Аҡ халатлы белгес мониторға етди ҡараш менән төбәлеп, ағзаларҙағы хәүефле үҙгәрештәрҙе, йәшерен ауырыу билдәләрен күрә, буласаҡ сабыйҙың йөрәк тибешен ишеттерә, енесен билдәләй... Уның кабинеты аша тиҫтәләгән кеше үтә: тулҡынланған буласаҡ әсәйҙәр, хроник сирле өлкән йәштәге пациенттар, медицина донъяһына тәүге тапҡыр юлыҡҡан балалар. Һәр кем өсөн ул ҡатмарлы нәмәләрҙе ябай тел менән аңлата, ҡайһы бер осраҡта тынысландырыу, йыуатыу өсөн кәрәкле һүҙҙәрҙе таба белә. Ҡала поликлиникаһында ультратауыш диагностикаһы табибы булып эшләгән Юлия ҠОЛҒОЛДИНАны пациенттар яҡшы белгес булғаны өсөн генә түгел, яғымлылығы, мөләйемлелеге өсөн дә хөрмәт итә.
Юлия Евгениевна сығышы менән Мишкә районынан. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға инә. 2010-2011 йылдарҙа Өфө ҡалаһының 5-се ҡала клиник дауаханаһында терапия буйынса ординатура үтә. Уҡыуын тамамлағас, Учалы егете Эльдар Марат улы менән ғаилә ҡоралар һәм 2012 йылда Учалы үҙәк район клиник дауаханаһында эш башлайҙар. Ошо осорҙа йәш белгес Силәбе медицина академияһында ультратауыш диагностикаһы табибына уҡып ала.
Йәштәр бер нисә йыл Архангел районында һөнәрҙәре буйынса эшләй. 2018 йылда Белорет ҡалаһына күсергә ҡарар итәләр һәм бының өсөн бер ҡасан да үкенмәйҙәр. “Тәү сиратта, әлбиттә, Иҙел башы төбәге беҙҙе хозур тәбиғәте менән әсир итте. Беҙ сәләмәт йәшәү рәүешен алып барабыҙ, спорт менән шөғөлләнәбеҙ, урман-тауҙар буйлап сәйәхәт ҡылырға яратабыҙ. Белорет районының күп кенә матур урындарында булырға, тау-ҡаяларына үрләргә өлгөрҙөк тә инде. Эшебеҙ, коллективыбыҙ бик оҡшай”, - ти улар.
Ғаилә башлығы бөгөнгө көндә район-ара перинаталь үҙәге баш табибының акушерлыҡ һәм бала табыуға ярҙам итеү буйынса урынбаҫары, акушер-гинеколог булып эшләй. Ҡолғолдиндар Эмиль һәм Азамат исемле ике ул тәрбиәләйҙәр. Ҡаланың 14-се гимназияһында VII, III класта уҡып йөрөгән балалар 4 йәштән каратэ менән шөғөлләнә, республика һәм төбәк ярыштарында сығыш яһап, еңеүҙәр яулайҙар, ГТО-ның алтын билдәһенә эйәләр. Бынан тыш инглиз теле, биология менән ҡыҙыҡһыналар.
► Юлия Евгениевна, ни өсөн һеҙ ультратауыш диагностикаһы һөнәрен һайланығыҙ?
- Был фән технология һәм йәнле аралашыуҙың уникаль комбинацияһы. Бер яҡтан, юғары технологиялы ҡорамалдар менән эшләй белергә, уны даими өйрәнергә, яңы сканерлау режимын үҙләштерергә һәм анатомияны ныҡлы белергә кәрәк. Кеше организмын эстән өйрәнеү, йөрәк тибешен йәки ҡан тамырҙары буйлап ҡан йөрөшөн күҙәтеү бик ҡыҙыҡлы.
Икенсе яҡтан, был ҙур яуаплылыҡ. Йыш ҡына тап УЗИ табибы йөклөлөк тураһында шатлыҡлы хәбәр еткергән йәки, киреһенсә, борсоулы үҙгәрештәр тапҡан беренсе кеше була. Был ваҡытта аныҡ диагноз ҡуйыу ғына түгел, ә пациентты йыуатыу, ярҙам итеү йәки шатлығын уртаҡлаша белеү мөһим.
Әгәр ниндәйҙер сир табылһа, беҙҙең бурыс - кешене артабан тикшереү йәки дауалау өсөн тар белгескә (онколог, хирург, уролог) ебәреү. Беҙ кеше һаулығы һағындағы сылбырҙа мөһим звено тип әйтә алам.
► УЗИ-ның зыяны тураһында ниндәй мифтарға пациенттар ышана?
- Пациенттар араһында ультратауыш тикшереүенең хәүефе тураһында борсолоусылар йыш осрай. Иң киң таралған мифтарҙың береһе - УЗИ һаулыҡҡа зыян килтерергә мөмкин тигән ышаныу. Ультратауыш диагностикаһы - медицинала тиҫтә йылдар дауамында ҡулланылған иң хәүефһеҙ һәм тикшерелгән ысулдарҙың береһе. Рентген һәм компьютер тамографияһынан айырмалы рәүештә, ультратауыш нур йөкләмәһе бирмәй һәм организмға зыян килтермәй, яман шеш йәки башҡа ауырыуҙар тыуҙырыуына фәнни дәлилдәр юҡ. Был ысул тиҫтә йылдар дауамында тикшерелгән һәм хатта йөклө ҡатындар өсөн дә рөхсәт ителгән.
