдиновтарҙың икенсе ҡыҙҙары Эльвира ҡаланың “Я” салонында парикмахер булып эшләй. Тормош иптәше Иван Викторович менән ике ул тәрбиәләйҙәр. Кирилл - Башҡорт иҡтисад колледжында программисҡа уҡый, мотоциклдар менән ҡыҙыҡһына. Кеселәре Степан әлегә балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе. Шалаевтар - әүҙем тормош алып барған ысын спорт ғаиләһе - йыш ҡына урмандар, тау-ҡаялар буйлап мауыҡтырғыс сәйәхәттәргә сығалар, походтар улар өсөн илһам сығанағы булып тора. Актив ял итеүҙән һәм спорт менән шөғөлләнеүҙән тыш, был иҫ киткес ғаилә район-ҡалалағы төрлө сараларҙа ҡатнаша. Йыл һайын 9 майҙа үткән Еңеү парадында патриотизмға һәм ата-бабаларының батырлыҡтарына хөрмәт күрһәтеп, үҙҙәренең техникалары менән байрам маршында үтәләр. Улар үҫеп килгән быуынға тарихи хәтерҙе һәм ветерандарға ихтирамлы мөнәсәбәтте һаҡлауҙың мөһимлеген күрһәтеү зарур, тип һанайҙар.
Флүрә Нуритдин ҡыҙы менән Таһир Исламетдин улының кинйә ҡыҙҙары Алина Мәскәү дәүләт иҡтисад, статистика һәм информатика университетын тамамлаған, һөнәре буйынса юрист. Бөгөнгө көндә суд приставы булып эшләй. Әзекәй ауылы егете Даян Раян улы менән өс балаға ғүмер биргәндәр. Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжында II курста белем алған Самира ҡыҙҙары бейеү менән шөғөлләнә. Бынан тыш колледжда ойошторолған барлыҡ сараларҙа, йәмәғәт тормошонда ла актив ҡатнаша. Әүҙем тормош позицияһы алып барған ҡыҙ яҡындарын үҙенең уңыштары менән ҡыуандырып тора.
Икенсе ҡыҙҙары Дания ҡаланың 14-се гимназияһында I класта уҡый. Яҡшы уҡыуҙан тыш, тхэквондо менән мауыға, бейеү түңәрәгенә лә йөрөргә өлгөрә тырыш ҡыҙ. Балалар баҡсаһында йөрөгән кинйәләре Арсен да бәләкәйҙән спорт менән дуҫ - тхэквондо секцияһында шөғөлләнә. Балаларының спорттағы, мәҙәниәттәге уңыштары өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисерә Мостафиндар. Улар һәр сараның фотоһүрәттәрен һәм наградаларын ҡәҙерләп һаҡлай, яңы ҡаҙаныштарға ышаныс бирә, маҡсаттарға өлгәшеү өсөн уңайлы шарттар булдырырға тырышалар.
- Беҙҙең ҙур, бәхетле ғаиләбеҙҙең һәр ял, байрам көндәрендә атай-әсәй янына йыйылыуының төп маҡсаты - дуҫлыҡтың, татыулыҡтың, берҙәмлектең мөһим булыуын аңлау һәм быны балаларыбыҙға еткереү. Сөнки бер ниндәй технология ла, телефон-гаджеттар аша видеобәйләнештәр ҙә ихлас аралашыуҙы, бергәлекте алмаштыра алмай. Ғаиләләге мөнәсәбәттәр үҙ-ара аңлашыуға, бер-береңә ярҙам итеүгә һәм хәстәрлеккә ҡорола. Атай-әсәйебеҙ матур тәрбиә биреүҙән тыш, аҡыллы һәм сабыр булырға өйрәттеләр. Тап уларҙың тырышлығы арҡаһында бер-беребеҙгә ҡарата ихтирамлыбыҙ, берҙәмбеҙ, иғтибарлыбыҙ һәм ярҙамсылбыҙ.
Тормошобоҙҙа ниндәй генә хәл килеп тыумаһын, атай-әсәйебеҙ ярҙам итергә әҙер, бөтә башланғыстарыбыҙҙы хуплап тора, улар янында һәр саҡ күңел бөтөнлөгөн тояһың. Беҙ уларҙың яҡшы сифаттарын өлгө итеп алдыҡ. Балаларыбыҙ ҙа беҙҙең ише дуҫ һәм татыу булып үҫеп киләләр. Ғәзиз кешеләребеҙгә беҙҙең ҙур ғаилә ағасының ныҡлы тамырҙарын булдырғандары өсөн рәхмәтлебеҙ. Был ағас һәр яңы быуын менән үҫеүен һәм сәскә атыуын дауам итәсәк, - тине Флүрә һәм Таһир Хисаметдиновтарҙың балалары.
Әйткәндәй, бөгөн Флүрә Нуритдин ҡыҙы һәм Таһир Исламетдин улының бергә татыу ғүмер итеүҙәренә - 45 йыл. Был иҫтәлекле көн уларҙың күп йылдар дауамында йөрәктәрен берләштергән тоғролоҡ, мөхәббәт һәм үҙ-ара аңлашыу-
ҙың сағыу миҫалы булып тора.
Хисаметдиновтар ғаиләһенә ныҡлы һаулыҡ, бәрәкәтле оҙон ғүмер, өйҙәренең шатлыҡ, гармония, мөхәббәт менән һәр ваҡыт тулы булыуын, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре уңыштары, ҡаҙаныштары менән ҡы-
уандырып тороуын теләйбеҙ һәм башҡа ғаиләләргә үрнәк булып торғандары өсөн рәхмәт әйтәбеҙ!
Рәсимә СӘЛИХОВА.
Фото ғаилә архивынан.