Ауырыуҙарҙы иҫкәртеү өсөн йылына бер тапҡыр УЗИ эшләтеү етә. Етди йәки хроник сирҙәр булғанда, әгәр табип тәғәйенләһә, һәр 3 ай һайын үтергә кәрәк.
► Пациенттарға тикшереүгә нисек әҙерләнергә?
- Ҡайһы бер пациенттар ни өсөн ас килеш йәки тулы бәүел ҡыуығы менән килергә кәрәк икәнлеген аңлап етмәй. УЗИ-ға дөрөҫ әҙерлек - ул аныҡ диагноз ҡуйыу нигеҙе. Ҡорһаҡ ҡыуышлығы УЗИ-һын үткәргәндә беҙ “һүрәтте” генә түгел, ә ағзаларҙың аныҡ контурҙарын, уларҙың структураһын һәм мөмкин булған үҙгәрештәрҙе күрергә тейешбеҙ. Талаптарҙы үтәмәгәндә, һүрәт сифаты түбәнәйә һәм мөһим деталде үткәреп ебәреү ҡурҡынысы янай. Ашҡаҙан аҙыҡ менән тулы булһа, күләгә төшөрә һәм уның артында урынлашҡан ағзаларҙы ҡарауға ҡамасаулай. Беҙ үт ҡыуығындағы таштарҙы күрмәйбеҙ, ашҡаҙан стеналарының торошон йәки бәләкәй шештәрҙе асыҡлай алмайбыҙ. Шуға күрә процедуранан 1-2 көн алда газ барлыҡҡа килтереүсе аҙыҡ-түлекте: ҡара икмәк, кәбеҫтә, яңы йәшелсә һәм емеш-еләк, газлы эсемлектәрҙе ҡулланыу тыйыла.
Янбаш ағзалары УЗИ-һы тулы бәүел ҡыуығы менән үткәрелә. Ул “акустик тәҙрә” кеүек эшләй, эсәктәрҙе ситкә этәрә һәм аналыҡ йәки простата биҙен күрергә мөмкинлек бирә.
► 3D/4D УЗИ-ға нисек ҡарайһығыҙ?
- Акушерлыҡ һәм гинекологияла был ысул реаль медицина ҡиммәтенә эйә. Юғары күләмле һүрәт табипҡа яралғы анатомияһын ентекле ҡарарға һәм ғәҙәти 2D УЗИ-ла күренмәгән, тыумыштан килгән аномалияларҙы ваҡытында асыҡларға ярҙам итә. Был әсәйҙең һәм баланың һаулығын тәьмин итеп, йөклөлөктө иртә диагностикалау һәм артабан алып барыуҙы планлаштырыу мөмкинлеген бирә.
► Пациенттарға етди патология йәки, киреһенсә, яҡшы һөҙөмтә тураһында хәбәр иткәндә, нимәләр кисерәһегеҙ?
- УЗИ һөҙөмтәләре тураһында пациенттарға хәбәр итеү - ул һәр ваҡыт ҙур яуаплылыҡ. Патологияны асыҡлағанда беҙ мөмкин тиклем ипле һәм һаҡ эш итәбеҙ. УЗИ табибы һуңғы диагнозды ҡуймай, ә мөмкин булған үҙгәрештәрҙе генә күрһәтә. Беҙҙең бурыс - ҡурҡытыу түгел, ә йүнәлеш биреү: беҙ артабан ҡайҙа, кемгә барырға кәрәклеген аңлатабыҙ һәм тикшереүҙе тамамлау буйынса аныҡ тәҡдимдәр бирәбеҙ (МРТ, КТ, белгестәр консультациялары).
Яҡшы һөҙөмтә булғанда, пациент менән бергә ысын күңелдән ҡыуанабыҙ. Һаулығы өсөн борсолған кешенең йылмайыуын күреү - эшебеҙ өсөн иң яҡшы бүләк.
► Һеҙ ультратауыш диагностикаһында яңы технологияларҙы күҙәтеп бараһығыҙмы?
- Табип даими уҡырға тейеш. 2023 йылда УЗИ табибы һөнәре буйынса юғары категорияға эйә булдым. Йыл һайын квалификация күтәреү курстарын үтәм, яңы фәнни баҫмаларҙы өйрәнәм һәм заманса технологияларҙы үҙләштерәм. Был миңә диагностиканың дөрөҫлөгөнә ышанырға һәм пациенттарымдың сәләмәтлеге өсөн иң алдынғы ысулдарҙы ҡулланырға мөмкинлек бирә.
► Гәзит уҡыусыларға ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?
- Һеҙҙе хатта бер нәмә лә борсомаһа ла, үҙегеҙҙе яҡшы тойһағыҙ ҙа, йылына бер тапҡыр ҡорһаҡ ҡыуышлығы, ҡалҡан биҙе, һөт биҙҙәре йәки янбаш ағзаларының профилактик УЗИ-һын үтегеҙ. Күп кенә ауырыуҙар иртә стадияла симптомһыҙ үтә һәм тап ультратауыш бәләкәй генә тайпылыштарҙы ла ваҡытында күрергә ярҙам итә.
Организмдың борсоулы сигналдарын иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ, үҙ аллы дауаланыу менән шөғөлләнмәгеҙ һәм белгескә барыуҙы кисектермәгеҙ.
Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ һәм даими диагностика - һаулығығыҙҙың нигеҙе икәнлеге тураһында онотмағыҙ!
► Төплө яуаптарығыҙ һәм әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Юлия Евгениевна!